Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 473 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДӘРТҺЕҘЛӘНЕҮ
лар мәлендәге кеуек айбарлыҡ та, табыш-улъя тураһында дәртле хыял да тойолмай. Ә. Хәкимов.
2. Илһам бирә торған, рухландырғыс.
□ Вдохновляющий, воодушевляющий, задорный. Дәртле йыр. ■ Каруанһарайҙың асыҡ тәҙрәһенән дәртле кей ағыла башланы. М. Хужин. Аҡйондоҙҙар, Аййондоҙҙар һәм башҡа йондоҙҙар, һоҡланып, хайран ҡалып, куҙ ата һиңә. Һин уның һайын ҡупшыраҡ, уның һайын дәртлерәк, уның һайын сәмлерәк баҫаһың. М. Кәрим.
3. Тойғоға бирелеүсән, темпераментлы.
□ Страстный, пылкий, темпераментный. Дәртле ҡатын. Дәртле егет.
ДӘРТЛЕЛЕК (дәртлелеге) (Р.: страстность; И.: passion; vehemence T: coşkunluk) и.
Дәртле булыу сифаты. □ Страстность, пылкость. Егеттәрҙең дәртлелеге.
ДӘРТЛӘНДЕРГЕС (Р: воодушевляющий; И.: inspirational; rousing; inspiring; T: cesaret verici) c.
Дәрт бирә торған, рухландырғыс. □ Воодушевляющий, вдохновляющий; ободряющий. Дәртләндергес йыр. Дәртләндергес һуҙҙәр.
ДӘРТЛӘНДЕРГЕС БҮЛӘК (бүләге) (Р: поощряющая награда; И.: consolation prize; T: ödül) и.
Айырым уңыштар өсөн дәртләндереү маҡсатында бирелгән бүләк. □ Поощряющая награда. Дәртләндергес буләк тапшырыу.
ДӘРТЛӘНДЕРЕЛЕҮ (дәртләндерел-) ҡ. тош. ҡар. дәртләндереү, страд, от дәртләндереү. Ижады дәртләндерелә. Торло саралар менән дәртләндерелә.
ДӘРТЛӘНДЕРЕҮ (дәртләндер-) (Р: воодушевлять; И.: encourage; inspire, stimulate; T: coşturmak) ҡ.
Дәрт биреү, дәрт уятыу. □ Воодушевлять, вдохновлять; поощрять, стимулировать. Уй дәртләндерә. ■ Был айҙа хәтһеҙ генә эш хаҡы аласаҡтар бит. Бындай уй уларҙы ла дәртләндерә. Я. Хамматов. Кир ат
өҫтөндәге Салауат яуға дәртләндереп йыр башлай. Халыҡ йырынан.
ДӘРТЛӘНЕҮ (дәртлән-) (Р: воодушевляться; И.: be filled with enthusiasm; T: coşmak) ҡ.
Дәрт (I, 1) инеү, дәрт уяныу, дәрткә тулыу, ашҡыныу, рухланыу. □ Воодушевляться, вдохновляться. Дәртләнеп эшләу. К Әбделхаҡ менән Мәғәфур ҙә, йорт тирәһен нығытҡанда, дәртләнеп, атаһына ярҙам иттеләр. Ж. Кейекбаев.
ДӘРТ МӨЙӨШЛӘНЕҮ (дәрт мөйөшлән-) (Р: осуществляться; И.: come true, come to be; be put into effect; T: gerçekleşmek) ҡ.
Күңел һалған, дәрт иткән нәмә тормошҡа ашыу. □ Осуществляться, претворяться в жизнь (о желании), fi Әйҙә, дәртең мөйөшләнһен. Уҡығас, уҡы инде. С. Агиш.
ДӘРТНӘ (Р: саночки; И.: small sledge; T.: küçük kızak) и. диал.
Бәләкәй сана.П Саночки.
ДӘРТ-ТЕЛӘК (дәрт-теләге) и. йыйн. ҡар. дәрт I, 1. ■ Барса халыҡ дәрт-теләк эсендә... М. Өмөтбаев.
ДӘРТҺЕҘ (Р: вялый; И.: flabby; slack; inactive; T.: durgun) c.
Дәрте юҡ, күңеле һүлпән. П Вялый, инертный, пассивный, бездеятельный. ■ Куңеле ҡатҡан бер дәртһеҙ, моңһоҙ булһа. М. Аҡмулла. Был [Еөбәйдулла Бу би] бик тупаҫ, шуның менән бергә уҡытыуға дәртһеҙ кеше булып куренде. М. Ғафури. • Дәртһеҙ кеше — куҫәк, йәрһеҙ кеше — ишәк. Әйтем. Дәртһеҙгә дауа юҡ. Мәҡәл. Дәртһеҙ егет йоҡосан булыр. Әйтем. Дәртһеҙҙән дәрт сыҡмаҫ. Әйтем. Дәртһеҙгә дан юҡ. Әйтем. Дәртһеҙгә дауа юҡ. Әйтем.
ДӘРТҺЕҘЛӘНЕҮ (дәртһеҙлән-) (Р.: становиться бесстрастным; И.: be passive; T.: dertsizlenmek) ҡ.
Дәрте юғалыу, һүлпәнәйеү, күңеле һүрелеү. □ Становиться (стать) бесстрастным, инертным, пассивным. ■ Ялҡауландым, дәртһеҙләндем шулай. Сәғәттәр буйына ултырғыста тумәр кеуек ултырам, уйлан
473