ДӘРТҺЕНЕҮ
майым, хыялланмайым, хатта ҡымшанмайым да. Г. Яҡупова.
ДӘРТҺЕНЕҮ (дәртһен-) (Р.: воодушевляться; И.: be (feel) inspired; T.: coşmak) ҡ.
Дәрткә тулыу, дәртләнеү, дәрт итеү.
□ Воодушевляться, вдохновляться. Дәртһенеп йырлау. Дәртһенеп эшләу.
ДӘРТ ӘЙТЕҮ (дәрт әйт-) ҡ. ҡар. дәрд әйтеү.
ДӘРҮИШ [фарс. (Р: дервиш;
И.: dervish; (Moslem) wanderer; T.: derviş) и.
1. Суфыйсылыҡ орденының бер вәкиле.
□ Дервиш.
2. Донъяуи нәмәләрҙән ваз кисеп, күңелен бөтөнләй дингә һалып, Алла бәндәһе булып йөрөгән кеше. □ Дервиш; странник, скиталец. ■ [Шаҡман] дәруиш ҡашына килеп, тубығын сәнсеп ултырҙы ла иркенләп тыңлай башланы. К. Мәргән. Дәруиш тиһәң дә, яҙғандары ҡала бит, әллә нисә йыл, хатта быуаттарҙан һуң ҡаҙып сығаралар, уҡыйҙар. Р. Солтангәрәев. • Дәруиш — ашауынан, бай йәшәуенән билгеле. Әйтем.
3. кусм. Нимәгәлер мөкиббән китеп, донъяуи нәмәләрҙе онотҡан хыялый, ярлы кеше. □ Мечтатель. Дәруиш булып йәшәу. ■ Бер дәруиш ҡоҙоҡ бысратып та исем ҡалдырған бит. Б. Бикбай. • Ике дәруиш бер балаҫҡа һыйыр, ике батша ер йөҙөнә һыймаҫ. Әйтем.
ДӘРҮИШЛЕК (дәрүишлеге) (Р.:дерви-шество; И.: (a life of) wandering; T: dervişlik) и.
Дәрүишкә хас сифаттар, дәрүиш булыу хәле. □ Дервишество; странничество, скитальчество. Дәруишлектең киң таралыуы. Дәруишлек юлында йөрөгән.
ДӘРХАН ЯТЫУ (дәрхән ят ) (Р: лежать привольно; И.: lie at one’s ease; T.: ferahlamak) ҡ. диал.
Иркенләп, йәйрәп ятыу. □ Лежать привольно. Дәрхан ятып ял итеу.
ДӘРӘЖӘ [ғәр. <»] (Р: авторитет; И.: authority; T.: itibar) и.
1. Йәмғиәттә тотҡан урын, ижтимағи кимәл; абруй. □ Авторитет, престиж. ■ Кешенең дәрәжәһе юғары булған һайын, вәғәҙәһе тубән була ул. 3. Ураҡсин. Әхмәҙиә
уҙенсә бер кеселеклелек, шул уҡ ваҡытта дәрәжәһен төшөрмәй генә Басариев менән куреште. Р. Солтангәрәев.
2. Эштә, белемдә һ. б. яулаған үр, биләгән урын. □ Авторитет, пост, должность. Дәрәжәһе ҙур. Дәрәжәһе бар. Юғары дәрәжәгә өлгәшеу.
3. Рәсми бирелә торған, эш-хеҙмәт баҫҡысын күрһәткән исем. □ Звание, степень; чин, ранг. Фән кандидаты тигән ғилми дәрәжә. Профессор дәрәжәһе алыу.
4. Намәнеңдер сағыштырма үлсәм кимәле. □ Уровень, мера, степень. ■ Үҙенең фекер дәрәжәһен курһәтергә иткәндәй, кикереп ҡуйҙы. А. Абдуллин.
5. Эш-хәлдең булмыш кимәле. □ Состояние, степень. Аҡылдан яҙыу дәрәжәһенә етеу.
6. гром. Сифат, рәүеш кимәлен белдергән грамматик категория. □ Степень. Сифаттың дәрәжәһе.
7. мат. Һанды үҙ-үҙенә ҡабатлауҙан торған математик ғәмәл. □ Степень. Икенсе дәрәжәлә.
8. иҫк. Һыу, һауа, тән һ. б. температураһын үлсәй торған берәмек; градус. □ Градус. 10 дәрәжә генә һалҡындар тора.
ДӘРӘЖӘ КҮРҺӘТКЕСЕ (Р: показа тель степени; И.: index; T.: üs) и. мат.
һандың, аңлатманың ниндәй дәрәжәгә күтәрелеүен күрһәткән һан йәки хәреф. □ Показатель степени.
ДӘРӘЖӘЛЕ (Р: авторитетный; И.: authoritative; prestigious; T.: itibar sahibi) c.
1. Юғары дәрәжәгә (1)эйә булған, йәмғиәттә абруйлы; күренекле. □ Авторитетный, престижный. ■ Дәурән, дәрәжәле бейҙәрҙән курмәксе, кусендә мамыҡ менән һырыу лы сатыр текләште. Ә. Хәкимов.
2. Эштә яуаплы урын биләгән; вазифалы. □ Авторитетный, должностной. ■ Офицер кителе кейгән олпат ир, ҡатын уҙе лә матур кейемле, дәрәжәле кешеләр икәнлеге әллә ҡайҙан куренеп тора. Т. Ғиниәтуллин. [Гөбәйгә] дәрәжәле етәкселәргә фатир һайлау бурысы йөкмәтелде. Ә. Хәкимов. Кантон
474