ДӘҮЛӘТ
хәҙрәте инде ҙур кеше, дәрәжәле кеше. Үҙе былай бик ныҡ уҡыған да, буғай. И. Насыри.
3. мат. Дәрәжәгә (7) күтәрелгән. □ В степени. Дәрәжәле тигеҙләмә.
ДӘСТ [фарс. и. иҫк. кит. ҡар. ҡул I, 1.
ДӘСТГИР [фарс. и. иҫк. ҡар.
дәстүр 1, 2. ■ Флавия исемле кемһәнә иң әуәл магнит уғын диңгеҙҙә юл курһэтер өсөн дәстгир итте. М. Өмөтбаев.
ДӘСТҮР [фарс. (Р.: инструкция; И.: directions, instructions; T.: talimat) и. иҫк. кит.
1. Ҡулланма, ҡағиҙә. □ Инструкция, предписание, правило. Дөрөҫлөк дәстуре.
2. Рөхсәт. □ Разрешение, позволение. Дәстур алыу.
ДӘСТӘРХАН [фарс. и. иҫк.
кит. ҡар. дастархан 1, 2. Дәстәрханды йыйып алыу. ■ Айым ҡиммәтле дәстәрхан йәйеп, йәһәт кенә һый-хөрмәт әҙерләне, яңы һабаны асып, оло ҡунаҡтарға ғына тотола торған сеуәтәләренә ҡымыҙ ҡойҙо, тәуге аяҡты ағасайына уҙ ҡуллап тотторҙо. Ғ. Ибраһимов. Ҡурылған ҡор, сел, өйрәк ите, ҡаҙылыҡ, һарыҡ билләмәләре, ҡабырғалары артынан дәстәрханға боҫрап торған һурпа, унан бишбармаҡ, ике-өс төрлө былау килтерҙеләр. Ә. Хәкимов.
ДӘТЯЛ и. диал.
1. ҡар. дәжжәл 2.
2. ҡар. яуыз. Дәтял кеше булып сыҡты.
ДӘҮ с. ҡар. ҙур 1, 4, 4—8. ■ Ҡалын бишмәте өҫтөнән ҙур алъяпҡыс тартҡан ҡара һаҡаллы дәу «мужик» бәләкәй ҡапҡанан башын курһәтте. 3. Ураҡсин. Егет, дәу һарыҡташ янына атылып барып, ниндәйҙер ҡарасҡыны елтерәтеп килтергән арала, был һуҙен әйтеп бөтөрөргә ашыҡты. Ә. Хәкимов. Иван Кирилловҡа Һиндостан сауҙагәре Мэру әри Барайя, Шәреҡтәге каруан юлдары, шаулап-гөрләп торған дәу баҙарҙар, ундағы затлы тауарҙар тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ғ. Ибраһимов.
ДӘҮАТ [фарс. (Р: чернильница; И.: inkwell; inkpot; T.: mürekkep hokkası) и.
Яҙыу өсөн ҡара һауыты. □ Чернильница. ■ Хат яҙырға ҡәләм менән дәуат кәрәк. М. Өмөтбаев.
ДӘҮ АТАЙ и. диал. ҡар. олатай.
ДӘҮБИРЕ и. миф. диал. ҡар. дейеү.
ДӘҮҒОШ и. зоол. диал. ҡар. барҡылдаҡ. Ҡул буйында дәуғош тауышы ишетелә.
ДӘҮЕГЕҮ (дәүек-) ҡ. диал. ҡар. ҙурайыу 1, 2, 3. • Бала йығыла-йығыла дәуегер. Мәҡәл.
ДӘҮЕР [ғәр. (Р: эпоха; И.: age; era; T.: devir) и.
1. Йәмғиәт тормошоноң үҙенә хас ваҡиғалар менән билдәләнгән бер ваҡыты; осор. □ Эпоха. Дәуергә яраҡлы стиль табылыр, ләкин ул икенсе метод менән табылыр. С. Агиш. Старшиналарға, судьяларға, писарҙарға, старосталарға, башҡорттар ғәскәри булған дәуерҙәге кеуек, ер бирмәҫкә. М. Өмөтбаев. Бөгөнгө көрсөк тигәнебеҙҙең тамырҙарын, ниндәйҙер элементтарын кешелек уҫешенең теләһә ҡайһы дәуерендә лә табырға мөмкин. «Ағиҙел», № 9, 2010.
2. Билдәле бер ваҡыт араһы; заман.
□ Время, период, пора. ■ Аҙаҡ Төркиәлә йәшәгән дәуерендә был дастанды ул [Ә.-З. Вәлиди ], ғилми аңлатмалары менән бергә айырым китап итеп баҫтырып сығара. Ә. Сөләймәнов.
3. геол. Геологик система ҡатлауҙарында тау тоҡомдары барлыҡҡа килгән билдәле ваҡыт аралығы; эраның бер олөшө.
□ Период. Аҡбур дәуере.
ДӘҮЕР ҺӨРӨҮ (дәүер һөр-) ҡ. диал. ҡар. йыназа уҡыу.
ДӘҮ КЕШЕ и. диал. ҡар. алп 1. ■ Элек дәу кешеләр булған. Экспедиция материалдарынан.
ДӘҮЛӘТ [ғәр. Чр] (Р: государство; И.: state; T.: devlet) и.
1. Илдә тәртипте, системаны һаҡлау өсөн башында хөкүмәт, уның органдары торған сәйәси ойошма һәм ошондай сәйәси ойошмаһы булған ил. □ Государство, держава, империя. Рәсәй дәуләте. ■ Дәуләт эшен беҙҙең мосолман дине лә ситкә ҡуймай.
3. Ураҡсин. Ул [Эрнст Иоганн Бирон] дәуләт
475