ДӘҮЛӘТ АППАРАТЫ
эше менән дә булашманы, бөтә шөғөлө яҡшы аттар, һунарға йөрөү, императрицаның күңелен күтәреү генә булды. Ғ. Ибраһимов.
2. Байлыҡ, мал-мөлкәт. □ Богатство, состояние; благо. Дәүләт туплау. ■ Мәгәр һыу бүкәнең төҫөн асалыр, һыу менән ергә дәүләт сәсәлер. М. Өмөтбаев. • Тырышҡанға дәүләт бар. Мәҡәл. Артыҡ дәүләт күҙ сығара. Мәҡәл. Ҡәрҙәшһеҙгә ҡеүәт юҡ, уланһыҙға дәүләт юҡ. Мәҡәл. Яҡшы ҡатын — өй дәүләте, яҡшы кейем — туй дәүләте. Әйтем.
ДӘҮЛӘТ АППАРАТЫ (Р.: государственный аппарат; И.: state apparatus; T.: devlet idaresi) и.
Дәүләт етәкселегенең бөтә сфераларын хеҙмәтләндереүсе учреждениелар, ойошмалар, хеҙмәткәрҙәр. □ Государственный аппарат. Дәүләт аппараты хеҙмәткәрҙәре. Дәүләт аппараты структураһы.
ДӘҮЛӘТ-АРА (Р: межгосударственный; И.: intergovernmental; T: devletlerarası) с.
Ике йәки бер нисә дәүләт өсөн уртаҡ; дәүләттәр араһындағы. □ Межгосударственный. Дәүләт-ара килешеү.
ДӘҮЛӘТ ВЛАСЫ (Р: государственная власть; И.: state authority governmental authorities; T.: hükümranlık) и.
Дәүләт менән идара итеү хоҡуғы; сәйәси хакимлыҡ. □ Государственная власть. Дәүләт власы ҡарарҙары.
ДӘҮЛӘТ ДЕПАРТАМЕНТЫ (Р: государственный департамент; И.: State department; T.: Devlet dairesi) и.
Тышҡы эштәр министрлығы (АҠШ һ. б ҡайһы бер дәүләттәрҙә). □ Государственный департамент. Дәүләт департаменты етәкселеге.
ДӘҮЛӘТ ИДАРАЛЫҒЫ (Р: государ-ственнное управление; И.: public (state) administration; T: devlet idaresi) u.
Хакимлыҡ, етәкселек. □ Государственное управление. Дәүләт идаралығы етәкселеге.
ДӘҮЛӘТ ҠОШО и. ҡар. дәүләтле ҡош. ■ Һин икәнһең егет солтаны, дәүләт ҡошо ҡунһын башыңа. Халыҡ йырынан.
ДӘҮЛӘТЛЕ (Р: богатый; И.: wealthy; affluent; T: zengin) с.
Дәүләте (2) бар, дәүләте булған; бай, хәлле, мөлкәтле. □ Богатый, состоятельный. Дәүләтле ғаилә.
ДӘҮЛӘТЛЕ ҠОШ (Р: священная птица счастья; И.: sacred bird; T: devlet kuşu) и. миф.
Бәхет ҡошо, изге ҡош. □ Священная птица счастья. Дәүләтле ҡош теләү. ■ Был бит дәүләтле ҡош булырға оҡшай. Ул, моғайын, беҙҙән ризыҡ һорайҙыр. Әкиәттән.
ДӘҮЛӘТЛӘШЕҮ (дәүләтләш-) (Р: национализироваться; И.: become nationalized; T.: devletleşmek) ҡ.
Дәүләт мил кенә күсеү (ер һәм халыҡ хужалығының торлө тармаҡтарына ҡарата).
□ Национализироваться. Дәүләтләшкән ерҙәр.
ДӘҮЛӘТЛӘШТЕРЕҮ (дәүләтләштер-) (Р: национализировать; И.: nationalize; Т.: devletleştirmek) ҡ.
Дәүләт милкенә әйләндереү, дәүләт мил-кенә күсереү. □ Национализировать. Заводтарҙы дәүләтләштереү. Ер аҫты байлыҡтарын дәүләтләштереп ҡуйыу.
ДӘҮЛӘТСЕЛЕК (дәүләтселеге) (Р: государственность; И.: statehood; T.: devletçilik) и.
Дәүләт төҙөлөшө, дәүләт ойошмаһы.
□ Государственность. Дәүләтселек билдәһе. Дәүләтселек юлы. Дәүләтселек күренештәре. ■ [Башҡортостан флагы] республикабыҙҙың дәүләтселек билдәһе булараҡ, Башҡортостандың барлыҡ дәүләт учреждениелары, хакимиәт биналары башында ғорур елберләй. «Башҡортостан», 25 февраль 2012.
ДӘҮЛӘТҺЕҘ (Р: безгосударственный; И.: stateless; T.: devletsiz) с.
1. Дәүләте (1) булмаған, дәүләт булып ойошмаған. □ Безгосударственный. Даулат-һеҙ йәмғиәт. Дәүләтһеҙ халыҡ.
2. Ҙур дәүләте (2) булмаған, мал-мөлкәте иҫәпле, бай түгел. □ Небогатый, нуждающийся. Дәүләтһеҙ кеше.
ДӘҮМӘЛ (Р: объём; И.: volume; amount; T.: hacim) и.
476