ДӘФНӘ
Ерләү, күмеү (мәйетте). □ Хоронить, погребать (покойника). ■ Вафат булһаҡ, ҡайҙа беҙҙе кәфенләмәк, йыназа уҡып, ҡайҙа беҙҙе дәфенләмәк. Бәйеттән.
ДӘФНӘ [фарс. (Р.: лавровишня; И.: cherry laurel; T.: defne) и. иҫк.
1. Япрағы лавр япрағына, емеше сейәгә оҡшаған, лаврҙар ғаиләһенә ҡараған йылы яҡ ағасы (Иран, Кавказ, Балҡан ерҙәрендә үҫә).
□ Лавровишня (лат. Prunus laurocerâsus). Дәфнәне бөтөнләй лавр ағасы менән бутарға ярамай, япрағын лавр ағасына оҡшатып ҡына шундай атама биргәндәр.
2. Шул ағастың емеше. □ Лавровишня. Дәфнәнең емеше ашарға яраҡлы, әммә орлоғо үтә лә ағыулы.
ДӘФТӘР [фарс. (Р_: тетрадь; И.: notebook; Т.: defter) и.
1. Яҙыу, рәсем төшөрөү өсөн тышлап бергә беркетелгән таҙа ҡағыҙ биттәре. □ Тетрадь. ■ Ул [Сергей] сумкаһынан дәфтәр һәм ҡәләм алды ла күңелендә тыуған тәүге юлдарҙы шыбырланы. А. Абдуллин.
2. Нимәгәлер махсус тәғәйенләп эшләнгән төпләнгән ҡағыҙ биттәре. □ Тетрадь. Кеше һанын билдәләп барыу өсөн махсус дәфтәр тоттом.
3. дини. Дин буйынса, фәрештәләр кешенең яман-яҡшы эшен теркәп бара торған дәфтәр; ғәмәл дәфтәре (II) (ураҙа алдынан дәфтәр алышына: унда үлә торған кешеләрҙе юйып, тыуа торған кешеләрҙе яҙалар).
□ Тетрадь, где ангелы записывают плохие и хорошие деяния человека.
ДӘХАН [фарс. cAaû] (Р.:дым; И.: fume; T: duhan) и. иҫк.
Тотон. □ Дым. ■ Ауыҙындағы янтарҙан уйната ине дәхан. М. Өмөтбаев.
ДӘХЕЛ [ғәр. иКД (Р: отношение; И.: relation; T: dahi) и. иҫк.
Ҡатнашлыҡ, ҡыҫылыш. □ Отношение, вмешательство, касательство, касание. Дәхел бар.
ДӘХЕЛ БУЛЫУ (дәхел бул-) (Р: быть включённым; И.: be included; T: dahil olmak) ҡ.
Ҡатнашыу, индерелеү. □ Быть включённым.
ДӘХИ (Р: ещё раз; И.: once more; T: daha) р. диал.
Тағы, йәнә. □ Ещё раз, ещё; снова. ■ Хаҡ Тәғәлә яҙып, ризыҡ булғас, күп ерҙәргә дәхи йөрөттө. М. Өмөтбаев. Куҙый иртә тора ла дәхи уйнарға сығып китә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ДӘҺАН [фарс. сМД (Р: рот; И.: mouth; T: dehan) и. иҫк. кит.
Ауыҙ. □ Рот. Дәһаныма ризыҡ ҡаптым.
ДӘҺЕР (дәһрә) [ғәр. >-| (Р: эпоха;
И.: epoch; age; T: dehir) и. иҫк. кит.
Заман, осор; дәүер; ғүмер. □ Эпоха, век. Үткән дәһер. ■ Минең эшем емешһеҙ, китте дәһрә. М. Өмөтбаев.
ДӘҺРИ [ғәр. (Р: безбожный; И.: godless; ungodly, atheistic; T: dehri) с. иҫк.
Аллаһыҙ, динһеҙ, дин тотмаусы. □ Безбожный, атеистический. ■ Юғиһә, мөнкир ҙә зиндик, дәһриҙәр: «Аллағыҙ ғәфләттә ҡалған бит!» — тиерҙәр! Ш. Бабич. Бөйөк хәҙрәткә лә тел тейҙерә был дәһри, — тип мулла Юлыш батыр яғына лас итеп төкөрөп ҡуйҙы. Ә. Хәкимов. Һин, шаҡшы дәһри, изге мосолман ҡанын самаһыҙ ҡойҙоң. Бының өсөн һиңә ниндәй яза бирһәң дә әҙ булыр, — тине паша. М. Кәрим.
ДӘҺРИЛЕК (дәһрилеге) (Р: безбожие; И.: atheism; T: dehriye) и.
Аллаһыҙлыҡ, динһеҙлек. □ Безбожие, атеизм. ■ Заманында мин ошо мәсеттең манараһын ҡолатыштым! Халыҡҡа дәһрилек юлынан китеү юлын күрһәтештем. Т. Ғарипова.
ДӘҺШӘТ [ғәр. (Р: страх; И.: fright, fear; T: dehşet) и.
Ҡурҡыу, ҡот осҡос ҡурҡыу һалған нәмә, ныҡ ҡурҡыныс. □ Страх, ужас, кошмар. ■ Дәһшәт һалып килеп ингән баҫҡынсыларҙың бер төркөмө йылҡы өйөрөнә ташланды. К. Мәргән. Кап-ҡара урманда йыртҡыстар олой, һәм дә ер аҫтында ғифриттәр дулай, ерҙе, күкте ҡурҡыныс дәһшәт ала. Ш. Бабич. Ә күңелдә хәүеф менән дәһшәт тойғоһо, — әйтерһең, бер ни менән дә төҙәтеп булмаҫлыҡ ҙур фажиғә, хата ҡылынған. М. Ямалетдинов. Беҙ
№