ҘА
һөжумгә барған саҡта дәһшәт була көсөбөҙ. Бәйеттән.
ДӘҺШӘТЛЕ (Р.: ужасный; И.: monstrous, terrible; awesome; T: dehşetli) c.
Ҙур бәлә-ҡаза килтергән, ҡот осҡос яман; ҡурҡыныслы, афәтле. □ Ужасный, жуткий, чудовищный. Дәһшәтле ут. ■ Алдыңда дәһшәтле мәхшәр билдәһеҙлеге торғанда, ул сәскәләр айырата матурыраҡ булып тойола. Д. Юлтый. Легендалар буйынса, ер (урын) эйәһе — дәһшәтле көс, уның изгелеген куреу өсөн кеше уҙе уға изгелек эшләргә тейеш. Ф. Нәҙершина.
ДӘЫИӘТЛЕЛЕК (дәһшәтлелеге) (Р.: чудовищность; И.: monstrosity; enormity; T.: dehşet) с.
Бәлә-ҡаза; ҡот осҡос, яман, ҡурҡыныс афәт. □ Чудовищность, жуть. ■ Пароход баҫҡыстарында һәм палубаларҙа дөпөлдәгән аяҡ тауыштары, ниндәйҙер бер йән эйәһенең ят куҙҙәре һымаҡ тегендә лә бында йымылдаған фонарь уттары — был төнгә серле дәһшәтлелек бирҙеләр. А. Карнай.
ДӘҺӘ киҫ. кар. даһа.
ДЮЙМ [рус. < гол. duim ‘баш бармаҡ’] (Р: дюйм; И.: inch; T.: pus) и.
Элек баш бармаҡ киңлегенә тиң, хәҙерге көндә 2,54 см-ға тигеҙ булған оҙонлоҡ үлсәүе. □ Дюйм. / Дюймовый. Дюйм менән улсәу. Инглиз дюймы. ■ Балыҡ әкрен генә китеуен белде. Ҡарт уны бер дюймға ла яҡынайта алманы. Картотека фондынан. Килеп яныбыҙға төшә алты дюйм снаряд. Бәйеттән.
ДЮЙМЛЫ (Р: дюймовый; И.: one-inch; T.: pusluk) с.
Билдәле бер дюймға тигеҙ булған, дюйм менән үлсәнгән. □ Дюймовый. Алты дюймлы снаряд. ■ Бөтәһе биш мең метр самаһы торба ятырға тейеш. Бишәр дюймлы. Р. Солтангәрәев. Скважинаның өҫкө балсыҡ ҡатламындасы ун һигеҙ дюймлы торба (колонка), унан тәрәндә ун ос дюймлы торбалар эсенән төшөрөлгән торбаларҙы станоктың ҡаптырмаларына ҡаптырып нығыталар ҙа бер нисә әйләнеш яһайҙар. А. Таһиров.
ДЮНА [рус. < нем. Düne] (Р: дюны; И.: dune; T.: kumul) и.
Диңгеҙ буйындағы ел менән күсеп йөрөгән ҡом убалары. □ Дюны.
ДЮРАЛЬ [рус. < лат. duruş ҡаты’ + алюминий] и. ҡар. дюралюмин. Дюраль торба. Дюраль иретмәһе. Дюраль етештереу.
ДЮРАЛЮМИН [рус. < нем. Duren Дюрен, ‘иретмә етештерелә башлаған ҡала исеме’ + лат. алюминий} (Р: дюралюминий; И.: duraluminium; T.: duralümin) и.
Баҡыр, магний, кремний ҡушып ҡойолған еңел, ныҡ алюмин иретмәһе. □ Дюралюминий. / Дюралюминиевый. Дюралюмин саңғы таяғы. Дюралюмин табаҡ.
ДЮШЕС [рус. < фр. duchesse ‘герцогиня’] (Р: дюшес; И.: duchesse pear; T: armut türü) и.
1. бот. Шәрбәтле, һутлы, йомшаҡ груша сорты. □ Дюшес. Дюшес уҫтереу. Көҙгө дюшес. Дюшес ултыртыу.
2. кул. Карамель төрө. □ Дюшес. Дюшес һатып алыу.
Ҙ [ҙэ] (Р.: седьмая буква башкирского алфавита; И.: the seventh letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin yedinci harfi)
Башҡорт алфавитының етенсе хәрефе. Ышҡыулы, яңғырау, тел алды — теш араһы тартынҡыһы [ҙ] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — Ҙ, бәләкәй — ҙ формаһында яҙыла.
□ Седьмая буква башкирского алфавита. ҙ-ны билдәләп курһәтеу. Ҙ-ға тиклем яҙыу.
ҘА I киҫ. ҡар. да I. Эҙләуҙәр ҙә туҡтатылды. Малайҙар ҙа оҙаҡланы. ■ Юламандар, ҡарттың һуҙен тыңлап, аттарын аҡланға алып сыҡһалар, уҙ куҙҙәренә уҙҙәре ышанмай торалар: бындай ҙа иҫерткес бал еҫе бөркөп торған сәскәләрҙе, хуш еҫ
479