Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 481 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҘУРАЙТЫУ
ҘУ Й КИЛЕҮ (ҙуй кил*) ҡ. диал. ҡар. геү килеү. Ҡолаҡ тондороп ҙуй киләләр.
ҘУР [фарс. jjj] (Р.: большой; И.: big, large; T.: büyük) с.
1. Дәүмәле, үлсәме саманан артыҡ; дәү; киреһе — бәләкәй. □ Большой. Ҙур ауыл. Ҙур ҡарағас. Ҙур анар. Ҙур ялан. Ҙур зал. Ҙур бәрҙе. Ҙур ҡаҙан. Ҙур быуа. Ҙур итеп өңөү. ■ Инсафлы ҡыҙҙар һымаҡ шым ғына аҡҡан йылға буйына урынлашҡан был йәйләү артыҡ ҙур түгел. К. Мәргән. Тирә-яғыма күҙ һалам: яланға, әйтерһең, ҡаймалап һырылған ҙур балаҫ түшәп ҡуйғандар. Н. Мусин. Был ваҡытта инде ул — хәлле зат: ауылда өс ҙур таш өйө бар, келәттәре лә таштан, ҡайһы бер аласыҡ-һаласығы ғына шыңғырлап торған ҡолас-ҡолас ҡарағайҙан буралған. Н. Мусин. Күл ситендәге тирәктең башында өй саҡлы ҙур бер оя, ти. Әкиәттән.
2. Һан, күләм яғынан ғәҙәттәгенән артыҡ; күп, күмәк. □ Большой, многочисленный. Ҙур ғаилә. Ҙур факультет. Ҙур ҡала. Ҙур сығым. Ҙур коллектив. Ҙур фирма. Ҙур эш хаҡы. ■ Ҡышын һеҙҙең яҡта ҡар ҙур була бит, көрт баҫып бөтөр. Н. Мусин.
3. Көсө, ҡеүәте, кимәле, дәрәжәһе буйынса саманан артыҡ, өҫтөн. □ Большой, значительный. Ҙур башланғыс. Ҙур етешһеҙлек. Ҙур шатлыҡ. Ҙур гөнаһ. Ҙур зыян. Ҙур ғәйеп. Ҙур һәләт. Ҙур ҡаза. Ҙур ҡәнәғәтлек кисереү. Ҙур ниәт. Ҙур талап. Ҙур ғилем. Ҙур еңеү. Ҙур ярҙам. Ҙур йомош. Ҙур хөрмәт. Ҙур хәстәрлек күрһәтеү. Ҙур бәлә. Ҙур яңылыҡ. Ҙур итеп һөйләү. Ҙур әһәмиәтле. Н Һуғыштан ҡайтҡас, тыуған ерҙә йәшәү, туған телдә аралашыуҙың ҙур бәхет икәнен тойҙом. «Ағиҙел», № 10, 2010. Рекламаларҙың йоғонто көсө ҙур. «Үҙәк Өфө», 12 июль 2010.
4. Дәрәжәһе, ҡеүәте буйынса өҫтөнлөклө, абруйлы. □ Большой, значительный. Ҙур компания. Ҙур капитал. Ҙур майҙан. Ҙур театр. Ҙур спорт.
5. Йәш яғынан оло; өлкән. □ Старший, взрослый. Ҙур ейән. Ҙур инәй.
6. Әһәмиәткә эйә булған; мөһим, оло. □ Большой (важный по значению). Ҙур бай
рам. Ҙур ваҡиға. Ҙур йөкләмә. Ҙур мәсьәлә. Ҙур спорт. Ҙур сәнғәт. Ҙур тойғо. Ҙур йомош.
■ Ҡыйын эштәр еңеләйә, булһаң тырыш, .. ҙур эште ҙурлап үтәү — һиңә бурыс. Ш. Бабич.
7. Юғары дәрәжәгә эйә булған; таныҡлы, абруйлы. □ Большой, выдающийся, известный, крупный, высокий. Ҙур исем. Ҙур дәрәжә. Ҙур зат. Ҙур түрә. Ҙур урын. Ҙур яҙыусы.
■ Юҡ, ҡурҡмайҙар. Киләләр. Ябай халыҡ түгел, ҙурҙары, һиммәтлеләре. Ғ. Ибраһимов. Был папка Йәнтимергә бик килешеп тора. Ул, ҙур кешеләр кеүек, маңлайын йыйырсыҡландырған булған. С. Агиш. Ҙур йәнеңде хур итеп, йөрөмә ҡәҙерһеҙ тән менән. Ш. Бабич.
8. Ваҡыт аралығы оҙон; оҙаҡ. □ Большой, долгий. Ҙур ғүмер. Ҙур арауыҡ. Йәш араһы ҙур.
9. диал. ҡар. алыҫ 1. Ҙур йөрөмәнеләр, ун биш — егерме саҡрым ғына.
ҘУРАЙТТЫРЫУ (ҙурайттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҙурайтыу, понуд. от ҙурайтыу. Баҡсаны ҙурайттырыу. Фотоны ҙурайттырыу. Юлдарҙы ҙурайттырыу.
ҘУРАЙТЫЛЫУ (ҙурайтыл-) ҡ. төш. ҡар. ҙурайтыу, страд, от ҙурайтыу. Ҙурайтылған мәктәп. Ҙурайтылған экран. Компьютерҙа ҙурайтылған һыҙмалар. Һуҙып-тар-тып ҙурайтылыу. Ҙурайтыла һәм йыйыла торған сумка.
ҘУРАЙТЫУ (ҙурайт-) (Р.: увеличивать; И.: enlarge; increase; T.: büyütmek) ҡ.
Ҙурға әйләндереү, ҙур итеү; дәүмәлен, күләмен арттырыу. □ Увеличивать, преувеличивать; усилить; укрупнять, расширять; раздуть. Рәсемде ҙурайтыу. Ҙурайтып яһау. Эште ҙурайтып ебәреү. Фатирҙы ҙурайтыу. Коллективты ҙурайтыу. ■ Институттағы көндәштәре, уның районға китергә уйла-уын ишеткәс, ҡыуандылар, был идеяны үҫтерҙеләр, ҙурайттылар. Д. Бүләков. Бер аҙ күҙен ҙурайтып, аҙыраҡ буйын турайтып, былай тиеп әйткән, ти. «Урал батыр». Был замандарҙа Э стәрле башында ғилемдә тәрәҡҡи табып шәкерт күбәйә
16- 1.0116.12
481