ҘУРАЙЫУ
башлағанлыҡтан, мәсет һәм мәҙрәсәләрҙе ҙурайтырға хәжәт төшөп, бының өсөн куп аҡса, һәм һиммәт, һәм ижтиһад сарыф ителгән. «Ағиҙел», № 10,2010.
ҘУРАЙЫУ (ҙурай-, ҙурая) (Р.: увеличиваться; И.: increase; T.: büyümek) ҡ.
1. Дәүмәл, күләм үлсәме артыу. □ Увеличиваться. // Увеличение. Баҡса ере ҙурайған. Быуа ҙурайған. Осҡа табан ҙурайыу. Ябығыуҙан куҙҙәр ҙурайып китеу. ■ Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҙурайыуы Һәләуек яҙмышын ҡырҡа уҙгәртте. «Ағиҙел», № 10, 2010.
2. Көсө, кимәле артыу; көсәйеү. □ Увеличиваться, усиливаться, расти. // Увеличение, усиление, рост. Ҡурҡыуы ҙурайҙы. Ха-фаланыуы ҙурая барҙы. Ҡайғы ҙурайыу.
3. Йәш үҫеү, өлкәнәйеү. □ Взрослеть, расти. // Взросление, рост. Балалар нығынып, ҙурайып китте. Ҙурайғас ҡына аңшу.
■ Буҙансы ай уҫәһен көн уҫеп, ҙурайып киткән. Әкиәттән. Их, ҡасан анау Афзал ағайҙар һымаҡ ҙурайып кителә инде... Ҡасан ҙурайырмын да, ос һәнәген бер кемгә бирмәй, уҙем кәбән һала башлармын. Н. Мусин.
4. Әһәмиәте артыу, мөһимгә әйләнеү, мөһим төҫ алыу. □ Возрасти, стать значительным. Мәсьәләнең ҙурайыуы. Хәл-ваҡиғаларҙың ҙурайыуы. Хәбәр ҙурайыу.
5. Һан яғынан артыу, күбәйеү. □ Увеличиваться, расти.// Увеличение, рост. Ауыл ҙурая. Ҡласс ҙурайҙы. Коллектив ҙурайҙы.
■ Атаһы Әхмәтшаһ тыуған 1860 йылда унда Ҡөнбайыш Башҡортостандан Минзәлә мишәрҙәре килеп ултыра. Шунан ғына Ҡөҙән ауылы ҙурайып китә. «Ағиҙел», № 9, 2010.
ҘУР АСЫҠ (асығы) (Р.: большая поляна; И.: big glade; T.: büyük alan) и.
Урман, ағаслыҡ араһындағы бесән сабыуға, йәйләү урынлаштырыуға, халыҡ йыйындары, байрамдар уҙғарыуға яраҡлы асыҡ майҙан; ҙур аҡлан. □ Большая поляна; большая площадь. Ҙур асыҡта бесән сабалар. Йылға аръяғындағы ҙур асыҡта һабантуйҙар утә. ■ Яҙғы йорт ауылдан ун саҡрымдағы
ҙур асыҡта булды, ә Шәркә йәйләуе арыраҡ ята. Экспедиция материалдарынан.
ҘУРАТ (Р: продолговатая копна снопов; И.: oblong shock of sheaves; T: uzunca dokurcun) и.
Башын башҡа бергә терәп, арҡырыға теҙеп һалған кәлтә өйөмө. □ Продолговатая копна снопов. Кәлтә ҙураттарын өйөу. Көлтәләрҙән ҙурат ҡуйыу. Кәлтә ҙураттарынан кәбән өйөу.
ҘУРАТАЙ и. диал.
1. ҡар. олатай. Ҙуратайҙан ҡалған ҡомартҡы.
2. Атай менән әсәйҙең иң оло ағаһы. □ Старший брат отца или матери. Ҙур-атайҙың кәңәшен тотоу. Ҙуратайҙың хәлен белешеу.
ҘУРҒА ЕБӘРЕҮ (ҙурға ебәр-) (Р: раздуть (дело, разговор)', И.: exaggerate; complicate; T.: büyütmek) ҡ.
Ниндәйҙер эш-хәлде, һүҙҙе ҡуйыртыу, мөһимгә әйләндереү, ҡатмарландырыу, уға етди төҫ биреү. □ Раздуть (дело, разговор). ■ Ярар, хәҙер урмансыларҙы, ҡаланан ғәскәр килгәнсе, ҡайһылай итеп әурәтеп, ғауғаны ҙурға ебәрмәу хаҡында уйлашайыҡ. Н. Мусин. Ауыр итеп, эште китаптарҙағыса ҙурға ебәреп тугел, ..рәхәтләнеп ғазапланам бит. С. Агиш.
ҘУРҒА КИТЕҮ (ҙурға кит-) (Р: принять серьёзный оборот; И.: become complicated; T.: büyümek) ҡ.
Эш (һуҙ, ваҡиға) мөһимгә әйләнеү, ҡатмарланыу. □ Принять серьёзный оборот, осложниться (о деле, разговоре, ситуации и т. п.). ■ Эш ҙурға — атышыуға китә, хәбәр юғарыға ишетелә. Р. Камал. Алыш бармы, улеш бармы, тип эш ҙурға китһә, ул уны һыңар ҡулы менән быуып ташлаясаҡ. Ә. Хәкимов. Уның [Йәнтимерҙең] һуғыша торған ғәҙәте юҡ. Эштең ҙурға китмәҫен белеп торам. С. Агиш.
ҘУРҒАРЫН (Р: брюховина; И.: entrails; T.: karın) и.
Көйөшлө малдың ашҡаҙанындағы беренсе иң ҙур бүлек, оло ҡарын. □ Брюхови-
482