ҘУРЛЫҠ
на. Ҙурғарынды айырып алыу. Ҙурғарынды таҙартыу.
ҘУРҘАН (Р.: по-большому, глобально; И.: in a big way; globally T.: büyükçe) p.
Төптән, нигеҙҙән, тәрәндән. □ По-большому, глобально, глубоко. Ҙурҙан хыялланыу. ■ Хәйер, ҙурҙан уйлап ҡарағанда, бер нәмәлә булмаған кеуек. Ә. Әминев.
ҘУРҘАР (Р.: взрослые; И.: adults; T.: büyükler) и. купл.
Йәше ҙур кешеләр, өлкәндәр. □ Взрослые. Ҙурҙар кәңәше. Ҙурҙар сығышы. Ҙурҙар һөйләшеуе. ■ Ҙурҙарҙың шундай һуҙҙәрен тыңлап торған бәләкәй шәкерттәрҙең дә куңелдәренә төрлө уйҙар төштө, уларҙың Ғәли батыр кеуек көслө булаһылары һәм Салсал кеуек көслө «кафырҙар»ға осрап, һуғышаһылары килеп китте. М. Ғафури.
ҘУРҘАРСА (Р: по-взрослому; И.: like adults; T: büyükler gibi) p.
Ололар һымаҡ, өлкәндәр рәүешле. □ По-взрослому. Ҙурҙарса уйлау. Ҙурҙарса эш итеу. Ҙурҙарса һөйләу. Ҙурҙарса тотанаҡлы. ■ Баһау ҡарт һәр бер һораған нәмәгә яуап бирмәй ҡалдырмай, башҡалар кеуек, «куп төпсөмә әле, бәләкәй кешегә куп белергә ярамай», тип кенә ҡуймай, һинең менән ҙурҙарса һөйләшә. Ә. Чаныш.
ҘУР ЕТЕГӘН и. астр. ҡар. Етегән.
ҘУРИНӘЙ и. диал.
1. ҡар. өләсәй. Ҙуринәйҙең тиҫбеһе.
2. Әсәй менән атайҙың иң оло апаһы. □ Старшая сестра отца или матери. Ҙуринәйҙең васыяты. Ҙуринәйгә буләк алыу.
ҘУРЛАНЫУ (ҙурлан ) ҡ.
1. төш. ҡар. ҙурлау 1, 2. страд, от ҙурлау 1, 2. ■ Аҫыл таштай йылҡылдап, йылы ҡандай һулҡылдап, таң шикелле нурланып, арыҫландай ҙурланып, ҡайнап сығыр саф шишмә! Р Назаров.
2. кусм. диал. Эреләнеү. □ Возомнить о себе. Ҙурланып йөрөу. Текә тороп ҙурланып һөйләшеу. Тауышты кутәрә биреп ҙурланып һөйләшеу.
ҘУРЛАУ (ҙурла-) (Р: чтить; И.: honour; T.: saygı göstermek) ҡ.
1. Ҡәҙер-хөрмәт итеү, ололау, хөрмәтләү, ихтирам итеү. □ Чтить, почитать кого, оказывать почести кому. // Почитание.
■ Халык Урал батырҙы бик ҙурлап, хөрмәтләп ҡалкыуыраҡ бер ергә кумде, ти. «Урал батыр». Улар аҡ ат өҫтөндәге кешене шулай ҙурлап ҡаршы алғандан һәм тауыш-тын баҫылғандан һуң, дивизия башлығы уртаға туҡтап, военный губернаторҙың һалдаттарға ҡарата яҙған фарманын уҡырға кереште. М. Ғафури. • Яҡшы атты урлайҙар, яҡшы ҡыҙҙы ҙурлайҙар. Әйтем. Икмәкте хурлама, ҙурла. Әйтем.
2. Маҡтау, ҡупырайтыу, маһайтыу
□ Возвеличивать; восхвалять; превозносить. // Возвеличивание, восхваление.
■ «Һин мине, мырҙам, артыҡ ҙурламаҡсыһың», — тип сәбәләнде, ситкә, тәҙрә утәһенән офоҡтағы тауҙар теҙмәһенә куҙ төшөрҙө. Д. Бүләков. • Үҙеңде ҙурлама, кешене хурлама. Әйтем.
ҘУРЛЫҠ (ҙурлығы) (Р: величина, размер; И.: size; T.: büyüklük) и.
1. Нимәнеңдер дәүмәл, күләм үлсәме.
□ Величина, размер. Болондоң ҙурлығы. Фатирҙың ҙурлығы. Ҡасабаның ҙурлығы. Ат башы ҙурлыҡтағы. Ат куҙе ҙурлығы. Тәңкә ҙурлыҡтағы япраҡ. Йоҙроҡ ҙурлыҡтағы таш. ■ Тупаҫ командалар яңғырай, ауыҙҙарынан кубек сәсеп, буре ҙурлыҡ уҫал эттәр лауылдашып өрә. Ә. Хәкимов. Эш бит кәуҙә ҙурлығында, физик көстә генә тугел! Йөрәк тигән нәмә бар бит әле! А. Карнай. Хан тирмәһенең ҙурлығы ике өйөр йылҡы һыйырлыҡ булған. Әкиәттән.
2. мат., физ. Үлсәнгән дәүмәл. □ Величина. Даими ҙурлыҡ. Билдәһеҙ ҙурлыҡ.
3. Башҡаларҙан өҫтөнлөк, бөйөклөк, дәрәжә. □ Величие, честь. • Ил һаҡлау — ҙурлыҡ, ил баҫыу — хурлыҡ. Әйтем. Тырышлыҡ — ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ — хурлыҡ. Әйтем.
4. Хөрмәт, ихтирам. □ Почтение, уважение. Ҙурлыҡ менән. Ҙурлыҡ курһәтеу.
■ [Урал батыр — халыҡҡа:]Миңә бер ҙурлыҡ та кәрәкмәй! Ил батыры шул булыр — кеше һөйөр ир булыр. «Урал батыр».
16*
483