Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 484 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҘУР СЫПҠАЙ
ҘУР СЫПҠАЙ (Р.: чомга; И.: great crested grebe; T.: bahri) и. зоол. диал.
Урҙан (ҡыр өйрәгенең торо). □ Чомга (вид дикой утки) (лат. Podiceps cristatus).
ҘУР ТҮҢӘРӘК (түңәрәге) (Р: большой круг; И.: big circle; T.: büyük halka) и. мат.
1. Үҙәге планетаның үҙәге менән тап килгән түңәрәк. □ Большой круг. Экватор менән меридиан — Ерҙең ҙур түңәрәктәре.
2. Шарҙы уның үҙәге аша үткән яҫылыҡ менән киҫкәндә барлыҡҡа килгән түңәрәк.
□ Большой круг. Ҙур түңәрәк әйләнәһе.
ҘУР ҺАНДАР ЗАКОНЫ (Р: законы больших чисел; И.: laws of great (large) numbers; T.: büyük sayılar yasası) и. мат.
Математик статистикала осраҡлы дәүмәлдәр йыйылмаһының дөйөмләштерелгән билдәләре етерлек кимәлдә күп һанлы һынауҙар үткәргәндә үҙенең осраҡлылыҡ характерын юғалта тип раҫлаусы закондар.
□ Законы больших чисел. Ҙур һандар законын иҫбатлау. Ҙур һандар законының айырым теориялары.
ҘУР ҺӨЙЛӘШЕҮ (ҙур һөйләш-) (Р: говорить высокомерно; И.: speak arrogantly; T.: kibirli konuşmak) ҡ.
Үҙеңде эре тотоп, маҡтанып, шапырынып һөйләшеү. □ Говорить высокомерно. ■ [Ғөбәйҙулла:] Был хәйерсе ерҙә йәшәп булмаҫ инде! [Шәүәли:] Мырҙам, улай ҙур һөйләшмә. Ергә төкөрмә, кире яларға тура килмәһен. Р. Солтангәрәев.
ҘУР ШЫЛТЫРАУЫҠ ҮЛӘН и. бот. ҡар. шылтырауыҡ үлән.
ҘУРЫҒЫУ (ҙурыҡ-) (Р: выматываться от сильной скачки; И.: be jaded; T.: koşmaktan yorulmak) ҡ.
Шәп сабыу арҡаһында хәлдән тайыу; яныу (йылҡы малына ҡарата). □ Выматываться от сильной скачки, выбиваться из сил, внезапное обессиление от быстрой езды (о лошади). Тайҙың ҙурығып ҡуйыуы. Аттың ҙурығып йығылыу ы.
ҘУРЫҠТЫРЫУ (ҙурыҡтыр-) (Р: выматывать сильной скачкой (о лошади)', И.: get jaded; T.: koşmaktan halsiz düşürmek) ҡ.
Шәп саптырып хәлдән тайҙырыу (атҡа ҡарата). □ Выматывать сильной скачкой (о лошади). Ҙурыҡтырыуҙан ҡурҡып, атты яйлатыу. Тайҙы ҙурыҡтырып әрәм итеү.
ҘУРЫРАҠ КОЭФФИЦИЕНТ (Р: больший коэффициент; И.: bigger (larger) coefficient; T.: daha yüksek oranda) u.
1. стат. Сағыштырма дәүмәлдәр менән билдәләнгән күренештең ҙур күрһәткесе; ниндәйҙер хәл-күренеш үҫешенең йә йышлығының сағыштырмаса ҙурыраҡ тиҙлеге. □ Больший коэффициент. Тыуымдың ҙурыраҡ коэффициенты күҙәтелеүе. Халыҡ тығыҙлығының ҙурыраҡ коэффициентын билдәләү. Тауар әйләнешенең ҙурыраҡ коэффициенты.
2. мат. Алгебраик аңлатмала билдәһеҙ дәүмәлгә ҡабатлана торған ҙурыраҡ һан. □ Больший коэффициент. 2а+5а аңлатмаһында 5 — ҙурыраҡ коэффициент.
3. физ., биол. Матдәнең билдәле бер сифатының сағыштырмаса ҙурыраҡ күрһәткесе. □ Больший коэффициент. Тире һығылмалылығының юғарыраҡ коэффициенты. Төҙөлөш материалы ыуалыусанлығының ҙурыраҡ коэффициенты.
ҘУРЫРАҠ НИГЕҘ (Р: большее основание; И.: larger midsegment; T.: yamuk tabanının büyüğü) и. мат.
Трапецияның бейеклегенә перпендикуляр ятыусы ике яҡтың үлсәме ҙурыраҡ булған аҫҡы яғы. □ Большее основание. Ҙурыраҡ нигеҙҙе табыу. Трапецияның ҙурыраҡ нигеҙе.
ҘУР ЭСӘК (эсәге) и. анат. диал. ҡар. йыуан эсәк.
ҘУР ЮЛ ЯПРАҒЫ и. бот. ҡар. юл япрағы.
ҘУР ЯҠ (яғы) (Р: гостиная; И.: living room; T.: oturma odası) и. диал.
Өйҙөң ҙур ҡунаҡ бүлмәһе. □ Гостиная, большая комната дома. ■ Элек мәжлестә ҙур яҡта ир кешеләр ултырҙы, ҡатындар — аш бүлмәһендә. Экспедиция материалдарынан.
484