ЕБЕТЕЛЕҮ
1. Ашауға талымһыҙ. □ Неприхотливый в еде; любящий поесть. Ебер кеше. Ебер мал.
2. ҡар. убыр 2. Әкиәттәге ебер ҡарсыҡ булып куренеу.
ЕБЕТЕЛЕҮ (ебетел-) ҡ. төш. ҡар. ебетеү
1, 2. страд, от ебетеү 1,2. Ебетелгән бойҙай. Ебетелгән киндер.
ЕБЕТЕҮ (ебет-) (Р.: размачивать; И.: wet; T.: ıslatıp yumuşatmak) ҡ.
1. Һыулап йомшартыу, иҙелдереү.
□ Размачивать, мочить, намочить; отмачивать, замачивать.// Размачивание, отмачивание; замачивание. Ебетергә ҡуйыу. Кунде ебетеу. Йукәне ебетергә һалыу. ■ Айбикә, соландағы шаңдан бер өлкән туҫтаҡ бойҙай индереп, мейес артындағы ағас килене сығарып, бойҙайын ебетеп һалып, төйөп алды. Һ. Дәүләтшина. • Сей йукәне ебетһәң, ҡайыштан ныҡ була. Әйтем.
2. Кипкән нәмәне һыулап, еүешләп, тейешле йомшаҡлыҡҡа килтереү; сылатыу.
□ Мочить, размачивать. Шөкәрәне ебетеу. Ҡорот[то] ебетеу. ■ Килеп етеуҙәре лә бар, ҡаҡлаған итеңде ебетергә һалып ҡуй. Н. Мусин. [Әхмәт] бер нисә төҫ буяуҙы һул ҡулындағы туңәрәк фанер киҫәге өҫтөндә ебетеп, бергә ҡушып, болғатып алды, һурәт-тең көрәнһыу төҫтәге кулдәгенә һаҡ ҡына яғып ҡараны, был хәрәкәттәренә риза булған кеуек, кулдәктең төҫөн дә бер аҙ аса биреп ҡуйҙы. 3. Ураҡсин.
3. Туң ер иреп, аяҡ аҫты, юл бысраҡ хәлгә килеү; епшекләнеү. □ Развезти (при оттепели). Көн ебетеп тора. Төшкә ҡарай аяҡ аҫтын ебетте.
4. кусм. Күңелде йомшартыу, нескә хис уятыу; ихтыярҙы юғалттырыу, ҡаушатыу.
□ Смягчить. ■ Бөҙрә сәсле баһадирҙы апайымдың бер йыры ебетте лә ҡуйҙы. Ебер ҙә шул. Йыры ни ҙә кукрәгенән сыҡҡан моңо ни! М. Кәрим.
♦ Һерен ебеткән бик булдыҡһыҙ, йомшаҡ. □ Неспособный (о человеке).
ЕБЕТКӘҘӘК (Р: мокрый; И.: wet, moist; T.: ıslak) с. диал.
Епшек. □ Мокрый. Ебеткәҙәк мәл. Ебет-кәҙәк буран.
ЕБЕТКӘК (Р: слякотный; И.: slushy, damp; T: ıslak) с.
Йылы тәьҫир менән йомшаған, ирегән; епшек, еүеш. □ Слякотный, мокрый, сырой. Ебеткәк ҡар. Ебеткәк көн. Аяҡ аҫты ебеткәк. ■ Куптән йорт эше бөткән ауыл кешеһе уҙенең барлы-юҡлы малын барлаған да, ыжғыр елле, бәләкәс кенә ектәрҙән дә ҡуйынға, кукрәккә инә торған һыуыҡтан, куҙ, ҡаш, бит-ауыҙҙы һырып ала торған кеше ултергес ебеткәк бурандан ҡасып, шул тәбиғәт ҡотороуына ҡаршы бирешмәҫкә тырышҡан бәләкәс кенә өшәләктәренә инеп, ҡайһыһы алам-һаламдар эсендә бөршәйеп, ҡайһыһы йылы тушәктәр өҫтөндә йәйелеп, рәхәтләнеп тәмле йоҡоға талғандар. Ғ. Дәүләтшин. Ебеткәк ҡарҙа резина итегем тайып, бер нисә ҡат йығылып та алдым. Н. Мусин.
ЕБЕТКӘҮ (Р: мокрый; И.: damp; T.: ıslak) с. диал.
Епшек. □ Мокрый, слякотный, сырой. Ебеткәу булыу. Ебеткәуҙә кейеу. Аяҡ аҫты ебеткәу.
ЕБЕТТЕРЕҮ (ебеттер-) ҡ. йөкм. ҡар. ебетеү 1, 2. понуд. от ебетеү 1,2.
ЕБЕҮ I (ебе-) (Р: мокнуть; И.: get wet; T.: ıslanmak) ҡ.
1. Һыу тәьҫирендә йомшау, иҙелеү. □ Мокнуть, намокать, размокать, размякать.// Намокание, размокание. Аяҡ аҫты ебеу. Тоҙ ебеу. Икмәк ебеу. ■ Ул тиҙ-тиҙ генә сабатаһын эҙләп бәйләне лә, ямғырға ебеп ҡатҡан һары тунын элеп, иртәнге ысыҡ менән баштарын эйеп береһе өҫтөнә береһе йығылған ҡуйы оҙон уләндәрҙе, сәскәләрҙе тапап, атын эҙләргә китте. И. Насыри.
2. Еүешләнеп, тейешле йомшаҡлыҡҡа килеү; сыланыу. □ Замочиться, размачиваться. ■ [Гөлйөҙөм:] Сәй эсеп, тамаҡ ебегәс, инәйемде бер йырлатып алырбыҙ. һ. Дәүләтшина.
486