Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 487 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕБӘК КҮБӘЛӘГЕ
3. ҡу см. Көс, хәл бөтөү; хәлһеҙләнеү.
□ Размякнуть, ослабевать. Эҫелектән ебеп китеу. Ауырыуҙан бөтөнләй ебеп төшөу.
4. кусм. Ихтыяр көсөн юғалтып, йомшарыу. □ Раскисать, размякнуть. // Раскисание. Ебеп ҡалыу. Ҡурҡыныс хәбәрҙән ебеп төшөу. ■ Апайҙарым атайымдан йәшерә алмаясаҡ, Ишбирҙе иҫәп тә тугел, әсәйемде беләһең — ебеп төшәсәк. Г. Яҡупова. Иң элек уҙен Рәмил ҡулға алды, ебеп төшә торғандарҙан тугел ине ул. Р. Ҡол-Дәүләт.
5. Эш-тормошта йомшаҡ, булдыҡһыҙ булыу. □ Быть слабовольным, мягким, бесхарактерным. Ебеп төшөу. Ебеп ҡалыу. Ебеп тормау. ■ [Хәсән малайы] кәрәген һөйләй, бер ҙә ебеп тормай. А. Таһиров.
ЕБЕҮ II (Р: слабовольный; H.:weak; T: güçsüz) с.
Эш-тормошта йомшаҡ, булдыҡһыҙ.
□ Слабовольный, мягкий, бесхарактерный. Ебеу малай.
ЕБЕШКӘК (Р: мокрый; И.: moist; T: ıslak) с. диал.
Епшек. □ Мокрый. Ебешкәк буран. Ебешкәккә әйләнеу. Ебешкәк ҡар.
ЕБӘҘӘ и. бот. диал. ҡар. алабута 1. Әрһеҙ ебәҙә. Ишек алдын ебәҙә баҫҡан.
ЕБЭЙ (Р: мятлик луговой; И.: meadow grass; T: çayır otu) и. бот. диал.
Бажат. □ Мятлик луговой (лат. Роа pratensis). Ебәй сабыу. Ебәй башағы.
ЕБӘ ЙӨРӨШЛӨ (Р: умеющий ходить особым аллюром; И.: able to расе in a particular way; T: farklı yürüyüşlü) c.
Атлауға ла, юртыуға ла оҡшаш йөрөшлө (атҡа ҡарата). □ Умеющий ходить особым аллюром (средним между шагом и рысью; о лошади).
ЕБӘК I (ебәге) (Р: шёлк; И.: silk; T: ipek) и.
1. Тут ағасы ҡорто бүлеп сығарған, һауала епкә әйләнеп ҡата торған матдә.
□ Шёлк. Өлгөргән ебәк. Ебәк йомғағы. Ебәк ҡуҙы. Ебәк тарау.
2. Шул матдәнән йәки яһалма синтетик сүстән эшләнгән еп; бау. □ Шёлк, шёлковая пряжа. / Шёлковый. Ебәк менән тегеу.
Ебәк еп уратыу. ■ Ғәлләм килене иләгән еп, һуҡҡан киндер ебәккә алыштырғыһыҙ, киҫкән туҡмасы ҡылдан нескә, кейем текһә, ҡойоп ҡуя, тип һөйләйҙәр. М. Кәрим. Алпамыша Ҡарлуғас ишкән ебәк арҡан менән Ҡолйерәнде тоторға китте, ти. «Алпамыша». Ебәккәй ҡушып урә алманым ерәнсәкәй атым ялына. Халыҡ йырынан. Йомғаҡтай, йомғаҡ ебәкте йомарлаһағыҙ ни була? Сеңләүҙән.
3. Шул ептән йәки яһалма синтетик сүстән һуғылған нәфис туҡыма. □ Шёлк./ Шёлковый. Ебәктән кулдәк тегеу. ■ Өс турәгәунар аршиндан кук буҫтау, бисәләренә тип, һигеҙәр аршин ебәк биреп ҡайтарҙы. Һ. Дәүләтшина. ■ Муйын-ҡулдарыңа алтын яҡут аҫып, шау ебәккә уранып, илдә дан тотҡан турәнең ҡатыны һин булдың. Т Хәйбуллин. Тыштан көлөп, эстән бөлөп, супте ебәккә төрөп йөрөуселәр аҙмы ни? Р Назаров.
ЕБӘК II (Р: шёлковый; И.: silk; T: ipek) с.
Тут ағасы ҡорто бүлеп сығарған еп туҡымаларҙан яһалған, тегелгән. □ Шёлковый. Ебәк билбау. Ебәк кейем. Ебәк шәл. Ебәк кулдәк. Ебәк япма. Ебәк ҡорған. ■ Ай нурҙары япраҡтар араһынан уның ҡаҡса, нәҙекәй һынына һыланып торған алһыу ебәк эске кулдәгенең итәктәренә, тәҙрә тупһаһына һуҙып һалынған яланғас аяҡтарына төшөп, көмөш тәңкәләр булып, һибелеп яттылар.
3. Биишева. Ебәк кенә билбау — бил курке, батыр ғына егет — ил курке. Халыҡ йырынан. Ебәк баулы кук ҡарсыға талпыналыр ҡош куреп. Халыҡ йырынан.
ЕБӘК АҒАСЫ (Р: шелковица; И.: silkworm; T: dut ağacı) и. бот.
Тут ағастары ғаиләһенә ҡараған, япраҡтарын ебәк ҡорто ашап ебәк ҡурсаҡ яһаған, ебәк етештереүҙә төп сығанаҡ булған үҫемлек. □ Шелковица, тутовое дерево (лат. Morus). Ебәк ағасы уҫтереу. Ебәк ағасы сусе. Ебәк ағасы ҡорто.
ЕБӘК КҮБӘЛӘГЕ (Р: тутовый шёлко-пряд; И.: bombyx, silkworm; T: ipekböceği kelebeği) и. зоол.
487