Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 488 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕБӘК-ҠАМҠА
1. Ҡорттар үҙҙәре айырып сығарған матдәнән еп ҡуҙы — ебәк ҡорто йомғағы яһаусы аҡһыл ҡанатлы, туҡланыу ағзаһы үҫешмәгән күбәләктәр. □ Тутовый шёлкопряд (лат. Bombyx mori). Ебәк күбәләге төрҙәре. Тут ағасы япрағын ашаусы ебәк күбәләге. Ебәк күбәләгенец ебәк етештереүҙә әһәмиәте ҙур.
2. Ҡорттары ағастарға ҙур зыян килтерә торған ҡайһы бер зарарлы күбәләктәрҙең атамаһы. □ Шёлкопряд; бабочки-вредители. Ебәк күбәләге һөжүме. Ебәк күбәләге килтергән зыян. ■ Ҡарағусҡыл ебәк күбәләген алайыҡ. Ул ҡарағай, шыршы, ҡарағас кеүек әһәмиәтле һәм ҡиммәтле ағас өсөн иң ҡурҡыныслы ҡоротҡос булып тора. 3. Әминев.
ЕБӘК-ҠАМҠА (Р.: шёлк и камка; И.: sumptuous goods; T: zarif kumaşlar) и. йыйн.
Төрлө затлы тауар. □ Шёлк и камка (изысканные, благородные товары). ■ Батшаның кейгәне — ебәк-ҡамҡа, ашағаны — бал да май, ти. Әкиәттән.
ЕБӘК ҠОРТО (Р.: шёлковичный червь; И.: silkworm; T: ipekböceği) и. зоол.
Ебәк ағасы япраҡтары менән туҡланып ебәк еп йомғағы яһаусы ебәк күбәләгенең ҡорто. □ Шёлковичный червь, гусеница тутового шёлкопряда (лат. Bombyx mori). Ебәк ҡорто йомғағы. Ебәк ҡорто тотоу. Ебәк ҡорто үргән еп. Ебәк ҡорто үрсетеү.
ЕБӘКТӘЙ (Р: шелковистый; И.: silken; T: ipek gibi, ipeksi) с.
1. Нәфислеге, йомшаҡлығы, ялтырауыҡлығы менән ебәк туҡымаға оҡшаш; ебәк кеүек. □ Шелковистый, как шёлк. Ебәктәй йомшаҡ толом. ■ Һәр көн һайын йәмле Ағиҙелдән аҡ ебәктәй томан ҡалҡына. Р Назаров.
2. күсм. Үтә йомшаҡ тәбиғәтле, кешегә яғымлы, нәфис, наҙлы. □ Нежный, тонкий, как шёлк. Ебәктәй ҡыҙ.
ЕБӘЛӘЙ I (Р: метёлка ковыля; И.: feather grass panicle; T: çimenin birleşik salkımı) и. бот.
Ҡылғандың елгә елберләп ултырған йөнтәҫ башы. □ Метёлка ковыля.
ЕБӘЛӘЙ II (Р.: мятлик луговой; И.: meadow grass; T: çayır otu) и. бот. диал.
Бажат. □ Мятлик луговой (лат. Роа pratensis). Ебәләй сабыу. Ебәләй ашатыу. ■ Элекке ваҡытта бында, был яландарҙа, ебәләй генә үҫеп ултыра ине. А. Карнай. Дөгө һәм ебәләй үләне орлоҡтары һыуҙа эрегән бик аҙ миҡдарҙағы һауа иҫәбенә хатта һыу аҫтында ла шыта. С. Йәнтүрин.
ЕБӘЛӘЙ БАШ (Р: светловолосый; И.: fair-haired; T.: sarışın) с.
Елберләп торған һары сәсле ҡыҙҙарға ҡарата әйтелә. □ Светловолосый (о развевающихся на ветру светлых волосах). Ҡыҫҡа һары сәстәрен елгә таратып, ебәләй баш ҡыҙ баҡсала теннис уйнай.
ЕБӘРГЕС (Р: проводник; И.: conductor; T.: iletken) и.
Нимәнелер (һыуҙы, газды, һауаны) ағыҙыу, үткәреү өсөн ҡулайлама. □ Проводник (сооружение для перемещения воды, воздуха и т. п. в системах отопления, вентиляции, кондиционирования и т. п.). Һауа ебәргес. Һыу ебәргес.
ЕБӘРЕЛЕҮ (ебәрел-) ҡ. төш. ҡар. ебәреү 1—4, 8, 13. страд, от ебәреү 1—4, 8, 13. Ебәрелеү менән барып та етеү. ■ Еәләү ҡарт — артель тарафынан ебәрелгән йөк оҙатыусы, артелгә кәрәк нәмәләрҙе алып ҡайтыусы ине. А. Таһиров. Ҡолдарҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, таш эшенә ебәрелгәндәрҙе һәм хөкөм ителгәндәрҙе йөрөткәндә, юл тынысыраҡ булһын өсөн, әйҙәүелдәр бауҙы ныҡ файҙалана. К. Мәргән. Ниңәлер ике атыу, өҫтән ебәрелгән таш өйөмө йөрәген ҡырағай ҡурҡыу тойғоһо менән ялманы ла ҡуйҙы бит. Ә. Әминев.
ЕБӘРЕҮ (ебәр-) (Р: посылать; И.: send; direct; T: göndermek) ҡ.
1. Кемделер билдәле бер урынға ниндәйҙер маҡсат, эш, йомош менән оҙатыу □ Посылать, отправлять, направлять. // Посылка, отправка, отправление, направление. Баш ҡалаға ебәреү. Армияға ебәреү. Йомош менән ебәреү. Тәржемәсе ебәреү. Димсе ебәреү. Уҡырға ебәреү. Эшкә ебәреү. Илсе ебәреү. Яусы ебәреү. Төрмәгә ебәреү. Һөргөнгә ебәреү. ■ Усак тоҡандырырға өйҙә шырпы
488