ЕБӘРЕҮ
ебәреу. Йөк ебәреу. Кәртәнән тейәп ебә-реу. Кубә ебәреп тороу. Заводтан тура магазиндарға ебәреу. Яңы машиналар ебәреу.
17. Нимәнеңдер төп үҙенсәлеген тәшкил иткән бер сифатын бөтөрөү, юҡ итеү. □ Портить, испортить. // Порча. Донъяның йәмен ебәреу. Кейемдең төҫөн ебәреу. Нигеҙҙең ҡотон ебәрмәу.
18. юҡл. ф. Ниндәйҙер насар эш өсөн яза күреү. □ Не отпускать, удержать; отозваться, сказаться на ком-чём. Кешенең әсе тире ебәрмәй. Рәнйеш ебәрмәй.
19. Сығарыу (уҫентене, тамырҙы һ. б.).
□ Пускать, давать (росток, корни и т. п.). Иген баш ебәрә. Талдар бөрө ебәрә. ■ Урман матурланған, уҫаҡ ағастары йәм-йәшел япраҡ ебәргәндәр. Д. Юлтый.
20. Үҫтереү (һаҡалды, мыйыҡты, сәсте).
□ Отпускать, отращивать (волосы, ногти и т. п.) Һаҡал ебэреу. Толом ебэреу.
21. Ауырыу кәмеү, ауырыған кешенең хәле еңеләйеү, ауыртыуҙан туҡтау. □ Отпускать, ослабевать (о боли, болезни). Дарыу эскәс, йөрәктең ҡыҫыуы ебәрҙе. Сәй эскәс, ауыртыу бер аҙ ебәргәндәй итә. Йоҡлап алғас, баш ебәргән һымаҡ булды.
22. тип киҫәксәһе менән һөйләмдә әйтелгән төп фекерҙе ҡеүәтләп, ҙур ҡәнәғәтлек менән ризалыҡты белдереп йә мәрәкәләп әйтелә. □ В предложении с частицей тип выражает одобрение или иронию по отношению к высказанному. ■ Лейтенант нимә ул! — тип элеп алды Рамазан. — Полковник йэ генерал тип ебәр. Ә. Хәкимов.
23. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш-хәлдең ҡапыл башланып китеүен, көтөлмәгәнлеген белдергән ҡушма ҡылым яһай.
□ С деепричастием на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и означает неожиданность, внезапность, резкость действия. Илап ебэреу. Йырлап ебэреу. Кешнәп ебәреу. Ҡысҡырып ебәреу. Төшөрөп ебәреу. Ысҡындырып ебэреу. Ҡырҡып ебэреу. Сәнсеп ебэреу. Сәсрәтеп ебәреу. Телеп ебэреу. Тугеп ебэреу. ■ Сығарыуы булды, Рәмил
мурҙаны төшөрөп тә ебәрҙе, һәм шундуҡ, ахылдай-ухылдай ҡойроғо менән һуғып маташҡан суртанға килеп йәбеште. Р. ҠолДәүләт.
24. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында берәй эш-хәлдең башланғыс алыуын белдергән ҡушма ҡылым яһай. □ С деепричастием на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и означает немедленное или внезапное начало действия. Асып ебәреу. Йылытып ебәреу. Һыуытып ебэреу. Яуып ебэреу. ■ Был ваҡытта инде һылыуҙың килене, нисек булһа ла тырышып-тырышып, сыуалды дөрләтеп яғып ебәргәйне. Т. Йәнәби.
25. Ярҙамлыҡ ҡылым сифатында -п формаһындағы төп ҡылымда белдерелгән эш-ҡылыҡҡа һоҡланыу, ҡәнәғәт булыу тойғоһо өҫтәй. □ В сочетании с глаголом на -п выступает в роли вспомогательного глагола и придаёт оттенок одобрения действию, выраженному основным глаголом. Йорт һалып ебэреу. Машина алып ебэреу. Эш асып ебэреу. Башҡа тубәтәй кейеп ебэреу. ■ Бутҡаға ул ике ҡалаҡ арыш ярмаһы, бер ҡалаҡ бик матур таҙартылған аҡ алабута бөртөктәрен һалып ебәрҙе, тоҙ ҙа һалды. «Ағиҙел», № 3, 2010. Нәҙек кенә, моңло ғына йыр тауышы ишетелә, һирәк-һаяҡ уны ҡеуәтләп ебәрәләр. К. Мәргән.
26. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш-хәлдең тамам булыуын белдерә. □ С деепричастием на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и означает завершённость действия. Ҡайтарып ебэреу. Оҙатып ебэреу. Ултыртып ебэреу. Асыҡлап ебэреу.
27. -п формаһындағы тойғоно белдергән ҡылым менән килеп, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында шул хис-тойғоно арттырыуҙы белдерә. □ В сочетании с основным глаголом на -п выступает в роли вспомогательного глагола и выражает интенсивность чувства, действия, выраженного основным глаголом. Батырайтып ебэреу. Илһамландырып
490