Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 492 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕВРОПА
АҠШ-тан ситтә урынлаштырылған Америка доллары. □ Евродоллар.
ЕВРОПА (Р.: Европа; И.: Europe; Т.: Avrupa) и.
1. (баш хәреф менән) Ерҙең Азия менән бергә Евразия материгын барлыҡҡа килтереүсе өлөшө (майҙаны 10 млн км тирәһе). □ Европа. Европа Атлантик һәм Төньяҡ Боҙло океан һәм уларҙың диңгеҙҙәре менән йыуыла. Европаның халҡы 830,4 млн тирәһе кешене тәшкил итә.
2. (баш хәреф менән) астр. Юпитерҙың юлдашы. □ Европа. Европа Г. Галилей тарафынан 1610 йылда асыла. Юпитер менән Европа араһы 671 мең км тирәһе.
3. (баш хәреф менән) миф. Финикия батшаһы Агенорҙың Зевс тарафынан урланылған ҡыҙы, Крит батшаһы Миностың әсәһе. □ Европа. Европа угеҙгә әуерелгән Зевс арҡаһында диңгеҙ аша Критҡа йөҙөп сыға. Грек мифологияһында Европаның Зевстан Минос исемле улы тыуа.
ЕВРОПАЛАШТЫРЫЛЫУ (европа-лаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. европалаштырыу. страд, от европалаштырыу. Дәуләт идараһы системаһының европалаштырылыуы.
ЕВРОПАЛАШТЫРЫУ (европалаштыр-) (Р.: европеизировать; И.: Europeanize; T.: batılılaştırmak) ҡ.
Европа ыңғайына, уның үрнәгенә ярашлы мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һ. б. үҙгәртеп ҡороу. □ Европеизировать. // Европеизация. Я Европалаштырыу Баязит дәрел-фөнунен дә (университетын) урап утмәй, һәм ул Европа классик университеттары дәрәжәһенә кутәрелергә тейеш була. Картотека фондынан.
ЕВРОПАЛАШЫУ (европалаш-) (Р.: европеизироваться; И.: become Europeanized; T.: batılılaşmak) ҡ.
Европа үрнәгенә, ғәҙәттәренә (төрлө йолаларына, тәртиптәренә һ. б.) эйәреү. □ Европеизироваться. // Европеизация. Мәҙәниәттең европалашыуы. Уҡыу йорттарының европалашыры.
ЕВРОПАЛЫ (Р: европеец; И.: European; T.: Avrupah) и.
Европала йәшәгән йәки сығышы менән Европанан булған кеше; европа кешеһе.
□ Европеец, житель Европы. ■ Өләң йәки башҡорт эпосы осоро иһә, башҡа европалыларҙыҡы кеуек ук, батырҙар дәуере менән тамамлана. М. Өмөтбаев.
ЕВРОПАСА (Р: по-европейски; И.: in the European way; T.: Avrupai) р.
Европа үрнәгендә, Европалағы һымаҡ.
□ По-европейски. ■ Билдәле булыуынса, Мостафа Кемаль-Ататөрөк, Госманлылар империяһы емереклектәрендә яңы төрөк дәу-ләте ҡора башлап, илдән интервенттарҙы ҡыуып сығара һәм телдән башлап дәуләткә идара итеугә тиклем европаса эш алымдарын индерергә тотона. Картотека фондынан.
ЕВРОПЕОИД [рус. < гр.] (Р: европеоид; И.: Caucasian type; T.: Kafkas ırkları) и.
Аҡ йәки ҡара тәнлелек, йомшаҡ тура сәс, ҡыр танау, йоҡа ирен һ. б. сифаттар менән характерланған кешелектең ҙур бер расаһы.
□ Европеоид. / Европеоидный. Европеоид расаһы.
ЕВРОРЕМОНТ [рус. европейский ремонт} (Р: евроремонт; И.: european style remodelling; T.: kaliteli onarım) u.
Яҡшы сифатлы материалдар һәм өйҙөң биҙәлешендә ҡулланылған яңы технологиялар ярҙамында фатир йәки өйҙә ремонт яһау.
□ Евроремонт. Фатирҙа евроремонт яһау.
ЕГЕЛЕҮ (егел ) ҡ.
1. төш. ҡар. егеү. страд, от егеү. ■ Эйе, йылтырап торған ҡайыш сбруйҙар менән ҡупшы ғына кырандасҡа егелгән ала айғыр кулдең миңә ҡаршы яҡ ярынан тубән төшөп килә. Ф. Иҫәнғолов.
2. кусм. Эшкә ныҡ тотоноу, ныҡлап эшләй башлау, үтә ныҡ эшләү. □ Впрягаться (в работу). Егелеп эшләу. Эшкә егелеу. ■ Һаман егелә халыҡ, һаман бөгөлә, егелгәнгә еккән екерә. Р. Бикбаев.
ЕГЕЛМӘГӘН (Р: необъезженный; И.: unbroken; T.: koşulmamış) с.
492