ЕГЕРЬ
Арбаға, санаға егеп өйрәтелмәгән йәки оҙаҡ егеүҙә булмаған. □ Необъезженный, не-езженный, не бывший в упряжке. Егелмәгән тай.
ЕГЕЛМӘЛЕ (Р.: объезженный; И.: riding; T: koşumlu) с.
Арбаға, санаға егеп йөрөтөлгән, өйрәтелгән. □ Объезженный, упряжной.
ЕГЕЛМӘЛЕ АТ (Р.: упряжная лошадь; И.: hackney (horse); T.: koşum atı) и.
Егеүгә өйрәтелгән ат. □ Упряжная, ездовая лошадь.
ЕГЕМ I с. диал. ҡар. еген. Егем угеҙ.
ЕГЕМ II (Р: упряжка; И.: team; T: koşum) и.
Арбаға, санаға һ. б. бер йәки бер нисә екке малы (ат, болан, эт һ. б.) егелгән хәл. □ Упряжка. Боландар егеме. Бер егемдә булыу. Бер егем аттар. Егемгә ойрәтеу. Егемдә йөрөу.
ЕГЕМҺЕҘ (Р: упрямый; И.: stubborn; T.: koşumsuz) с. диал.
Тиҫкәре, сығынсы ат. □ Упрямый (о лошади). Егемһеҙ ат ыҙалата. Егемһеҙ ат һымаҡ тиҫкәреләнеу.
ЕГЕН (Р: упряжной, ездовой; И.: draught; T.: koşumlu) с.
Арбаға, санаға һ. б. егеп йөрөй торған, эшкә егә торған; екке. □ Упряжной; ездовой. Еген мал. Еген угеҙ. Еген ат.
ЕГЕНКЕ с. диал. ҡар. еген. Егенке ат.
ЕГЕРЛӘҮ (егерлә-) ҡ. диал. ҡар. иләү.
■ Ҡыш әбейҙәр йөн егерләй, бабайҙар арҡан ишә. Экспедиция материалдарынан.
ЕГЕРМЕ [боронғо төрки йегирми] (Р: двадцать; И.: twenty; T.: yirmi) төп. һ.
1. Ун туғыҙҙан һуң килеп, ике тиҫтәне белдергән, 20, XX цифрҙары менән билдәләнгән һан. □ Двадцать.
2. Кемдең йәки нимәнеңдер 20-гә тиң иҫәбе. □ Двадцать. Егерме ат. Егерме йәш. Егерме тәулек. Егерме бала. Егерме литр. Егерме сәғәт. Егерме километр. Егерме тин. Егерме миллион. ■ Егерме ҡат ташҡын боҙҙар ҡыуҙы, егерме ҡат ҡоштар ҡайттылар. Р. Назаров. Егерме метр самаһы ғына теп-текә кутәрелештән һуң беҙ тип-тигеҙ ту-
бәгә менеп баҫабыҙ. Д. Шәрәфетдинов. Егерме йәш, йөҙ алтын: билеңә ҡылыс таҡтың, егерме биш, биш алтын: башыңа аҡыл һалдың. Ҡобайырҙан.
ЕГЕРМЕЛЕ (Р: двадцатый; И.: size twenty; T.: yirminci) с. улсәу һ.
Үлсәме егерме берәмеккә тиң. □ Двадцатый (о размере). Егермеле аяҡ кейеме. Егермеле лампа.
ЕГЕРМЕЛӘГӘН (Р: около двадцати; И.: about twenty; T.: yirmi civarında) сама һ.
Егерме тирәһе, егермегә яҡын. □ Около двадцати, примерно двадцать. Егермеләгән уҡыусы. Егермеләгән баш мал. Егермеләгән ҡаҙ. Егермеләгән һыбайлы.
ЕГЕРМЕЛӘП (Р: около двадцати; И.: twenty or so; T.: yirmi civarında) сама һ.
Егерме тирәһе, егермегә яҡын. □ Около двадцати, примерно двадцать. Егермеләп төп ағас. Егермеләп саҡрым ара. Егермеләп самаһы көн.
ЕГЕРМЕНСЕ (Р: двадцатый; И.: twentieth; T.: yirminci) рәт һ.
Урын тәртибе 20 менән билдәләнгән.
□ Двадцатый. Егерменсе рәт. Егерменсе урын. Егерменсе автобус. Егерменсе мәктәп. Егерменсе ҡат.
ЕГЕРМЕШӘР (Р: по двадцать; И.: twenty each; T.: yirmişer) бул. һ.
Һәр береһе егермегә тиң. □ По двадцать. Егермешәр дәфтәр. Егермешәр кеше. Егермешәр уйынсы. Егермешәр алма. Егер-мешәрҙән биреу.
ЕГЕРЬ [рус. < нем. Jâger] (Р: егерь; И.: huntsman; T.: profesyonel avcı) и.
1. һәүәҫкәр аусыларҙы, тәжрибәһеҙ һунарсыларҙы өйрәтеүсе, урман йәнлектәрен ҡурсалаусы профессиональ һунарсы.
□ Егерь (профессиональный охотник). Егерь булып эшләу. Ҡейектәрҙе ҡырылыуҙан һаҡлап алып ҡалыу өсөн егерҙар талап ителә. ■ Өфөләге урман техникумына ситтән тороп уҡырға керҙе лә егерь булып эшкә урынлашты һәм бына байтаҡ йыл инде шул вазифала. Ә. Әминев.
493