ЕГЕТ
2. иҫк. Ҡайһы бер Европа илдәрендә уҡсылар {атлы һәм пехота) полкында хеҙмәт иткән һалдат. □ Егерь (солдат, стрелок егерского полка или войска). Егерҙар полкы.
ЕГЕТ [боронғо төрки йигит] (Р.: юноша; И.: youth, lad; T.: yiğit) и.
1. Бала йәшенән сыҡҡан, өлгөргәнлек осорона еткән, әлегә өйләнмәгән ир кеше.
□ Юноша, парень, молодой человек; джигит. / Молодой, молодецкий, удальской. Ҡыйыу егет. Йәш егет. Егет саҡ. ■ Йылдар менән ярышып егет уҫте, алмағастар сәскә аттылар. Р. Назаров. Халыҡ йәш егетте һырып ала, уның мәргәнлеген данлай. И. Абдуллин. Егет кешенең биле йәштән нығынырға тейеш. Н. Мусин.
2. Йәш ир, ғөмүмән, ир кеше. □ Молодой мужчина; мужчина. Урмансы егет. һунарсы егет. ■ Батыр ғына егет — ил курке. Батыр ғына егет булмағанда, был илдәрҙең беҙгә ни курке. Халыҡ йырынан. • Аттың яҡшыһы алға сыға, егеттең яҡшыһы данға сыға. Әйтем. Ат - тешенән, егет эшенән билдәле. Әйтем. Егет булһаң, ер кеуек бул — ер ауырлыҡ кутәрә. Әйтем. Егет кеше — бер кеше, арыҫланға тиң кеше. Мәҡәл. Егет кешегә етмеш төрлө һәнәр ҙә әҙ. Мәҡәл. Егет һуҙе бер булыр. Әйтем.
3. Ҡыҙҙың яратып йөрөгән кешеһе.
□ Жених, поклонник, парень. Яратҡан егет. Оҙатҡан егет. ■ Барсынһылыу хыялында йөрөткән батыр егетте юҡһына, бойоға, һағыш уның йөҙөнә һары булып сыға. «Алпамыша». Һөйөп кенә йөрөгән егетеңдән, Ҡарасәскәй, тороп ҡалдыңмы? Халыҡ йырынан.
4. кусм. Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, уңғанлыҡ һымаҡ ирҙәргә хас ыңғай сифаттарға эйә булған шәп кеше; ир. □ Настоящий мужчина, удалец, молодчина, молодец. / Удалой, лихой. Егет кеше. Егет булыу. ■ Ирмен тигән егеттең әйтер һуҙе хаҡ булыр, куңеле уның аҡ булыр. Ҡобайырҙан. Бугәсәу ҙә менән, ай, Салауат - Рәсәйҙең данлы егете. Халыҡ йырынан.
5. Шундай кешеләрҙе ҙурлап, маҡтап, хуплап әйткән һүҙ. □ Молодец. Егет икән!
ЕГЕТ-ЕЛКЕНСӘК (егет-елкенсәге) и. йыйн. ҡар. егет-елән.
ЕГЕТ-ЕЛӘН (Р: юноши; И.: boys, lads; T.: yiğitler) и. йыйн.
Егеттәр. □ Юноши, молодые люди; ребята, парни. ■ Егет-елән улар тураһынан гармун уйнап утер хәл юҡ, теге, куҫәк кутәреп, ҡыуып йөрөтә. М. Кәрим.
ЕГЕТ-ЕҢГӘ (Р: парни и снохи — участники обряда сватания; И.: fellows and daughters-in-law; T.: delikanlılar ve yengeler: düğüne katılanlar) и. этн. йыйн.
Ҡыҙ биреү йолаһында ҡыҙҙы йәшереүсе егеттәр һәм еңгәләр. □ Парни и снохи, которые прячут невесту во время сватания.
ЕГЕТ ҠОРОНА ИНЕҮ (егет ҡорона ин-) ҡ. ҡар. ир ҡорона инеү. ■ Үҫмерлектән сығып, егет ҡорона ингән осорон Нурислам ошолай нарыҡлай:ул хаҡ мосолман, ләкин Аллаға ышанған тәҡдирҙә лә фанатизмды инҡар итә, дин менән фәнде яраштырырға тырыша. Ә. Хәкимов.
ЕГЕТЛЕК (егетлеге) [боронғо төрки йигитлик] (Р: юношество; И.: the youth; T.: gençlik) и.
1. Егет булыу осоро, егет саҡ. □ Юношество, пора юности, молодость. Егетлек ваҡыты. Егетлек йылдары. ■ Ҡаҙаҡтар әйтмешләй, тормоштоң «буз баласыдыҡ», беҙҙеңсә әйткәндә, егетлек, ҡыҙлыҡ дәуере була бит. Т. Йәнәби.
2. Ысын ирҙәргә хас булған батырлыҡ, уңғанлыҡ, тоғролоҡ, тәүәккәллек (һ. б. ыңғай сифаттар). □ Молодечество, удаль, отвага, ухарство. Егетлек курһәтеу. Егетлек эшләу. ■ Ни әйтһәң дә, уҙем алып ҡайтҡан мал бит әле, — тигән уй туҡтатты уны [Шаҡман турәне], — у ҙең эшләгәнде кире ҡағыу егетлек булмаҫ. К. Мәргән. • Егетлек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Мәҡәл. Мәрәйлектә - мәргәнлек ирке, мәргәнлектә — егетлек курке. Мәҡәл.
ЕГЕТЛӘНЕҮ (егетлән-) (Р: выказывать молодечество; И.: display courage; T.: yiğitlenmek) ҡ.
494