Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 495 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕГИПЕТЛЫ
1. Егеттәрсә, егеттәр һымаҡ ҡыланыу.
□ Выказывать молодечество; становиться мужественным, храбрым, набираться смелости, осмеливаться. Егетләнеп китә.
2. кусм. һөйл. Эсеп, ҡыҙмаса булыу.
□ Быть навеселе, быть под хмельком. ■ Хафиз ағай әҙерәк егетләнеп алған. М. Тажи.
ЕГЕТТӘРСӘ (Р.: по-молодецки; И.: to put up a good show; ardently; T: yiğitçe) p.
1. Егеттәрсә, йәштәргә хас булғанса (уҙ-уҙегҫЭе тотоу һ. б.). □ По-молодецки, задорно. Егеттәрсә хәл итеу. Егеттәрсә йөрөу. ■ Ошо ваҡыт уның ауыр уйҙарын таратырҙай егеттәрсә көр, шат тауыш менән Сәлмән ағай: — Эй, ҡуй әле, Хәсән ағай, ҡайҙа әле һиңә ҡартайырға?! Әле сәсеңә сал да инмәгән, — тип ҡуйҙы. 3. Биишева. Ҡапыл куккә һикереп сыға алтын ҡояш, егеттәрсә куҙ уйнатып иркә-иркә. Р. Назаров.
2. кусм. Батырҙарса, ҡыйыу, ҡурҡыуһыҙ, егет кешеләргә хас дәрт менән. □ По-молодецки. Егеттәрсә ныҡ булыу. Үҙеңде егеттәрсә тотоу. Егеттәрсә сыҙамлылыҡ. ■ Ул [Ғәли] партия тарафынан йөкмәтелгән һәм уҙенә туранан-тура ятҡан эштәрҙе егеттәрсә утәуе.. менән ҡалалағы бөтә партия һәм эшселәр араһында иғтибар ҡаҙанды. Ғ. Хәйри.
ЕГЕТ-УЛАҠ (егет-улағы) (Р: молодые люди; И.: lads; T.: yiğitler) и. йыйн.
Егеттәр, үҫмер малайҙар. □ Молодые люди, юноши, ребята. ■ [Киленгә]егет-улаҡ барыһы ла еңгә тип һуҙ ҡуша, .. уҙебеҙҙең ғәҙәт бит, уйнатып, мәрәкәләгәндәре лә була. Т. Хәйбуллин. Урамдан егет-улаҡ уҙыр хәл юҡ, куҙең-ҡашың аҡшанлап һуҙ ҡуша башлайһың. Һ. Дәүләтшина.
ЕГЕТ-УЛАН (Р: молодые люди, юноши; И.: young fellows; T.: yiğitler) и. йыйн.
Егеттәр, үҫмер малайҙар. □ Молодые люди, юноши, ребята. ■ Егет-улан барыһы ат менеп, буре һуғырға сыҡҡан. Әкиәттән.
ЕГЕҮ I (ек-) (Р: запрягать; И.: harness; T.: koşmak) ҡ.
1. Һөйрәтеү, тарттырыу өсөн екке малға арба, сана һ. б. тағыу. □ Запрягать, впрягать,
закладывать. Атты арбаға егеу. Үгеҙ егеу. Парлап егеу. Мисәуләп егеу. Сыбаталап егеу. Осҡа егеу. Һабанға егеу. Төпкә егеу. Теркәп егеу. Дурт ат егелгән арба. Биш ат егелгән сана. ■ Көнбайыш яҡта өйкөм болоттар ҡарайып куренгәс, атайым ятҡан еренән йәһәт кенә торҙо ла: — Ямғыр яуырға самалай, ҡайта һалайыҡ, — тип, ҡабаланып, ат егергә тотондо. Н. Мусин. Аттарҙы егеу, саналарға әйберҙәр тейәу башланды. Б. Рафиҡов. Ҡаршыға кәкре мөгөҙлө буйвол еккән лезгин килә. Ә. Чаныш. • Бәләкәй атты маҡта, оло атты ек. Әйтем.
2. кусм. Эшкә ҡушыу; ныҡ эшләтеү.
□ Напрягать, подключить. Аҡылды егеу. Ауыр эшкә егеу. Бар һәләтте егеу. Ҡалған уҫмерҙәрҙе лә егеу. ■ [Муллайән] ҡул араһына инә башлағас, атаһы уны ныҡлап эшкә екте. Ф. Иҫәнғолов. Әҙәм тел-тешенә ингәс, тешһеҙ итте берәуһе. Береһе мине эшкә екте, эшһеҙ итте берәуһе. Т. Йосопов.
♦ Аҡылды егеү аҡыл менән эш итеү.
□ соотв. Раскинуть умом.
ЕГЕҮII(Р: упряжь; И.: harness;?.: koşum) и. һөйл.
Еккәндә ҡулланылған бөтә нәмә (ҡамыт-дуға, арба-сана һ. б.). □ Упряжь, упряжка. / Упряжной. Егеуе менән бер ат алыу. ■ Мин шулай арлы-бирле иҫемде йыйғылағансы, ала айғыр егеуе-ние менән текә ярҙан кул ситенә төшөп тә етте. Ф. Иҫәнғолов.
ЕГЕҮЛЕ (Р: запряжённый; И.: harnessed; T.: koşumlu) с.
1. Нимәгәлер егелгән. □ Запряжённый; в упряжке (лошадь, конь). ■ Колаҡҡа сос ҡарт, боролоп ҡарамаһа ла, һыбайлыларҙың икешәрләп килеуен, ә егеуле аттарҙың әле ук, ҡар йоҡа һөҙәккә ук, ауыр тартҡанын белеп барҙы. Б. Рафиҡов.
2. Екке малға тағып йөрөтөлә торған.
□ Гужевой. Егеуле транспорт.
ЕГЕШЕҮ (егеш-) ҡ. урт. ҡар. егеү I. взаимн. от егеү I. Ат егешеу.
ЕГИПЕТЛЫ (Р: египтянин; И.: Egyptian; T.: Mısırlı) и. этн.
495