ЕГИПТОЛОГ
Египетта (Мысырҙа) йәшәүсе ғәрәптәрҙән торған төп халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе. □ Египтянин, египтянка.
■ Боронғо египетлылар йылғаны ата тип, ә ерҙе әсә тип иҫәпләгән. 3. Хисмәтуллин.
ЕГИПТОЛОГ [рус.] (Р.: египтолог; И.: Egyptologist; T.: ejiptolog) и.
Египтология буйынса белгес. □ Египтолог. Египтологтар тикшеренеүе. Египтологтарҙың яңы асышы. Египтологтар өйрәнә башлаған кәшәнә. Инглиз египтологтарының уңыштары.
ЕГИПТОЛОГИЯ [рус.] (Р.: египтология; И.: Egyptology; T: ejiptoloji) и.
Боронғо Египеттың (Мысырҙың) тарихын, иҡтисадын, телен, сәнғәтен һ. б. өйрәнә торған фәндәр йыйылмаһы. □ Египтология. Египтология фәненә нигеҙ һалыусы ғалим. Египтология буйынса ғилми хеҙмәт.
ЕГӘН и. диал. ҡар. екән 1, 2.
ЕГӘР (Р: трудолюбие; И.: diligence; T.: çalışkanlık) и.
1. Эш һөйөүсәнлек, эшкә уңғанлыҡ.
□ Трудолюбие. / Трудолюбивый. Егәре бар егет. Егәр курһәтеу. • Егәре бар ир йотта ла йугәнен тотоп ҡалмаҫ. Мәҡәл.
2. Көс, ҡеүәт. □ Мощь, сила, энергия. Егәр артыу. • Атҡа егәре етмәгән тәртәне туҡмаған. Мәҡәл. Егет егәр, ҡыҙ сибәр булһын. Мәҡәл.
ЕГӘРЛЕ (Р: трудолюбивый; И.: hardworking; T: çalışkan) с.
1. Эш һөйөүсән, эшкә уңған, булдыҡлы.
□ Трудолюбивый, расторопный. Егәрле килен. Егәрле булыу. ■ Егәрле еңгәләр ҡыр һабыны күбегендә ҡосаҡ-ҡосаҡ кер йыуҙылар, уҙ әйләнәһендәге ир-заттың кейемен барлап, тегәһен тегеп, ямайһын ямап бирҙеләр. К. Мәргән. • Егәрленең ҡулы ете. Әйтем. Егәрленең еңе туҙа, ялҡауҙың итәге туҙа. Әйтем. Ялҡауға ял, егәрлегә бал. Әйтем.
2. Көслө, ныҡлы. □ Крепкий, сильный, энергичный. Егәрле булып үҫеү. Егәрле ат.
■ Ярар, мин үҙ күҙлегемдән ҡарап яҙырмын, ғүмер буйы намыҫ менән йәшәгән Бүреһуҡҡан олатай, алтын ҡуллы Хәйрулла ағай, Кук
юрға тоҡомон һаҡлап ҡалған егәрле Мөхәрләм нәҫеле хаҡында иҫкәртермен, ҡырҙан төшкән килендәрҙе лә ситкә тибәрмәгән илгәҙәк кешеләребеҙ хаҡында һөйләрмен. Г. Яҡупова.
ЕГӘРЛЕК (егәрлеге) и. ҡар. егәрлелек.
■ Барыһы ла үҙенең егәрлеген күрһәтергә теләй. Б. Бикбай.
ЕГӘРЛЕЛЕК (егәрлелеге) (Р: трудолюбие; И.: diligence; industry; T: çalışkanlık) и.
1. Эш һөйөүсәнлек; эште шәп, һәйбәт эшләү мөмкинлеге; эшкә уңғанлыҡ. □ Трудолюбие, расторопность. Берәү көс менән, икенселәр егәрлелек менән алдыра. ■ Сәлимә бишкә генә уҡыуға күсеп китә. Ул үҙендә иҫ киткес егәрлелек, көс, зирәклек артҡанын тоя. 3. Биишева.
2. Көслө булыу, ныҡлыҡ. □ Энергичность. Егәрлелектә һынау. Егәрлелектә ярышыу.
ЕГӘРЛӘНДЕРЕҮ (егәрләндер-) (Р: подбодрить; И.: encourage; T: cesaret vermek) ҡ.
Эшкә дәртләндереп ебәреү. □ Подбодрить, прибавить силу. Егәрләндереп ебәреү. Эшкә егәрләндереү.
ЕГӘРЛӘНЕҮ (егәрлән-) (Р: становиться трудолюбивым; И.: become diligent; T: çalışkan duruma gelmek) ҡ.
1. Эшкә дәртләнеү, уңғанланыу, егәрле булып китеү. □ Становиться трудолюбивым, расторопным, проворным. Егәрләнеп китеу. Уҡыуға егәрләнеү. ■ Бейәм, киреһенсә, егәрләнеп китте. Ара-тирә юртҡылап та ҡуя. М. Кәрим.
2. Көслө, ныҡлыға әйләнеү. □ Становиться сильным, крепким. Ауылда эшләп егәрләнеү. Үҫеп егәрләнеү.
ЕГӘРҺЕҘ (Р: ленивый; И.: sluggish, slow; T: tembel) с.
1. Эшкә уңмаған; ялҡау. □ Ленивый, нетрудолюбивый, нерасторопный. Егәрһеҙ кейәү. Егәрһеҙ булыу.
2. Көсһөҙ, кәрһеҙ. □ Слабосильный, немощный. ■ Етенсе ротанан Варшава еврейы Хаимов арыҡ, егәрһеҙ, ун аҙым ерҙе ҡапылыраҡ йөрөһә, тыны бөтә, белмәйем, ҡасандан бирлелер, тегеү өҫтөндә улты
496