ЕҘ ҠАМСЫ
рып, арҡаһы бөкрәйгән, күҙҙәре сейләнгән. А. Таһиров.
ЕГӘРҺЕҘ Л ӘНЕҮ (егәрһеҙлән-) (Р.: становиться нерасторопным; И.: become sluggish; T: tembelleşmek) ҡ.
1. Эшкә дәрте ҡайтыу, булдыҡлылығы китеү. □ Становиться инертным, нерасторопным, ленивым. Эшкә егәрһеҙләнеп китеү. ■ Янып торған йәш егеттәрҙең бөгөнгө ысынбарлыҡтан ҡаушап төшөүе, эшкә лә егәрһеҙләнеп китеүе, эскегә һалышыу ы хафаға һала. «Ағиҙел», № 7, 2007.
2. Көсһөҙгә әйләнеү, ныҡлығы юғалыу.
□ Обессилеть, терять силы, слабеть, ослабевать. Көндән-көн егәрһеҙләнеү.
ЕДЕ и. диал. ҡар. йылым I.
ЕҘ I [боронғо төрки йез\ (Р.: латунь; И.: brass; T: bakır) и.
1. Ҡурғаш ҡушылған баҡыр иретмәһе.
□ Латунь, жёлтая медь. / Латунный, медный. Еҙ батмус. Еҙ самауыр. Еҙ үксәле итек. Еҙ менән ялатылған. Еҙҙән эшләнгән. Еҙ даға. Еҙ ҡурай. Еҙ ҡомған. Еҙ ҡыңғырау. ■ [Гөльямал] еҙ ҡыңғыраулы саратовский гармунын өҙөрҙәй булып һуҙған гармунсыға атап йыр ҙа йырлап алды. М. Кәрим. Ниндәйҙер иҫке снаряд башынан еҙ ҡулсаһын алырға маташҡанында әлеге нәмәкәй шартлап киткән. Н. Мусин. Танымаған әҙәмгә алтын да — еҙ. М. Аҡмулла. Салауат батырҙың да, ай, ҡоралы еҙ башаҡлы ғына уҡ икән. Халыҡ йырынан.
2. миф. Төрлө ауырыуҙарҙы имләгәндә дауалау көсөнә эйә тип ышанып ҡулланылған металл. □ Металл, используемый в лечебной магии. ■ Бәрелгән, һуғылған ерҙең шешен ҡайтарыу өсөн еҙ аҡса баҫалар. Халыҡ ижадынан. Еҙ йыланды имләү һамағында еҙ төймәне телгә алалар. Башҡорт мифологияһынан.
ЕҘ II (Р: век; И.: century; T: yüzyıl) и. диал.
Быуат, йөҙ йыллыҡ осор. □ Век, столетие. Үткән еҙҙә йәшәгән ғалим. Хәҙерге еҙ.
ЕҘ III (Р: корка; И.: crust; T: ekmeğin kabuğu) и. диал.
Икмәк йөҙө, икмәк өҫтө. □ Верхняя корочка хлеба. Икмәктең еҙе килгән.
ЕҘ АҒАС и. бот. диал. ҡар. энәлек.
ЕҘ АҒАСЫ и. бот. диал. ҡар. энәлек.
ЕҘБАШ и. зоол. диал. ҡар. туҙбаш.
ЕҘҒОРТ (Р: медная гусеница; И.: caterpillar species; T: tırtıl türü) и. зоол.
Һары йылтыр ҡарышлауыҡ рәүешендәге иген ҡоротҡосо. □ Медная гусеница (вредитель злаковых растений). Иген сәсеүлектәренә бигерәк тә еҙғорт ҙур зыян килтерә.
ЕҘЕ I и. бот. диал. ҡар. энәлек. Туҡ-Со-ран, Эйек, Һаҡмар буйҙарында еҙе йыялар ине.
ЕҘЕ II и. диал. ҡар. еле. Ҡолон еҙеһе.
ЕҘЕ III төп һ. диал. ҡар. ете. Утыҙ еҙенсе йыл.
ЕҘЕКӘЙ (Р: дягиль; И.: angelica; T: melek otu) и. бот.
Шыма көпшә. □ Дягиль (лат. Archangelica).
ЕҘЕЛЕК (еҙелеге) и. диал. ҡар. елелек.
Бейәләрҙе еҙелеккә ҡыуып килтереү.
ЕҘЕЛӘҮ (еҙелә-) ҡ. диал. ҡар. елеләү.
Ҡолондарҙы еҙеләү.
ЕҘ ЕМЕШ и. бот. диал. ҡар. энәлек.
ЕҘ ЙЫЛАН (Р: медянка; И.: grass snake; T.: taçlı yılan) и. зоол.
Көрән, һарғылт һоро (атаһы), көлһыу (инәһе) төҫтәрҙәге ағыуы көсһөҙ йылан. □ Медянка (лат. Coronella). ■ Еҙ йыланды арбаусылар уны «еҙ төймә» тип тә әйтәләр. Экспедиция материалдарынан.
ЕҘ КӨПШӘ и. бот. диал. ҡар. шыма көпшә.
ЕҘ ҠАҘЫҠ (ҡаҙығы) (Р: привязь;
И.: tether for foals; T: kazık) и.
Бейә һауғанда ҡолондарҙы бәйләй торған махсус бағана. □ Привязь, столб для привязывания жеребят. Еҙ ҡаҙыҡта бәйле торған ҡолондар. Еҙ ҡаҙыҡҡа бәйләп ҡуйыу.
ЕҘ ҠАМСЫ (Р: табуированное название змеи; И.: taboo name (about a snake); T.: yılanın tabu ismi) и.
Йыландан һаҡланыу маҡсатында йәшерен әйтелгән исеме, табу һүҙе. □ Табуированное название змеи. ■ Айыуҙы исемләмәй
497