ЕҘ ҠУРАЙ
генә «тайыш табан», йыланды «eş ҡамсы» тиергә, юғиһә улар ишетеп, зыянлауҙары бар. Экспедиция материалдарынан.
ЕҘ ҠУРАЙ (Р.: медный курай; И.: Kind of kuray; T.: bakir kuray) и. муз.
Еҙҙән эшләнелгән ете тишекле ҡурай төрө. □ Медный курай. ■ Таштуғайҙың еҙ ҡамышын еҙ ҡурай ҙа итеп тартайым. Халыҡ йырынан.
ЕҘЛЕ (Р.: украшенный медными или латунными изделиями; И.: having copper plates; T.: bakırlı) c.
Еҙ менән биҙәлгән. □ Украшенный медными или латунными изделиями; с медными вставками, пластинками. Еҙле йүгән. Еҙле итек.
ЕҘ Л ӘТЕҮ (еҙләт-) ҡ. йөкм. ҡар. еҙләү 1, 2. понуд. от еҙләү 1, 2. Йүгәнде еҙләтеү.
ЕҘЛӘҮ (еҙлә-) (Р: украшать медными изделиями; И.: decorate with brass trinkets; T.: bakirlamak) ҡ.
1. Еҙ менән биҙәү. □ Украшать медными или латунными изделиями (уздечку, седло, шлею, хомут и т.п.). ■ Ерән атҡа еҙ килешмәҫ, еҙләмә йүгәнеңде. Халыҡ йырынан.
2. Еҙ ялатыу. □ Покрывать слоем латуни или меди. Самауырҙы еҙләү.
ЕҘМОРОН (Р: злой дух; И.: evil spirit; T.: cadi) и. миф.
Еҙ танаулы, еҙ тырнаҡлы ҡатын ҡиәфә-тендәге мифик зат. □ Злой дух в образе женщины с медным носом и медными когтями. ■ Еҙморон — еҙ моронло, еҙ тырнаҡлы ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендәге мифик зат. Картотека фондынан.
ЕҘМЫЙЫҠ (еҙмыйығы) (Р: голец;
И.: loach; T.: alabalık) и. зоол.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған тәңкәһеҙ ваҡ йылға балығы. □ Голец (рыба) (лат. Nemachilus barbatula).
ЕҘНӘ (P: зять; И.: son-in-law; T.: enişte) и.
Үҙенән оло ҡыҙ туғандың ире һәм уға өндәшеү һүҙе. □ Зять (муж старшей сестры). Еҙнә булыу. Еҙнә кеше. ■ Нурислам Вәлишиндар йортонда үҫте, уҡыуҙа отҡорлоғо, тырышлығы, тыңлаусан һил хол
ҡо арҡаһында еҙнәһенең яратҡан ҡәйнешенә әйләнде. Ә. Хәкимов. Ете тин баҡыр аҡса, дүрт мылтыҡ гильзаһы, ике булавка, Мөхтәр еҙнәм биргән һөйәк һаплы бәке, бихисап ҡап шырпы әлегеһе көндә Шәйхаттарҙың ҡомағай кеҫәһендә тотҡонлоҡта ята. М. Кәрим.
ЕҘНӘ АҠСАҺЫ (Р: деньги, розданные женихом младшим братьям и сёстрам невесты; И.: money given out by a bridegroom; T: eniştenin kayınbiraderlerine verdiği para) и. этн.
Еҙнә булған кешенең балдыҙҙарына өләшкән аҡсаһы. □ В свадебном обряде: деньги, розданные женихом младшим братьям и сёстрам невесты. Еҙнә аҡсаһы таратыу. Еҙнә аҡсаһы таптырыу.
ЕҘНӘЙ и. ҡар. еҙнә.
ЕҘСЕ (Р: латунщик; И.: coppersmith; T.: bakırcı) и.
Еҙ менән эш иткән кеше; еҙ оҫтаһы.
□ Латунщик, медник. Оҫта еҙсе. Еҙсе булыу. Еҙсенән эшләтеү.
ЕҘТИМЕР ҠУРАЙ и. муз. диал. ҡар. еҙ ҡурай. Еҙтимер ҡурайҙа уйнау.
ЕҘТӨЙМӘ ЙЫЛАН и. зоол. ҡар. төймә йылан.
ЕҘТЫРНАҠ (еҙтырнағы) (Р: злой дух;
И.: evil spirit; T.: bakır tırnaklı şeytan) и. миф.
Еҙ тырнаҡлы ҡурҡыныс мифик зат.
□ Злой дух. ■ Еҙтырнаҡ — еҙ тырнаҡлы, еҙ танаулы уҫал рух. Башҡорт мифологияһынан.
ЕҘҮЛӘН (Р: келерия тонкая; И.: koeleria; T.: koeleria) и. бот.
1. Ҡыяҡлы үлән. □ Келерия тонкая, тонконог (лат. Koeleria). Урман араһының еҙүләне. Мал яратып ашаған еҙүлән.
2. диал. ҡар. ҡылған.
ЕҘӘ и. диал. ҡар. шаран 2. Еҙә үреү. Йылғаны быуып еҙә ҡуйыу. Балыҡсылар мурҙаға тип еҙә ҡуйған.
ЕҘӘЙ (Р: боярышник; И.: hawthorn; Т.: аһҫ) и. бот. диал.
Энәлек. □ Боярышник (лат. Crataegus). Еҙәй емеше. Еҙәй йыйыу. Бешкән еҙәй. Еҙәй ағасы ултыртыу.
498