Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 499 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕЙӘКҺЕҘ
ЕЙ (Р.: кислый раствор; И.: acid solution; T.: asit eriyik) u.
Тире ебетә торған әсе матдә (эркет, көрпә һ. б. ҡушып яһалған шыйыҡлыҡ). □ Кислый раствор (для вымачивания). Ейҙә тире йомшартыу. • Ала ҡуңыҙ тиреһе ейгә кунмәҫ. Мәҡәл.
♦ Ейгә килеү ыңғайға килеү; күнеү. □ Идти на лад. ■ Шул кирелегеңде ташларға ваҡыт инде, атаһы. Исмаһам, улгәндә ейгә килеп улергә кәрәк. И. Насыри.
ЕЙ БУЛЫУ (бул-) (Р: размокнуть; И.: get soaked; T.: tabaklanmak) ҡ.
Әсеп йомшарыу (тирегә ҡарата). □ Размокнуть в кислом растворе (о коже). Тиренең ей булыуын көтоу.
ЕЙГӘ ҺАЛЫУ (ейгә һал-) (Р.: ПОЛОЖИТЬ кожу в кислый раствор; И.: treat leather; T.: tabaklamak) ҡ.
Тирене ебетеү өсөн махсус әсе шыйыҡсаға һалыу. □ Положить кожу в кислый раствор. Төлкө тиреләрен мискәгә ейгә һалып ҡуйыу.
ЕЙҘЕРЕҮ (ейҙер-) (Р: кормить; И.: feed; T.: yedirmek) ҡ.
Ейергә, ашарға мәжбүр итеү, ейергә ирек ҡуйыу; ашатыу. □ Кормить, давать есть. // Кормление. Ем ейҙереу.
ЕЙЕЛЕҮ (ейел-) к. төш. ҡар. ейеү I. страд, от ейеү I. ■ Хужа һауытты алырға ынтылды ла кире дунде: — Ейелмәҫ ризыҡҡа ҡул тейҙереу харам, — тине. М. Кәрим. Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ, башҡа ергә башым эйелмәҫ! Р. Ғарипов.
ЕЙЕТЕҮ (ейет-) (Р: мочить в кислом растворе (кожу)', И.: soak in an acid solution; T: tabaklamak) ҡ.
Ейгә һалып ебетеү, йомшатыу. □ Мочить в кислом растворе (кожу). Тирене ейетеу.
ЕЙЕҮ I (ей-) (Р: есть, кушать; И.: eat; T: yemek) ҡ.
1. Ризыҡ ҡабул итеү; ашау. □ Есть, кушать. ■ Сиңерткәләр иген ейер, .. таҡыя башлы буҙ турғай сиңерткәнең уҙен ейер. Ҡобайырҙан. • Яҡшылыҡ ҡылған аш ейгән, яманлыҡ ҡылған таш ейгән. Мәҡәл. Туҙгән
туш ейгән. Мәҡәл. Ауыҙынан сыҡҡанды эт еймәй. Әйтем.
2. кусм. Үҙеңә алыу; үҙләштереү. □ Присвоить. Кеше хаҡын ейеу. • Еймә кеше миннә-тен, ей ҡулыңдың хеҙмәтен. Мәҡәл.
ЕЙЕҮ II (ейе-) (Р: размокать; И.: get sodden; T.: tabaklanmak) ҡ.
1. Ебеп йомшарыу. □ Размокать (о коже), преть. Иләнмәгән тире ямғырҙа ейей.
2. Ейҙә ебеп, йөнө йолоу (тирегә ҡарата). □ Облезать, сползать, выпадать. // Выпадение (о шерсти при обработке шкуры вымачиванием в кислом растворе). Ейегән тире. Тоҙлап ҡуйған сей тире яҡшы ейей.
ЕЙМӘ (Р: разновидность туберкулёза; И.: kind of tuberculosis; T.: tüberkülozün bir türü) и. мед.
Тәнгә (куберәк биткә) ҡара ҡыҙыл тө-йөр-төйөр булып сыға торған тире тубер-кулёзының бер төрө. □ Разновидность туберкулёза (проявляется преимущественно на лице). Еймә сығып ауырыу. Еймә дауалау.
ЕЙӘК (ейәге) (Р: завязка; И.: string; T: bağ) и.
1. Күлдәк яғаһын, кейем өлөштәрен ҡаушырып бәйләү өсөн махсус эшләнгән тар бау. □ Завязка. Иҙеу ейәге. Ҡыҫҡа ейәк.
2. Күлдәктең итәк осона һ. б. һалып тегелә торған таҫма һымаҡ тар бау. □ Тесьма. Ейәк һалып тегеу. Балитәккә ейәк баҫыу.
ЕЙӘКЛЕ (Р: с завязкой; И.: with a string; T: bağlı) с.
1. Ейәк ҡуйылған, ейәк ҡуйып тегелгән.
□ С завязкой (об одежде), с пришитой тесьмой (о платье). Ейәкле кулдәк. Ейәкле ыштан.
2. кусм. Сер һаҡлаусан; тотанаҡлы.
□ Сдержанный, надёжный, умеющий хранить тайну. Ейәкле килен. Ейәкле булыу.
ЕЙӘКҺЕҘ (Р: без завязки; И.: stringless; T: bağsız) с.
1. Ейәк ҡуйыуһыҙ. □ Без завязки (об одежде). Ейәкһеҙ тегеу. Ейәкһеҙ булыу. Ейәкһеҙ кейем.
2. кусм. Сер һаҡлай белмәүсән; тотанаҡһыҙ. □ Несдержанный, ненадёжный, болт
499