ЕЙӘН
ливый. ■ Ул ейәкһеҙгә һөйләгәнсе, [һуҙҙе] елгә һөйләгән артығыраҡ. Т. Морат.
ЕЙӘН [боронғо төрки йегин} (Р.: внук; И.: grandson; T.: torun) и.
1. Ҡыҙыңдың йәки улыңдың улы.
□ Внук. ■ Батырҙар араһында иң атаҡлыларынан һаналған Килмәттең ейәне Көтөр исемле батыр була. Әкиәттән. Олатайҙар йәш саҡта, ейән улдар баш саҡта, бер ауылда йәшәгән, ти, бер бай. Әкиәттән. Минең һиңә оҡшаған балаларым булманы инде, әммә шундай ейәндәремдең булыуын теләр инем. «Ҡуҙыйкүрпәс». Ейәндәре лә ярата өләсәйҙәрен, йөҙөк ҡашы кеуек куреп, ҡәҙер-хөрмәт курһәтеп торалар. С. Рахманғолов.
2. иҫк. Сит ауылға килен булып төшкән ҡатындың балаһы (әсәһенең ауылдаштарына ҡарата). □ Ребёнок женщины, вышедшей замуж в другую деревню по отношению к односельчанам его матери.
ЕЙӘН АУЫЛ (Р.: родная деревня матери; И.: Mother’s native village; T.: annenin köyü) u.
Әсәйҙең тыуған ауылы. □ Родная деревня матери. ■ Аҡназар уҙенең ейән ауылына барып, бер ағаһы менән һунарға сыға. Әкиәттән.
ЕЙӘН ҠУСТЫ (Р.: племянник; И.: nephew; T.: yeğen) и.
Икенсе ауылға кейәүгә киткән апайҙың улы. □ Племянник (сын старшей сестры или тёти, вышедшей замуж в другую деревню). ■ Һин, ҡустым, миңә ейән ҡусты булаһың, һинең әсәйең менән минең әсәйем — һәтекәйҙең ике улынан тыуған ҡыҙҙар. Ғ. Дәүләтшин.
ЕЙӘН ҠЫҘ (Р: племянница; И.: niece; T.: yeğen kız) и.
Әсәһенең ауылдаштарына ҡарата икенсе ауылға кейәүгә сыҡҡан ҡатындың ҡыҙы.
□ Племянница (дочь женщины, вышедшей замуж в другую деревню по отношению к односельчанам ее матери).
ЕЙӘНСӘ и. ҡар. ейәнсәр. ■ [Эбей:] Кук-куҙ исемле көслө батыр ҡыҙ — ул минең ейәнсәм була, — ти. Әкиәттән.
ЕЙӘНСӘР (Р: внучка; И.: granddaughter; T.: kız torun) и.
Ҡыҙыңдың йәки улыңдың ҡыҙы; ейәнсә.
□ Внучка. ■ Әлдә Аллаһы Тәғәлә шул бәхетте инселәгән беҙ ҡатындарға, уҡаң ҡойолһа ла, әрәм булмай, ҡыҙ балаңа, ҡыҙың булмаһа, ейәнсәреңә мираҫ булып кусә. Г. Яҡупова. Әсәйем, хаттың эстәлеген алдан белеп торған кеуек, килене менән ейәнсәрен ҡосағына алып, йәшкәҙәгән куҙҙәрен миңә төбәп ултыра. Т. Ғирфанов.
ЕЙӘН УЛ (Р: племянник; И.: nephew; T.: yeğen oğul) и.
Әсәһенең ауылдаштарына ҡарата икенсе ауылға кейәүгә сыҡҡан ҡатындың улы.
□ Племянник (сын женщины, вышедшей замуж в другую деревню по отношению к односельчанам его матери).
ЕЙӘН ҺЕҢЛЕ (Р: племянница; И.: niece; T.: yeğen kız) и.
Икенсе ауылға кейәүгә киткән апайҙың ҡыҙы. □ Племянница (дочь старшей сестры или тёти, вышедшей замуж в другую деревню).
ЕЙӘҮ р. диал. ҡар. йәйәү.
EK I (еге) (P: щель; И.: chink, slot, groove; T.: gedik) и.
Үҙ-ара тығыҙ ятҡан бүрәнә, таҡта, таш һ. б. нәмәләр араһындағы тар асыҡлыҡ.
□ Щель, паз; фальц; полоска (заметная склёпка между двух досок). Таҡта еге. Стена еге. Иҙән еге. Өрлөк еге. Таш еге. Ек һылау. Еккә ҡыҫтырыу. Еккә тултырыу. ■ Кунай тәҙрә ҡапҡасының егенән байҙың утары эсен куҙәтә башланы. Әкиәттән.
EK II (еге) [фарс.] (Р: нечисть; И.: dirt, filth; T.: pislik) и.
1. Бысраҡ, ерәнес нәмә. □ Грязь, гнусность, нечисть. ■ Егәрлем, ти миңә ерем, дошманым, ти миңә ек. Р. Ғарипов. Яуыз был донъяға әсем боша, барлыҡ тәбиғәтте ек куреп. X. Ғәбитов.
2. миф. Ерәнгес яман мифик зат. □ Злой мифический персонаж, злой дух, демон. Баланы ектән ҡурҡытыу.
EK БАБА и. миф. ҡар. бапаҡ.
500