Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 501 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕККЕ
ЕКЕРЕНЕҮ (екерен-) (Р.: кричать; И.: shout, bawl (at); T.: bağırmak) ҡ.
Асыуланып ҡысҡырыныу. □ Кричать; орать на кого. // Окрик. Туҡтауһыҙ екеренеү. Хеҙмәткәрҙәргә екеренеү. Өҫтәл һуғып екеренеү. Оҙаҡ екеренеү. ■ Уның күҙҙәрен ҡан баҫты; ул ҡыҙҙы, асыу менән ярһып, екеренә башланы. Ш. Шәһәр. [Йәмлиха еңгә] атлағанда ҡыйыҡ-мыйыҡ китмәй, тыпырсынып та ҡуймай тура баҫып, яй ғына, йөҙөп кенә йөрөй, сөнки уны өркөтөп, екеренеп тороусы юҡ. М. Кәрим.
ЕКЕРЕНЕҮ-БАҠЫРЫНЫУ (екерен-баҡырын-) (Р: орать; И.: shout, yell (at); T.: bağırıp çağırmak) ҡ. һөйл.
Көслө ҡысҡырыныу, асыуланып, ныҡ әрләп ҡысҡырыныу. □ Кричать, орать на кого, ругать кого. // Окрик, ругань. Екеренеп-ба-ҡырынып кешене ҡурҡытыу. Екеренеү-баҡырыныуҙан һөмһөҙләнеү.
ЕКЕРЕҮ (екер-) (Р: накричать; И.: berate; T.: bağırmak) ҡ.
1. Асыуланып ҡысҡырыу. □ Накричать; наорать, гаркать на кого. // Окрик. Екереп ебәреү. Екереп ҡаршылау. Екереп ҡалыу. Екереүгә өйрәнеп китеү. ■ Ул [Байгилде] бетон плиталарҙың тимер тоҡандарына тросҡа бәйләнгән ырғаҡтар индереп йөрөгән йәш егеткә уҫал итеп, һүгенә-һүгенә екерергә кереште. Д. Бүләков. Олоно — оло, кесене — кесе тип тороу юҡ, екерә лә бойора. Н. Мусин.
2. ҡар. үкереү. ■ Быны шунда ук тейешенсә баһаларға айыу ҡамасауланы: бер-ике ырғыуҙа өҫкә килеп сыҡты ла, һары тештәрен ыржайтып бар урманға екергәндән һуң, ҡарап тормай тиерлек, Роман-һеләүһен асыҡ ҡалдырған тарафҡа ташланды. Б. Рафиҡов.
ЕКЕРТЕҮ (екерт-) (Р: заставить кричать; И.: make shout (at); T: bağırtmak) ҡ.
Асыуланып, ҡысҡырып, тупаҫ өндәшеү. □ Накричать, наорать, гаркнуть. // Окрик. Баланы екертеү. Екертеп ҡурҡытыу. ■ Яман кеше шул булыр, берәү тороп һүҙ әйтһә, ҡурҡытам, тип, екертер, .. яғанан алып һиңкетер. Ҡобайырҙан.
ЕКЕРӘЙЕҮ (екерәй-) ҡ. диал. ҡар. екереү.
ЕКЕТ [рус. < фр. jaquette] (Р: жакет; И.: jacket; T.: ceket) и. һөйл.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡыҫҡа өҫ кейеме.
□ Жакет. Хәтфә екет. Ҡупшы екет. Екет кейгән ҡатындар.
ЕКЕТЕҮ (екет-) (Р: выдержать шкуру в кислом растворе; И.: treat skin in an acid solution; T.: tabaklamak) ҡ.
1. Тире эшкәрткәндә ейгә һалып махсус ебетеү, йомшатыу. □ Выдержать шкуру в кислом растворе. Тирене екетеү.
2. күсм. Оҙаҡ ваҡыт һыуҙа тотоп боҙоу, дым тарттырыу; серетеү. □ Разлагаться, отсыреть, отмокать, гнить (о ткани, коже, ране и т. п.). ■ Күҙ йәшенә екетеп, керпеген ҡойған әсәне үлтереп ҡашҡа булманы. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ЕКЕҮ (еке-) (Р: размокать (о коже); И.: become sodden; T.: tabaklanmak) ҡ.
1. Ебеп йомшарыу. □ Размокать (о коже), преть. Тире ямғырҙа екеп киткән.
2. Ейҙә ебеп, йөнө йолоу (тирегә ҡарата). □ Облезать, сползать, выпадать. // Выпадение шерсти (при обработке шкуры вымачиванием в кислом растворе). Екегэн тире еҫе. Тиҙ екеү. Ейҙә ятып екеү.
ЕККЕ I (Р: упряжной, ездовой; И.: draught; T.: koşumlu) с.
Арбаға, санаға һ. б. егеп йөрөй торған, эшкә егә торған. □ Упряжной; ездовой. Екке аттар. Екке болан. Екке мал. Екке үгеҙ. Екке эттәр.
ЕККЕ II (Р: упряжка; И.: draught; Т.: koşum) и.
1. Арбаға, санаға һ. б. бер йәки бер нисә екке малы (ат, болан, эт һ. б.) егелгән хәл.
□ Упряжка. Еккегә ярау. Бер еккелә булыу. Бер екке аттар. Еккегә өйрәтеү. Еккелә йөрөү. Еккегә өйрәтеүсе. Өс ат мисәлгән екке.
2. Екке кәрәк-ярағы, ҡамыт-дуға. □ Упряжь. Еккене йүнәтеү. Екке хәстәрләү. Еккене яңыртыу. Еккене туҙҙырып бөтөү.
501