Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 502 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕККЕЛӘҮ
ЕККЕЛӘҮ (еккелә-) (Р.: запрягать время от времени; И.: harness (from time to time); T.: bazen koşmak) ҡ.
1. Һирәк-Һаяҡ егеү. □ Запрягать время от времени. Еккеләп өйрәтеү. Һирәкләп кенә еккеләү. Ҡыш көндәрендә генә еккеләү.
2. Ҡабаланмай ғына, яйлап егеү. □ Запрягать медленно. Ат еккеләгәнсе, йыуынып алыу. ■ Яйлап ат еккеләгәнсе, балалар сыр-сыу килеп еләк ашарға таралып та бөттө. «Ағиҙел», № 2,2010. Былай ҙа беҙ сәй эсеп, ат еккеләгәнсе, ҡояш ныҡ күтәрелергә өлгөргәйне инде. Д. Исламов.
ЕККЕТ и. диал. ҡар. екәт. ■ Ҡибланан иҫкән еккет елгә шау-шыу итә Боғаҙаҡ ҡамышы. Халыҡ йырынан.
ЕК КҮРЕМЕСЕ (Р.: ненавистный человек И.: bete noire; T.: sevilmeyen kimse)
Артыҡ һаналған һөйкөмһөҙ кеше. □ Ненавистный, нелюбимый человек. Ек күремесе булыу. ■ [Эбей — бабайға:] Вәй, ғүмерҙәр, иҫкән ел кеүек олағып торалар. Инде икәүебеҙ ҙә бергә үләйек, бер-беребеҙҙән етем ҡалып, әҙәмгә ек күремесе булмайыҡ. Т. Хәйбуллин. • Етем ҡыҙ ек күремесе. Әйтем.
ЕК КҮРЕҮ (ек күр-) (Р: отчуждать; И.: alienate; T.: sevmemek) ҡ.
Ситләтеү, ситкә тибеү, ят итеү, ят күреү; ҡыйырһытыу. □ Отчуждать, притеснять. // Отчуждение кого, чуждаться, сторониться кого. Йыл буйы ек күреү. Араға яҡынлатмай ек күреү. ■ Атайым үлгәс тә Сарыбай, булған дуҫлығын онотоп, мине ек күрә башланы. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ЕКЛЕ (Р: имеющий щель; И.: having a chink; T.: gedikli) c.
Еге бар, еге булған. □ Имеющий щель, паз; расщелину. Екле иҙән. Екле таш. Екле ҡойма.
ЕКЛӘНЕҮ (еклән-) (Р: расщелиться; И.: form a chink; T.: gedilmek) ҡ.
Ек барлыҡҡа килеү, еклегә әйләнеү, екле булыу. □ Расщелиться; образовываться, появляться (о щели, пазе). Бүрәнә екләнгән. Такта екләнгән. Стена буйҙары екләнгән. Кибеп екләнеү.
ЕКЛӘҮ I (еклә-) (Р.: делать щель; И.: make a chink; T: gedmek) ҡ.
1. Ек яһау, екле итеү. □ Делать щель.
2. диал. ҡар. һыҙлыҡлау I.
3. ҡар. үҙәкләү. ■ Ҡарағаслы ҡыр, Биләү тау, Оло тау араһына екләп, һырынып ултырған ауылдың төньяғын ҡаплап алған ап-аҡ ҡайынлыҡтарға терәлеп бәләкәй генә, ҡыйшайып бөткән, ябыуһыҙ, байғош ҡына өйҙәр рәттән теҙелеп китәләр. Т. Хәйбуллин.
ЕКЛӘҮ II и. диал. ҡар. үҙәк 5. Ике тау екләүе.
ЕКРӘЙЕҮ (екрәй-) (Р: смотреть сердито; И.: look angrily; T.: öfkeli bakmak) ҡ.
Кешегә асыулы, уҫал, яман итеп ҡарау.
□ Сердито, злобно смотреть на кого. • Ипле һөйләшкән бәләнән ҡотолған, екрәйгән етмеш бәләгә тарыған. Мәҡәл.
ЕК ТАРТЫНҠЫҺЫ (Р: щелевой согласный, фрикативный; И.: fricative consonant; T.: sızıcı ünsüz) и. лингв.
Телмәр ағзалары бер-береһенә көсөргәнешле яҡынайыуҙан барлыҡҡа килгән ектән һауа ағымы ҡалтырауыҡлы сығып әйтелгән өндәр, ышҡыулы, фрикатив тартынҡылар: в, ф, ҙ, ҫ, з, с, ж, ш, щ, х, һ, й, у.
□ Щелевой согласный, фрикативный.
ЕКТЕРЕҮ (ектер-) ҡ. йөкм. ҡар. егеү
I. понуд. от егеү I. Тәүгә ектереү. Санаға ектереү. ■ Йәшел генә сана, зәңгәр дуға ектерһәнә, Фатимам, туры атҡа. Халыҡ йырынан.
ЕКҺЕНДЕРЕҮ (екһендер-) (Р: надоедать; И.: pester; T.: bıktırmak) ҡ.
1. Ек күрерлек, биҙерлек итеп йөҙәтеү, ялҡытыу. □ Надоедать, приедаться. Ят ризыҡ екһендерә. Ашханала оҙайлы туҡланыу екһендерә.
2. эйһ. ф. ҡар. екһенеү 1,2. Яңғыҙлыҡ екһендерә. Ситтә екһендерҙе.
ЕКҺЕНЕҮ (екһен-) (Р: невзлюбить; И.: dislike; alienate smb; T.: bıkmak) ҡ.
1. Артыҡ күреү, ят, һөйкөмһөҙ һанау.
□ Невзлюбить; считать чужим; отчуждать
502