Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 503 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕЛ
кого. // Отчуждение. Үгәй бала тип екһенеу. Яңы килеуселәрҙе куреп екһенеу.
2. Күрге килмәй башлау; ялҡыу, йөҙәү. □ Надоедать, приедаться. Гел бер төрлө аштан екһенеп китеу.
3. Ҡыйын күреү; ялҡыу. □ Уставать, утомляться {от однообразия}. ■ Уның эргәһендәге Ҡәҙермәтов танау осо ҡаҫмаҡланған ҡыҙылармеецтың һуҙҙәренән Ҡыҙыл Армияла булыуына укенеу, ниндәйҙер екһенеу һиҙҙе. А. Таһиров. [Шәрғиә]Исмәғиле һуғышта башын һалғас, тол ҡалып, яңғыҙлыҡтан екһенеп бөтһә лә, һис юғы, ул аслыҡ-яланғаслыҡтың ни икәнен белмәне. Ә. Хәкимов. Куҙыйкур-пәс уҙ йөгөнән екһенмәй, киреһенсә, шатлана ғына, сөнки Барлыбайға ярҙам ҡулын һуҙып, атаһы менән апаһының уға рәхмәт әйтеуҙәренә, ошо уңай менән уларға яҡынайырға өмөт итә. «Ҡуҙыйкүрпәс».
ЕКҺЕТЕҮ (екһет-) (Р.: надоедать; И.: pester, annoy; T.: kanıksamak) ҡ.
Тамам биҙҙереү, ныҡ йөҙәтеү. □ Надоедать, приедаться. Иртән дә, кис тә бирелгән боламыҡ екһетте. Көн дә ҡупҡан тауыш, әр екһеткән. ■ [Оморҙаҡ:] Тик ятыу бик екһетте бит әле, бай ағай. Берәй төрлө эш булмаҫмы? Әкиәттән.
ЕКҺЕҮ (екһе-) (Р.: уставать; И.: grow weary (of); T: bıkmak) ҡ.
1. Нимәнәндер ялҡып китеү, икенсе күрмәҫтәй булып биҙеү, ялҡыу. □ Уставать, надоедать, утомляться (от однообразия). Өйҙә ултырыуҙан екһеу. Дала еленән екһеу.
2. Ашай алмаҫ булып йөҙәү. □ Надоедать, приедаться. Итһеҙ аштан екһеу.
ЕК ЭЙӘҺЕ и. миф. ҡар. ек II, 2.
ЕКӘН [боронғо төрки йекән\ (Р: рогоз; И.: reed mace; T: haşir otu) и. бот.
1. Күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, көрән, оҙонса башлы ялпаҡ күл ҡамышы төрө, екәнле ҡамыш, ҡуға. □ Рогоз. / Рогозный (лат. Турһа). Кул буйындағы екән. Кук екән. Екән туҙғағы. ■ Ташҡын менән йылғаға инеп ҡалған балыҡтарҙы ҡыуалап, екән төбөнән тәмлекәй ашап, мәләу менән әмзә ҡаҙып, мыж килеп сығаһың. Д. Юлтый.
2. Шул ҡамыштың йөнтәҫ, туҡмаҡ һымаҡ башы. □ Головка рогоза; круглая головка-колотушка (у растений). Екән башлы ҡамыш. ■ Эҫем буйҡайында һары ҡамыш, екән генә буйы бер ҡарыш. Халыҡ йырынан. Ҡарсығанан ҡасҡан һуна өйрәк толҡа тапмаҫ екән ҡамышһыҙ. Халыҡ йырынан. • Ерле ере менән, екән куле менән. Мәҡәл.
ЕКӘНЛЕ ҠАМЫШ (Р: рогоз; И.: reed mace; T: haşir otu) и. бот.
Күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, көрән, оҙонса башлы ялпаҡ күл ҡамышы төрө, ҡуға, екән. □ Рогоз. / Рогозный. ■ Һыулы у ҙән буйында һыҙат-һыҙат ҡарайып уҫкән екәнле ҡамыш. С. Агиш.
ЕКӘН СӘСКӘ (Р: кувшинка; И.: water lily; T: nilüfer) и. бот. диал.
Томбойоҡ. □ Кувшинка, водяная лилия (лат. Nymphaea). ■ Кулдең икенсе яғындараҡ, һыу өҫтөндә .. балалар йоҙроғо һымаҡ ҡына һап-һары екән сәскәләре уҫеп ултыра. Ғ. Ибраһимов.
ЕКӘН ҮЛӘНЕ и. бот. диал. ҡар. мамыҡбаш.
ЕКӘТ (Р: тихий (о ветре)', И.: soft wind; T: yavoş rüzgâr) c.
Әкрен, йомшаҡ, талғын (елгә ҡарата). □ Слабый, тихий (о ветре). Екәт ел. ■ Екәт кенә, екәт, эй, ел утә Ағиҙелкәйҙәргә еткәнсә. Халыҡ йырынан.
ЕКӘТ БУРАН (Р: позёмка; И.: blizzard accompanied by ground wind; T: tipi) и. диал.
һепертмә буран. □ Позёмка.
ЕЛ [боронғо төрки йел\ (Р: ветер; И.: wind; T: rüzgâr) и.
1. Һауа ағымының горизонталь йүнәлештәге хәрәкәте. □ Ветер. // Ветровой; ветряной. Ел иҫеу. Ел көсәйеу. Ел тымыу. Ел сығыу. Ел өрөу. Ел баҫылыу. Ел ҡағыу. Елгә ҡаршы. Ел ыңғайына. Ҡаршы ел. Ыңғай ел. Ыҙғыр (ыжғыр) ел. ■ Ел ҡыуып килтергән ҡылый ямғыр, бәйҙән ысҡынған һымаҡ, бөтә көсө менән ергә ҡойолдо, һыуһаған нәҙек билле аҡ ҡайындар йәшел яулыҡҡа ябынған баштарын һелктеләр. Я. Хамматов. Бындағылай яҙын, көҙөн дымлы, тоҙло ел дә, йәйен-ҡышын
503