Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 504 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕЛ
эҫе, һыуыҡ ел дә юҡ, ти, Уралда, һыуығын унда һыуығыраҡ, ти. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — Бала-бәшнәк ярсығы». Үтеп кенә барған был ғумер иртән генә өргән ел кеуек. Халыҡ йырынан. • Ағас башын ел бутай, әҙәм башын һуҙ бутай. Мәҡәл. Бер аяҡ ҡымыҙҙың ике аяҡ еле бар. Мәҡәл. Елдән килгән елгә оса. Әйтем. Ел өрмәй ҡурай һелкенмәй. Мәҡәл. Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр. Әйтем. Ярыҡ ҡайҙа — ел шунда. Мәҡәл.
2. Ниҙеңдер етеҙ хәрәкәтенән ҡупҡан һауа тулҡыны. □ Сильный поток воздуха, продувание (возникающие во время быстрой езды, полёта и т.п. на чём(ком)-л.). Ат еле. Машина еле. ■ Тәуге шартлау башка мискәләрҙе ситкә быраҡтырып уттан ҡотҡарҙы ла еле менән янғындың ҡомарын кәметте генә шикелле. Б. Рафиҡов. Ат еленә арҡа ҡуйып юлсы ғәмһеҙ ҡарап бара. М. Кәрим. Сәмреғош осоп китте, ти. Айыуғолаҡ уның еленә кутәрелеп-кутәрелеп ҡалды, ти. Әкиәттән.
3. кусм. Нимәнеңдер көслө тәьҫире, йоғонтоһо; шауҡым. □ Веяние, влияние, воздействие. Яңырыу еле. Үҙгәрештәр еле. Революция еле. Замана еле. Йәшлек еле. ■ Аҡ офицер уның [Мусаҡайҙың] уң янбашына дағалы итек менән бик ҡаты типкәйне. Ул быны йәшлек еле менән генә һиҙмәй йөрөгән икән. Б. Бикбай. Ғаяз бай ҙа, уның балалары ла ауылда тыныс яталар. Уларға һуғыш еле.. ҡағылғаны юҡ. Д. Юлтый.
4. Аяҡлы, ҡанатлы һүҙҙәре менән «еңел», «тиҙ» мәғәнәһен бирә. □ В сочетании со словами аяҡлы, ҡанатлы передаёт значения «легко», «быстро».
5. миф. Мифик көскә эйә зат. □ Ветер (мифологизированное явление природы, наделённое демоническими свойствами и признаками). Ел ҡағылыу. Ел һуғыу. Ел алыу. Ел зәхмәте.
♦ Ауыҙыңдан ел алһын (йәки алғыры)! Ышаныуҙар буйынса, ошо һүҙҙәр ярҙамында ҡарғыштың, тел-тештең, нахаҡ һүҙҙәрҙең тәьҫирен туҡтатып була. □ соотв. Типун тебе на язык. ■ [Килене:] Гөлйөҙөм әллә
ҡайҙа булған, тим, ҡәйнәм! — Уй, Хоҙайым, ауыҙыңдан ел алғыры! Бар, ҡара, ҡайҙа булһын ул?!Ъ. Дәүләтшина. Бәхетһеҙгә (йәки хәйерсегә) ел ҡаршы нимәлер эшләгәндә көтмәгән бер ҡаршылыҡҡа осрағанда әйтелә. □ Несчастному и ветер навстречу.
■ [Нәжми ағай] бер тай алғайны, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ул да у леп китте, .. тағы өмөттәр бушҡа сыҡты. А. Карнай. Ел алдымы ни {йәки ел алғандай) нимәлер ҡапыл юҡҡа сыҡҡанда, юҡ булғанда әйтелә.
□ Как ветром сдуло (вмиг исчезнуть, мгновенно потеряться из виду). Елгә еленләп, боҙға быҙаулау 1) бушҡа ғүмер уҙғарыу.
□ Тратить время попусту, жить бесцельно. ■ [Мәмәтәй:] һин, Шафик ҡустым, елгә еленләп, боҙға быҙаулап йөрөмә. Үҙемә казначей итеп алам, .. иртәгә идараға кил. Ғ. Сөләймәнов; 2) эш хаҡы алмайынса, ялсы булып йөрөү. □ Работать без оплаты, даром. Елгә еленләп, боҙға быҙаулап йөрөуҙән, эшкә урынлашыу яҡшы инде. Елгә елгәреү бушҡа әрәм итеү. □ Пускать по ветру. Елгә китеү {йәки осоу) бушҡа сығыу. □ Оказаться напрасным, бесполезным. ■ Ғәзиз ғумерем минуттары гелән генә елгә киткән. М. Ғафури. Елгә һимереү тиктомалға һимереү. □ Легко полнеть, быть склонным к полноте. Елдән килеү анһат юл менән, буштан килеү. □ Легко доставаться. Ел<дәр> иҫеү бер нәмә лә ҡалмау, юҡ булыу. □ И след простыл (кого, чей). ■ Кире әйләнеп килгәндә, машинанан елдәр иҫкән ине. Д. Исламов. Еле ҡағылыу ниҙеңдер тәьҫир итеүе. □ Испытать влияние чего. Уға шиғыр еле ҡағылған. Атаһына оҡшап, улына ла ат еле ҡағылған. Ел етмәҫ 1)бик етеҙ. □ Очень быстрый (о коне).
■ Заятуләк өс тапҡыр һуға, кук дунән ел етмәҫ толпар булып осортоп алып та китә. «Заятүләк менән һыуһылыу»; 2) шиғр. бик алыҫ {ер тураһында). □ Далёкий, недосягаемый. ■ Ел, Ерәнем, егетеңде еткер ел етмәҫ ергә. Н. Иҙелбай. Ел йотоу {йәки уртлау, эсеү) һыуыҡта, елдә өшөп, йонсоп йөрөү.
□ Переносить ветер и холод. Ел уртлап килеуем бушҡа булды. ■ [Сурағол:] Урман
504