Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 505 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕЛБЕРЛӘК
йырып, ил утеп, ел йотоп, .. туғандарымдың ҡәҙерен һаҡлап, ҡәберҙәренә бер ус ҡына булһа ла тупраҡ һалайым, тип килгәйнем. Т. Хәйбуллин. Ел ҡайһы яҡҡа иҫһә, шул яҡҡа (йөрөү, барыу, ҡарау) аумаҡай кеше тураһында. □ (Идти, смотреть) куда ветер дует (не иметь своих убеждений, о беспринципном человеке). Ел ҡанатлы бик тиҙ, йылдам. □ Быстрый, быстрокрылый. Ел теймәҫ ерәнсә 1) үпкәсел. □ Обидчивый; 2) нәзәкәтле. □ Недотрога. Ел, ямғыр тейҙермәү бик ныҡ һаҡлау; ҡанат аҫтына алыу.
□ Брать под защиту, оберегать. Иҫкән ел һымаҡ (йәки елдәй) бик тиҙ, йәһәт, етеҙ (йөрөу, хәрәкәт итеу, ғумер утеу). П Быстро, скоро (как ветер). Елдәй елеу. Ел кеуек осоу. ■ Гумер елдәй утеп тора, бер йәй була, бер яҙ була. Т. Арслан. Ҡайҙан ел ташланы? көтмәгәндә килеп сыҡҡан кешегә әйтелә.
□ Каким ветром занесло? Я [Һалдат:] Ҡайҙан ел ташланы һеҙҙе? Беҙ инде мәңге килмәҫкә киткәнһегеҙҙер, тип уйлағайныҡ. Д. Юлтый.
ЕЛ АШАУ (ел аша-) (Р.: потрескаться; И.: crack; T.: çatlamak) ҡ.
Елгә ярылыу (бит, ҡул тиреһенә ҡарата).
□ Потрескаться от ветра (о коже лица, рук). Көнө буйы сөгөлдөр баҫыуында эшләп, бит-ҡулын ел ашай.
ЕЛБАУЫР и. зоол. диал. ҡар. дауыл ҡошо.
ЕЛ БАШЫ (Р.: открытое ветреное место; И.: open place, open to winds; T.: açık yer) u.
Ел уйнап торған асыҡ урын. □ Открытое ветреное место. Ел башында тороп һыуыҡ уткәреу.
ЕЛБЕР I (Р: лохматый; И.: dishevelled; T.: darmadağın) с.
1. Туҙғып, елберәп, елпелдәп торған.
□ Лохматый, встрёпанный, растрёпанный. Елбер башаҡтар. Елбер сәс. Елбер ҡайындар. Елбер талдар. Елбер байраҡтар.
2. кусм. шиғр. Еңел йөрөшлө; етеҙ.
□ Быстрый. Я Елбер арбам, ел, арбам, етер ергә ет, арбам. Әкиәттән.
ЕЛБЕР II (Р: быстро; И.: quickly; Т: çabuk) р.
Йылдам, тиҙ, етеҙ. □ Быстро, споро. Елбер эшләу. ■ Елбер ҙә генә елбер елгәнемдә елдәр аса минең ҡуйынымды. Халыҡ йырынан.
ЕЛБЕРҘӘК (елберҙәге) и. диал.
1. ҡар. яры I. Ҡаҙ тәпәйенең елберҙәге.
2. ҡар. балитәк.
3. ҡар. ҡолаҡ йомшағы.
ЕЛБЕРҘӘҮ (елберҙә-) ҡ. ҡар. елберләү.
■ Уның тау уратып гиҙгән йомшаҡ елдә елберҙәгән һары сәстәре, һомғол ҡаҡса кәу-ҙәһе, көләс йөҙө тауышһыҙ кино кадрҙары һымаҡ куҙ алдында сихри тамаша ҡора. Ә. Әминев. Кешеләр менән бергә йөҙәрләгән ҡыҙыл әләмдәр, йәйге ҡояш нурҙары аҫтында тағы ла алһыуланып, өҙлөкһөҙ елберҙәнеләр. А. Карнай. Һандуғасы ултыра һайрап, буҙ турғайы оса сырылдап, тартайы йөрөй тартылдап, ҡаҙы йөҙә ҡаңғылдап, ҡауҙыһы йөрөй һуҡылдап, мөншөгөрө ултыра мөңкөлдәп, торнаһы оса торҡолдап, торомтайы йөрөй ҡанатын елберҙәтеп, осло куҙҙәре менән уҙ ҡорбанын эҙләп, — ҡыҫҡаһы, барыһы, барыһы эштә, ҡуҙғалышта. Ғ. Дәүләтшин.
ЕЛБЕР-ЕЛБЕР (Р: подражание лёгкому движению; И.: an onomatopoeic word; T: tırıl tırıl) оҡш.
Елгә осорҙай булып елпелдәгән еңел хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание лёгкому движению, колыханию. Я Ул [Йәмил], ниҙер курергә теләп, елбер-елбер килгән һыу өҫтөн куҙәтә ине. Р. Ҡол-Дәүләт.
ЕЛБЕР-ЕЛБЕР ИТЕҮ (елбер-елбер ит-) (Р: развеваться; И.: flutter; T.: dalgalanmak) ҡ.
Елгә елберләү. □ Развеваться, колыхаться. Н Аҡ болоттар, әсәм яулығылай, елбер-елбер итә яй ғына. Р. Назаров.
ЕЛБЕРЛӘК (елберләге) (Р: колыхающееся на ветру что-л:, И.: fluttering (in the air); T: tırıl tırıl) и.
1. Елгә елберләп тора торған төрлө еңел нәмә. □ Колыхающееся, развевающееся на ветру что-л. Н Гөл сәскәһе елберләгенән асы-ла-асыла ҙурайып, кейеҙ ҡалпаҡтай булды. Әкиәттән.
505