ЕЛБЕРЛӘТЕҮ
2. зоол. Балыҡтың айғолаҡ аҫтындағы бәләкәй йөҙгөс ҡанаттары. □ Жаберный плавник. ■ Елберләге булмаһа, балыҡ ургә йөҙә алмаҫ. Ҡобайырҙан.
3. анат. Танау тишектәренең ике яҡ ситендәге йомшаҡ өлөштәре; танау япрағы. □ Крылья носа. М Танау елберләктәре киңәйҙе. А. Таһиров.
4. Елберләп торған ваҡ итәк; ҡатмар, мәскәү. □ Оборки платья.
ЕЛБЕРЛӘТЕҮ (елберләт-) (Р.: развевать; И.: blow about; T: dalgalandırmak) ҡ.
Елпелдәтеү, елбер-елбер иттереү. □ Развевать, колыхать. Байраҡты елберләтеу. ■ Йорт ҡаршыһында, йәшел япраҡтарын елгә елберләтеп, ап-аҡ зифа ҡайын уҫә. С. Агиш.
ЕЛБЕРЛӘҮ (елберлә-) (Р: развеваться; И.: flutter; T: dalgalanmak) ҡ.
Осоноп, еңел генә ҡағылыу, елпелдәү; елбер-елбер итеү. □ Развеваться, реять, колыхаться, трепетать (на ветру); колебаться (от ветра). Алыҫтан елберләп куренеу. Елгә елберләу. ■ Уның ҡалҡыу кукрәге йыш һулыш алыуын белдерә, киң аҡ маңлай аҫтындағы оҙон ҡара керпекле кук куҙҙәр мөләйем ҡарап уйнайҙар, ябай эшләпә аҫтына йәшеренергә теләмәгән ҡуңыр сәстәре ике сикәһендә елберләйҙәр ине. А. Таһиров.
ЕЛБЕРЛӘҮЕК (елберләүеге) и. ҡар. елберләк.
ЕЛБЕРЛӘШЕҮ (елберләт-) ҡ. урт. ҡар. елберләү, взаимн. от елберләү. Елгә елберләшеу. И Улар менән аралаш ҡайын сауҡалары ла, ваҡ ҡына булып шытып килгән бөрөләренең морондарын курһәтеп, яҙғы йылы елгә елберләтеп ултыралар. Һ. Дәүләтшина.
ЕЛ БЕРӘҮ (елберә-) ҡ. ҡар. елберләү.
ЕЛБИҘӘК (елбиҙәге) (Р: снежинка;
И.: snowflake; T: kar tanesi) и. диал.
1. Ҡар күҙе. □ Снежинка.
2. Биҙәүес. □ Украшение.
ЕЛ БОЛОТО (Р: белое облако; И.: cloud; T: bulut) и. диал.
Аҡ болот. □ Белое облако. ■ Ҡон матур, ел болоттары араһынан ҡояш йылмая. «Ағиҙел», № 7, 2010.
ЕЛ-БУРАН (Р: буря, пурга; И.: tempest; snow storm T: fırtına) и. йыйн.
1. Ел менән буран бергә. □ Буря, пурга. Ел-буран сығыу. Март айының ел-бураны.
2. миф. ҡар. ҡойон.
♦ Ел-буран уйнатыу ҡойон уйнатыу.
□ Бушевать.
ЕЛБӘГӘЙ I (Р: ветреница; И.: anemone; T: dağ lalesi) и. бот.
Лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, иртә яҙ сыға торған һары төҫтәге ваҡ урман сәскәһе. □ Ветреница, анемон, анемона (лат. Anemone). ■ Эштән ҡайттыҡ яҙғы урман аша, ҡар һыуҙары ташып аҡҡанда. Елбәгәйҙәр сәскә атҡандар ҙа тап һин булып көнгә баҡҡандар. Р. Ниғмәтуллин.
ЕЛБӘГӘЙ II с. ҡар. елбәҙәк I, 2.
ЕЛБӘГӘЙ III (Р: нараспашку; И.: unbuttoned; T: iliksiz) р.
1. Ҡаушырып элмәгән, еңелсә өҫкә һалған, быумаған көйө, ыскындырған көйө (еләнде, пальтоны, плащты һ. б.). □ Нараспашку, внакидку (надеть пальто, плащ и т. д.). Плащты елбәгәй генә элеп тышҡа йугереу. Һалҡында елбәгәй йөрөп һыуыҡ тейҙереу. Йәй елбәгәй йөрөргә елән яҡшы. ■ Бер ваҡыт сыҡтым урамға, өҫтә бишмәт елбәгәй. Ш. Бабич. Ҡолаҡ һал, Андрей, нисек һайрай теге, — тине береһе, телмәр тотҡан оҙон сәсле, киң елбәгәй кейемле кемһәгә ымлап. Ә. Хәкимов.
2. һөйл. Ел-ямғырҙан һаҡлаусы йоҡа ғына еңел туҡыманан эслекһеҙ тегелгән ҡыҫҡа итәкле өҫ кейеме. □ Ветровка. Елбәгәйҙең төймәһен элеу. Елбәгәйҙе сисеу.
ЕЛБӘГӘЙ ЕБӘРЕҮ (елбәгәй ебәр-) (Р: распахнуться; И.: sweep open; T: açılmak) ҡ.
Кейемде ҡаушырып элмәй, төймәләрен йәки билбауын ыскындырыу, еңелсә өҫкә, иңбашҡа һалыу. □ Распахнуться, расстегнуться.
ЕЛБӘГӘЙ ЕЛӘН (Р: зилян; И.: kind of national cloak; T: yeldirme) и.
506