ЕЛБӘҘӘКЛӘНЕҮ
Яурынға һалып ҡына йөрөмәле еңһеҙ елән. □ Зилян-накидка без рукавов, зилян-разлетайка. ■ Ерәнсә ерән менгән, ти, елбәгәй елән кейгән, ти. Ҡобайырҙан.
ЕЛБӘГӘЙ КЕЙЕҮ (елбәгәй кей-) (Р.: накинуть; И.: slip over one’s shoulders; T.: iliksiz giymek) ҡ.
Кейемде иңбашҡа һалыу, ҡаушырып элмәү. □ Накинуть (плащ, пальто, зилян и т. п.) Пальтоны елбәгәй кейеү. Еләнде елбәгәй генә кейеү.
ЕЛБӘГӘЙЛӘНЕҮ (елбәгәйлән-) ҡ. ҡар. елбәҙәкләнеү I.
ЕЛБӘГӘЙ СӘСКӘ (Р: ветреница лесная; И.: wood anemone; T.: kardelen anemon) и. бот.
Күп йыллыҡ лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. □ Ветреница лесная (лат. Anemone sylvestris).
ЕЛБӘГӘЙ ҺАЛЫУ (елбәгәй һал-) ҡ. ҡар. елбәгәй кейеү.
ЕЛБӘҘӘК I (Р: воздушный, невесомый; И.: light, weightless; T.: pek hafif) c.
1. Елберләп осоп торған; еңел. □ Воздушный, лёгкий, невесомый. Елбәҙәк ҡар бөртөктәре. Елбәҙәк япраҡтар. Елбәҙәк таҫма. ■ Майҙан тып-тын булып ҡалды, хатта аяҡ аҫтындағы ҡар ҙа шығырҙауҙан туҡтаны, һауала һирәк кенә елбәҙәк ҡар бөртөктәре тирбәлә. М. Кәрим. Битемә елбәҙәк ҡар бөртөгө килеп ҡунды. Бына — ҡыштан да «хат» төштө! Картотека фондынан.
2. Еңел генә иҫкән, йомшаҡ (елгә ҡарата). □ Тихий, слабый (о ветре). ■ Елбәҙәк ел сәскәләрҙе һөйә-үбә, иркәләй-тир-бәтә уятып, тыуасаҡ таң йөҙөнә хушбуй бөркөп сыға. 3. Биишева. Ул кинәт кенә килеп ябырылмай, яйлап көс йыя, шул уҡ ваҡытта, үҙенә емергес юҫыҡ һайлағандай, төрлө тарафҡа алдатҡыс елбәҙәк елдәрен осороп ҡарай. Ә. Хәкимов.
3. күсм. Еңел, осоп-төшөп торған, осҡалаҡ ҡылыҡлы. □ Непостоянный, изменчивый, переменчивый, лёгкий; легкомысленный, несерьёзный, ветреный. Елбәҙәк
саҡ. Елбәҙәк хыял. ■ Шулай итеп, уның иң нәфис, елбәҙәк йылдары, һөйөр-һөйөлөр миҙгеле яулы-даулы заманға тап килде. Ә. Хәкимов. Ныҡ ҡына бәйләп тотайым елбәҙәк күңелемде, тим. Ш. Бабич.
ЕЛБӘҘӘК II (елбәҙәге) (Р: блёстки; И.: spangles; T.: pul) и.
1. Балыҡ тәңкәһе кеүек кенә, йоҡа, ялтырауыҡ, йылтыр биҙәүес. □ Блёстки (украшение). Елбәҙәк менән биҙәү. Елбәҙәк ҡушып баҫыу. Елбәҙәк һалып тегеү. ■ Ҡояштың ҡышҡы нурҙары аҫтында ҡар бөртөктәренең көмөш сәскәләр йәки сибәр ҡыҙҙың аҡ ебәктән тектергән күлдәгенә һибелгән елбәҙәктәр шикелле йылтырауы күҙҙең көсөн ала ине. Т. Хәйбуллин.
2. Ҡар күҙе, ҡар бөртөгө. □ Снежинка. Яй ғына елбәҙәктәр төшә.
ЕЛБӘҘӘКЛЕ (Р: расшитый блёстками; И.: having spangles; T: pullu) c.
Елбәҙәк (II, 1) баҫылған, елбәҙәк тағылған. □ Расшитый блёстками; с блёстками. Елбәҙәкле итеп тегеү. Елбәҙәкле итәк. Елбәҙәкле бишмәт.
ЕЛБӘҘӘКЛЕК (елбәҙәклеге) (Р: ветреность; И.: frivolousness; T: düşüncesizlik) и.
Осҡалаҡ, еңел холоҡло кешегә хас сифат. □ Ветреность, легкомысленность, непостоянство. Йәшлек елбәҙәклеге.
ЕЛБӘҘӘКЛӘНЕҮ I (елбәҙәклән-) (Р: вести себя легкомысленно; И.: be frivolous; T.: düşüncesizce davranmak) ҡ.
Еңел ҡылыҡлы булып ҡыланыу, осто-ҡайланыу. □ Вести себя легкомысленно, несерьёзно; поступать легкомысленно. Елбәҙәкләнеп китеү. Я [Йомай — ҡыҙына:] Был тиклем остоҡай булырһың икән! Кендек инәйеңә оҡшап, гел елбәҙәкләнеп тороу буламы! Һ. Дәүләтшина.
ЕЛБӘҘӘКЛӘНЕҮ II (елбәҙәклән-) ҡ.
1. төш. ҡар. елбәҙәкләү II. страд, от елбәҙәкләү II. Елбәҙәкләнгән елән.
2. Елбәҙәк булыу, еңел булыу. □ Становиться лёгким, невесомым. Елбәҙәкләнеп күренгән ҡар. Елбәҙәкләнеп осоу. Н Шәмси, Вәхиттән ҡалышмаҫҡа теләпме, нисек-
507