ЕЛБӘҘӘКЛӘҮ
тер, уның артынан елбәҙәкләнеп куренеусе ҡарҙарҙы туҙҙырып тау тубәненә төшә башланы. Ғ. Хәйри.
ЕЛБӘҘӘКЛӘҮ I (елбәҙәклә-) (Р.: летать; И.: whirl; T.: uçuşmak) ҡ.
Еңел генә елберләп осоу (ҡар хаҡында). □ Летать, кружиться (о снежинках). Елбәҙәкләп яуған ҡарҙар.
ЕЛБӘҘӘКЛӘҮ II (елбәҙәклә-) (Р.: расшить блёстками; И.: sew spangles on; T: pullamak) ҡ.
Елбәҙәк (11,1) тағыу, елбәҙәк баҫыу □ Нашить блёстки на что, расшить блёстками что. Елбәҙәкләп кулдәк тегеу. ■ Елбәҙәкләп теккән зәңгәр бәрхәт зифа буйға бигерәк килешкән. Ш. Бабич.
ЕЛГЕР (Р: быстрый; И.: fast; T.: çevik) с.
Шәп елеүсән; етеҙ. □ Быстрый. Елгер ат. М Ҡарабай айбар ир булған, аттары елгер булған, мал-тыуары көр булған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ЕЛГЕРЛӘК (елгерләге) и. диал. ҡар. елберләк 2. ■ Даръяларҙа балыҡ йөҙә алмай, елгерләкәйҙәре булмағас. Халыҡ йырынан.
ЕЛГӘ ОСОРОУ (елгә осор-) (Р: развеять; И.: dispel; T.: dağıtmak) ҡ.
1. Бөтөрөү, туҙҙырыу, юҡҡа сығарыу; ҡотолоу. □ Развеять, разнести, рассеять. Я Унда һине дуҫтар көтөп торор, елгә осор бөтә моң-зарҙар. Р. Ғарипов.
2. Бушҡа әрәм итеү. □ Бросать (швырять, кидать) на ветер. ■ Бөгөн ерҙе һатып, унан алған барлы-юҡлы аҡсаны елгә осорғансы, ерле булып йәшәу ышаныслыраҡ буласаҡ. «Киске Өфө», № 51, 2005.
ЕЛГӘРГЕС (Р.: веялка; И.: winnowing machine; T.: kalbur makinesi) и.
Ашлыҡ елгәрә торған машина. □ Веялка. Елгәргескә һалыу. Ҡул елгәргесе. Моторлы елгәргес. И Хәҙер эштәре бөткән сәскестәр, тырмалар — бөтә ҡорамалдар иң төптә, уларға етә елгәргестәр, урғыстар һәм иң алдынғы урында бесән саба торған косилкалар, бесән йыйғыстар, ҡул тырмалары торалар. Ғ. Дәүләтшин.
ЕЛГӘРГӘН БАЛ (Р: мёд, пропущенный через медогонку; И.: pumped honey; T.: tahliye edilen bal) и. диал.
Айыртҡан бал. □ Мёд, пропущенный через медогонку; откачанный мёд.
ЕЛГӘРЕЛЕҮ (елгәрел-) ҡ. төш. ҡар. елгәреү, страд, от елгәреү. Елгәрелгән ашлыҡ. Елгәрелгән бойҙай.
ЕЛГӘРЕҮ (елгәр-) (Р: веять; И.: winnow; Т.: harman savurmak) ҡ.
1. Ашлыҡты ел йәки машина менән өрҙөрөп сүптән таҙартыу. □ Веять, провеивать. // Молотьба, обмолот, веяние. Орлоҡ елгәреу. Ҡөнбағыш елгәреу. Ҡипкән муйыл елгәреу. Киндер орлоғо елгәреу. ■ Мин көн буйына ат ҡыуаланым, һалам ҡағыштым, тары елгәргәндә һепереп торҙом, тоҡҡа тултырыштым. Шуны ла әйтергә кәрәк: ул заманда хәҙерге кеуек ашлыҡ һуға һәм ашлыҡ елгәрә торған машиналарҙың береһе лә юҡ ине. Ашлыҡты ат менән баҫтыралар йәки кешеләр сыбағас менән һуғалар, һуңынан елдә елгәрәләр. М. Ғафури.
2. кусм. Ташлап ебәреү, бырғау. □ Бросать, отбрасывать кого, что. Таш елгәреу. Таяҡ елгәреу. Ҡарсығаға ҡарай елгәреу. Ярға елгәреу. ■ Һы, йә инде... Бына бит Хоҙайҙың рәхмәте. Ҡайҙан ғына килеп сыҡтығыҙ, — тип һөйләнеуенә лә иғтибар итмәй, бесәнде кәбән башына елгәрә генә. Н. Мусин.
3. кусм. Ҡолас ташлап һуғыу. □ Ударить наотмашь. Бар көс менән елгәреу. ■ Былар хәҙер һуғыша инде, мин әйтәм. .. Саматҡа Хәйри берҙе елгәреп алһа, зыян итмәҫ ине, тип уйлайым. Н. Мусин.
4. кусм. Һатып ебәреү. □ Продать. ■ Аҡназар тағы ун бот арышты арзан хаҡ менән елгәрҙе. Ғ. Дәүләтшин.
5. кусм. һөйл. Бушҡа туҙҙырыу (аҡсаға, мөлкәткә ҡарата). □ Транжирить, проматывать. Эш хаҡын бушҡа елгәреу. Ата малын елгәреу.
6. диал. ҡар. айыртыу 3. Бал елгәреу.
♦ Елгә елгәреү бушҡа туҙҙырыу. □ Промотать (деньги, зарплату и т. п.). Аҡсаны елгә елгәреу.
508