Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 509 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕЛДӘН ТЫУҒАН
ЕЛГӘРЕҮСЕ (Р.: веяльщик; И.: winnowing machine operator; T.: kalbur makinesi çalışanı) u.
Ашлыҡ елгәреү эшендә эшләгән кеше.
□ Веяльщик. Елгәреүсе булып эшләү. Елгәреүсене алмаштырыу.
ЕЛГӘРЕШЕҮ (елгәреш-) ҡ. урт. ҡар. елгәреү, взаимн. от елгәреү. Иген елгәрешеү. Кәрәк менән елгәрешеү, һолоно елгәрешеү.
ЕЛГӘРТЕҮ (елгәрт-) ҡ. йөкм. ҡар. елгәреү 1. понуд. от елгәреү 1. Ашлыҡ елгәртеү.
ЕЛҒАПҠА (Р.: калитка; И.: wicket gate; T.: küçük kapı) и.
Еңел генә асыла-ябыла торған кәртә ҡапҡа. □ Калитка, лёгкие ворота (из жердей). Елғапҡа шығырлауы. Елғапҡа елгә асыла.
ЕЛҒЫУАР (Р: ветреный; И.: light-minded, light-headed; T.: yeleme) с.
Эш һөймәҫ, эсе буш, еңел холоҡло.
□ Ветреный, легкомысленный; ветреник; ветреница. Елғыуар булып сығыу. Елғыуар әҙәм. Елғыуарға әйләнеү. Н Офицер урыҫса шәйлә оҫта һупалай икән: ни өсөн өсәүләп бер арестантты һаҡлап йөрөйһөгөҙ, елғыуарҙар, тип асыуланған. Б. Рафиҡов. Бер елғыуар, ҡыуыҡ баштың да бит ваҡыты менән сәсе ағара. С. Әлибаев. Һәр хәлдә, елғыуар егеткә оҡшамаған, эше күп ине, ахырыһы, ашыҡты. Д. Бүләков.
ЕЛҒЫУАРЛАНЫУ ( елғыуарлан-) (Р: становиться ветреным; И.: become light-minded; T.: yeleme olmak) ҡ.
Елғыуар булыу. □ Становиться ветреным, легкомысленным. Ваҡытты елғыуарланып үткәреү.
ЕЛ-ДАУЫЛ (Р: буря; И.: tempest, gale; T.: fırtına) и. йыйн.
1. Бик көслө ел. □ Буря, ураган. Ел-дауыл күтәрелеү. Ел-дауыл сығыу. Ел-дауылға әйләнеү. ■ Уларҙы күргәс, һалҡын ямғырҙың да, ел-дауылдың да ҡапыл артта ҡалғаны бөгөн дә хәтеремдә. Д. Шәрәфетдинов. Тон урталары еткәс, ҡапыл ел-дауыл күтәрелеп, ағас баштары шаулай башлаған, ҡая таштары гөрһөлдәп ауған, күк йөҙөн ҡап-ҡара болот ҡаплаған, ти. Әкиәттән.
2. күсм. Оло талаш, ғауға. □ Скандал, ссора. Ел-дауыл ҡуптарыу. ■ Өйҙә уларҙы [кешеләрҙе] ел-дауыл, күҙ йәштәре көтә ине. X. Ғиләжев.
3. күсм. Оло болалар, ҡуптарылыштар; ғәрәсәт. □ Мятеж. ■ Ер йөҙөнән күпме ел-дауыл үтте, күпме һыуҙар аҡты, һин үҙгәрмәйһең. Ш. Янбаев.
ЕЛДЕ с. диал. ҡар. елле II. Елде дуҫ. Елде уҡытыусы. Елде көрәшсе. Елде кеше.
ЕЛДЕРЕҮ (елдер-) (Р: мчать; И.: rush along; T.: çok hızlı götürmek) ҡ.
Бик ҙур тиҙлек менән хәрәкәт итеү; елеү. □ Мчать, помчать, мчаться, нестись, понестись. Ҡурҡыштан елдереү. Елдереп инеп китеү. Тауҙан аҫҡа елдереү. Елдереп ҡайтып етеү. Аттар ауылға елдерҙе. ■ Күҙ асып йомғансы булмай, пар туры аттар еңел сананы елдереп алып китте. һ. Дәүләтшина. Айғырымды мендем эйәрләп, елдерҙем мин һуғыш еренә. С. Юлаев. Бына ошо ике ила-һилыҡты — лирика менән сатираны — шиғриәттең бер арбаһына егеп елдергән быға тиклем башҡорт әҙәбиәтендә, моғайын, бер генә шағир — бары бөйөк Шәйехзада Бабич ҡына булғандыр. Р. Мифтахов.
ЕЛДЕРТЕҮ (елдерт-) ҡ. ҡар. елдереү. Елдертеп килеп етеү. Елдертеп ташыу. Ел-дертеп кенә алып килеү. ■ Татлы һыу кәрәк, күп кәрәк, елдертеп кенә барып әйлән әле! Д. Бүләков.
ЕЛДӘК (елдәге) (Р: название одного из башкирских племён; И.: name of a Bashkir clan; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт ырыуының исеме. □ Ельдяк (название одного из северных; башкирских племён). Елдәк башҡорттары. Елдәк epe. Елдәк аралары. Ҡыр елдәк. Бүре елдәк.
ЕЛДӘН БУЛҒАН с. ҡар. елдән тыуған. Н [Нафиҡов — Банатҡа:] Ул [ҡулдағы] бала елдән булғанмы ни? Й. Гәрәй.
ЕЛДӘН ТАПҠАН с. ҡар. елдән тыуған.
ЕЛДӘН ТЫУҒАН (Р: незаконнорождённый; И.: bastard; T: evlilik dışı çocuk) с.
Атаһыҙ тыуған (бала). □ Незаконнорождённый. Елдән тыуған бала түгел, аталы-
509
00:00
00:00
00:00