ЕЛДӘҮЕК
инәле бала. ■ Никахһыҙ ҡатындан донъяға килгән бала кәмһетелеугә, ҡыйырһытылыуға дусар булған, «Елдән тыуған Айтуған» кеуек мыҫҡыллы ҡушаматтар алған. Г. Ситдикова.
ЕЛДӘҮЕК (елдәүеге) (Р.: ведьмины мётлы; И.: tree desease; T.: cadı süpürgesi) и.
Ағастағы һепертке һымаҡ ҡуйы булып сыҡҡан зәғиф ботаҡтар. □ Ведьмины мётлы (болезнь деревьев). Ҡыуарған елдәуек.
ЕЛЕ (Р: привязь; И.: tether; T.: bağ) и.
1. Өс-дүрт метр аралыҡтағы суҡмар башлы тәпәшәк ҡаҙыҡтарға тартылған бау (ҡолондарҙы теҙеп бәйләу өсөн). □ Привязь (верёвка). Еле әҙерләу. Ҡолондарҙы елегә бәйләу. Ҡыларкан еле. Еле һуҙыу. ■ Көн буйына елегә бәйләнгән, тамағы ҡатып сарсаған ҡолондар ҙа ағытыла. Улар, ситлектән ҡотолған ҡош кеуек, урле-ҡырлы һикерә. Т. Хәйбуллин. Эй йәмле лә Урал буйҙары, еле һуҙып ҡолон бәйләуе. Халыҡ йырынан.
2. балҡ. Епкә күп итеп теҙгән эре ҡармаҡ. □ Перемёт. Еле һалыу. ■ Эрерәк балыҡ ҡарпытырға [малайҙар] еле һалдылар йылғаға. Ғ. Хөсәйенов.
3. бот. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең үрсеү йәки үрмәләү өсөн ергә ебәргән оҙон һабағы.
□ Плеть; усы, усики. Еләк елеһе. Ҡабаҡ елеһе. Ҡыяр еле һуҙа башлаған. Ҡауын елеһе.
4. Йылға аша сығыу өсөн тартылған тимер сыбыҡ. □ Железный канат через реку (для переправы). Еле тартыу. Еле буйлап йөҙөу.
5. диал. Туған-тыумаса, ҡан ҡәрҙәш.
□ Родня.
ЕЛЕГЕҮ (елек-) (Р: забегать; И.: prowl; T: koşuşmak) ҡ.
1. Еҫкәнеп, темеҫкенеп, аҙыҡ эҙләп төрлө яҡҡа йүгергеләү; елеү. □ Забегать в поисках чего-л., рыскать. Урман буйлап елегеп йөрөу. Елегеп йөрөусе буре.
2. Электән өйрәнгән ғәҙәтен, ҡылығын онотоу, ташлау. □ Бросить какие-л. привычки, оставить свои повадки. Елегеп китеу. Елегеп йөрөу. ■ Ерән атым елекмәһә, килер инем таң менән. Халыҡ йырынан.
3. диал. Ҡарығыу, өйөгөү. □ Брачные игры зверей.
4. Ялҡыу. □ Утомиться, устать. Оҙаҡ көтөп елегеу.
ЕЛЕ ЕБӘРЕҮ (еле ебәр-) (Р: пустить плеть; И.: shoot off tendrils; T: filiz çıkarmak) ҡ.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең үрсеү, үрмәләү өсөн ергә оҙон һабаҡ ебәреүе. □ Пустить плеть, дать усы. Ҡыярҙар еле ебәрә башлаған. Ҡауын еле ебәргән мәл.
ЕЛЕЙ и. диал. ҡар. юртаҡ.
ЕЛЕК (елеге) [боронғо төрки йилиг] (Р: костный мозг; И.: marrow; T.: kemik iliği) и. анат.
1. Умыртҡалы хайуандарҙың һәм кешенең һөйәк ҡыуышлығын тултырған туҡыма.
□ Костный мозг. Елек алыу. Елек кибеу.
2. һөйәк эсендәге май; елек майы.
□ Костный жир. Елек һурыу. Елек кимереу. Елек майы. • Ылаҡ елекһеҙ, улан белекһеҙ. Әйтем.
♦ Елеккә май тиртеү көс йыйылыу.
□ Набраться сил. ■ Ай,Тыуғанил,Тыуғанил, .. елеккә май тирткән ер, ирҙәрҙе ир иткән ер. Р. Ниғмәти. Елеккә һеңеү бөтә тәнгә йоғоу, күңелгә үтеп инеү, шифа булыу. □ Проникнуть в душу и тело. ■ Башҡорттоң ҡурҙағын, ҡулламаһын ашаһаң, эскә тугел, елеккә һеңә. Ш. Шәһәр. Ҡом елек 1) көсһөҙ, кәрһеҙ.
□ Слабый, хилый (о человеке). Улмы ни урман ҡырҡыр кеше, ҡом елек; 2) бушаҡ, йомшап бөткән. □ Неплотный, рыхлый, рассыпчатый; мягкий, слабый. ■ [Келәт] яртылай ауышҡан, бурәнәләре ҡом елек кеуек — ҡыуыш, саҡ ҡына ҡағылһаң, һап-һары сереге ҡойола башлай. Б. Бикбай, һары елек ныҡлы, көслө (кешегә ҡарата). □ Крепкий, сильный (о человеке). ■ Нисә әйтһәң дә, ит ашап, мул торған кеше һары елек инде. Т. Хәйбуллин.
ЕЛЕК АЛЫУ (елек ал-) (Р: пункция костного мозга; И.: take marrow probe; T.: ponksiyon) ҡ. мед.
Лаборатория шарттарында медицина тикшереүе өсөн кешенең һөйәк ҡыуышлығын тултырған туҡымаһын анализға алыу.
510