ЕЛЕЛЕ
□ Взять пункцию из костного мозга (для анализа). Лабораторияла елек алыу. Елеген алып тикшереу. Диагноз өсөн елек алып ҡарау.
ЕЛЕК КИБЕҮ (елек кип-) (Р.: измучиться; И.: jade; T.: ızdırap çekmek) ҡ.
Ныҡ интегеү, тәҡәтһеҙ булыу, яфаланыу.
□ Измучиться, замучиться.
ЕЛЕК КҮСЕРЕП УЛТЫРТЫУ (елек күсереп ултырт-) (Р: пересадка костного мозга; И.: transplant; T.: ilik nakli) ҡ. мед.
Ҡаҡшаған ағзаға яраҡлы донорҙың һау елек күҙәнәктәрен күсереп урынлаштырыу.
□ Пересадка (трансплантация) костного мозга. Лейкоз диагнозлы ауырыуға елек кусе-реп ултыртыу.
ЕЛЕККӘ ТӨШӨҮ (елеккә төш-) ҡ. ҡар. елеккә үтеү. ■ Ғазаптарым сигенә етте, әрнеуҙәрем елегемә төштө. М. Кәрим. Ҡайһы саҡта ел ҡағылды миңә — йөксө егеткә, замандарҙың ауырлығы төшкән икән елеккә. Т. Йосопов.
ЕЛЕККӘ ҮТЕҮ (елеккә үт-) (Р: замёрзнуть; И.: congeal; T.: donmak) ҡ.
1. кусм. Ныҡ өшөү; һыуыҡ ел эскә, үҙәккә үтеүҙән яфаланыу. □ Замёрзнуть; пробрать до мозга костей (о холоде). ■ Аһ, быйыл ҡыш! Төкөрөк ергә төшмәй, електәргә утә һыуығы. Б. Бикбай.
2. кусм. Йәнде ныҡ әрнетеү; үҙәккә үтеп һыҙландырыу. □ Измотать, утомить; вымотать всю душу. ■ Сабыр кеше эстән көйрәй, һыҙа. Бына шуныһы елеккә утә лә инде ҡайғының. Б. Бикбай.
3. кусм. Күңелгә, йөрәккә үтеп инеү.
□ Запасть в душу, проникать в сердце. ■ Атай наҙы — селлә ел, утеп бара елеккә, тыштан ҡырыҫ, шифа ел — утеп кереп елеккә, ғәйрәт бирә йөрәккә. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — Балабәшнәк ярсығы».
ЕЛЕК ҠОРОУ (елек ҡор-) ҡ. ҡар. елек кибеү. ■ Урҙа хакимлығынан елеге ҡороған ырыу-ҡәбиләләр Иҙеукәйгә һырт бирҙе. Ә. Хәким.
ЕЛЕКЛЕ (Р: заполненный костным мозгом; И.: marrowy; T.: ilikli) c.
Эсендә елеге булған. □ Заполненный костным мозгом. Елекле һөйәк.
ЕЛЕК МАЙЫ (Р: костный жир; И.: bone fat; T.: kemik iliği) и.
Һөйәк эсендәге май. □ Костный жир. Елек майын һурыу.
♦ Елек майын һурыу бөтә көс-ҡеүәтте бөтөртөп, ныҡ эшләтеү. □ Выжать все соки (из кого). ■ Мәскәй әбей булып, килененең елек майын һурған ҡәйнәләр ҙә була, ти ул. 3. Биишева. Елек майы һыҙылыу ныҡ әрнеү. □ Чувствовать жгучую боль, страдать. К Ирек өсөн әҙме уҙамандың елек майҡайҙары һыҙылған! X. Назаров.
ЕЛЕКТЕ ЕБЕТЕҮ (електе ебет-) ҡ. ҡар. елеккә үтеү. ■ Електе ебетеп ел иҫә, ауылдар йоҡларға ятҡандар. Р. Назаров.
ЕЛЕКТЕ КИПТЕРЕҮ (електе киптер-) (Р.: измучить; И.: jade; T.: eziyet çekmek) ҡ.
Ныҡ интектереү, тәҡәтһеҙ итеү. □ Измучить, замучить, надоедать. ■ [Яппар:] А-ай, ошо бисәне! Ғумер буйы көнләшеп, елегемде киптерҙе бит! Б. Бикбай.
ЕЛЕКТЕ ҠОРОТОУ (електе ҡорот-) ҡ. ҡар. електе киптереү.
ЕЛЕКТЕ ҺУРҘЫРТЫУ (електе һурҙырт-) ҡ. йөкм. ҡар. електе һурыу, понуд. от електе һурыу. ■ Ошо заводта бөтә елегемде һурҙырттым. А. Таһиров.
ЕЛЕКТЕ ҺУРЫУ (електе һур-) (Р: выжать все соки; И.: exhaust, drain (smb); T: canını çıkarmak) ҡ.
Ныҡ йонсотоу, ыҙалатыу, арытыу. □ Выжать все соки. ■ Кәрәк, кәрәк халыҡтың елеген һурған Байғураларҙың өңөн уртәргә. М. Тажи.
ЕЛЕК ҺӨЙӘГЕ (Р: трубчатая кость; И.: cortical (tubular, cylindrical) bone; T: uzun kemik) и. анат.
Аяҡ-ҡулдың эсе ҡыуыш оҙон һөйәге. □ Трубчатая кость. Елек һөйәге сатнау. ■ Оҙон юлдар уның быуындарын, елек һөйәктәрен талдырған. Б. Вәлид.
ЕЛЕЛЕ (Р: с жеребёнком; И.: having a foal (colt); T: taylı) с. этн.
511