Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 514 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕЛКЕНЕШЕҮ
Икенсеһе менән өсөнсөһө йөрәкте елкендерҙе. М. Кәрим. Әсемдә генә минең уттар яна, ник елкенә икән был йөрәк? Ф. Янышев. • Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен. Мәҡәл. Елһеҙ тирәк һелкенмәҫ, йүнһеҙ йөрәк елкенмәҫ. Әйтем.
ЕЛКЕНЕШЕҮ (елкенеш-) ҡ. урт. ҡар. елкенеү 2. взаимн. от елкенеү 2. Елкенешеп бесән сабыу.
ЕЛКЕНСӘК (Р.: пылкий; И.: ardent; T.: ateşli) с.
Елкенеп, ашҡынып торған; дәртле. □ Пылкий, задорный, порывистый. Елкенсәк кеше. Елкенсәк йөрәк. Елкенсәк булыу.
ЕЛКЕТЕҮ (елкет-) (Р.: волновать; вдохновлять; И.: inspire; T.: esinlendirmek) ҡ.
Хис, дәрткә тултырып ярһытыу; ашҡындырыу, елкендереү. □ Волновать; вдохновлять. Күңелде елкетеү. ■ Йәш йөрәгемде елкетә һинең татлы һүҙҙәрең. Халыҡ йырынан. [Урал — Һомайға:]Миңә ҡулын бирерме, үҙе һөйөп килерме, — тип, күңелем елкеттем. «Урал батыр».
ЕЛКӘ [боронғо төрки йол (аттың) менән тамырҙаш] (Р: затылок; И.: occiput; T.: ense) и.
1. Муйындың артҡы яғы. □ Затылок. / Затылочный. Ҡалын елкә. Йоҡа елкә. Киң елкә. Елкә талыу. Елкәгә һалыу. Елкә соҡоро. ■ Хужа уның елкәһенә ауыр ҡулын һалды. Д. Бүләков. Ҡыҫала бармаҡ, бөркөт ҡарашлы, юлбарыҫ беләк, арыҫлан күкрәк, һағыҙаҡ билле, елкә — елле, көслө табанлы, эт-ҡош танаулы, ҡолан ҡолаҡлы, болан сираҡлы бер төрлө төйөрөм бала булған, ти, ул. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — Балабәшнәк ярсығы». Терһәктәрен йәйеп, ҡуш усы эсенә елкәһен ҡуйып, салҡан ятҡан Хөснөтдин. Я. Хамматов. • Еңгән — еңелгәндең елкәһенә менгән. Әйтем. Ураҡсының елкәһенә ҡарама, көлтәһенә ҡара. Әйтем.
2. Өҫ кейеменең шул урынға тура килгән өлөшө. □ Задняя часть ворота. Күлдәктең елкәһе. Кейемдең елкәһе. Туҙған елкә.
3. күсм. Ниҙеңдер терәге, күтәреүсе арҡаһы, көсө, өҫтө. □ Спина, плечо, шея, горб. Яуаплылыҡты елкәгә йөкмәү. Ауырлыҡты
елкәлә күтәреү. ■ Имеш, мөғәллим ни, врач ни, яҙыу-һыҙыу хеҙмәтендәге сәркәтип, хисапсы йәки банк хадимы ни — һәммәһе ярлы халыҡ елкәһендә. Ә. Хәкимов.
♦ Елкә бөгөлөү ныҡ бирешеү. □ Сильно сдать. ■ Ул [Үмәр] ошо бер-ике сәғәт эсендә әллә нисә йылға ҡартайҙы. Елкәһе бөгөлдө. Һ. Дәүләтшина. Елкәгә менеү {йәки ултырыу) еңеп алыу, буйһондороу. □ соотв. Сесть на шею кому. ■ [Әптрәхим — Нәғимгә:] Шулайтып һин собрание һайын ихтыярҙарына ҡуйһаң, улар бик тиҙ елкәңә менерҙәр. Һ. Дәүләтшина. Елкәгә тейеү
1) ашаған ашамлыҡ ныҡ майлы булыу сәбәпле ауыр ҡабул ителеү, ауыр булып тороу; күңелгә тейеү. □ Вызывать тошноту. Һарыҡ ите бик һимеҙ ине, елкәгә тейҙе;
2) эштең ауырлығы, бер төрлөлөгө һ. б. оҡшамау, ныҡ йонсотоу; күңелгә ятмау, ялҡытыу. □ Надоесть, наскучить; набить оскомину. Елкәгә тейеп йөҙәтеү. ■ Уның туҡтауһыҙ өйрәтеүе сей елкәмә тейһә лә, һәнәкте әйләндереп тотам. Н. Мусин. Елкәгә төшөү берәй эш, яуаплылыҡ, бурыс кемдеңдер булһа яуаплылығына, ҡарамағына ҡалыу. □ Ложиться на плечи кому {обремени), выпадать на долю кого. ■ Барлыҡ булған ижади эҙләнеүҙәрҙең иң ҙур ауырлығы йәш инженер Риза Исхаҡов елкәһенә төштө. М. Хәйҙәров. [Тимер:] Таяҡтың ауыр башы минең елкәгә төшә. .. Нәмә эшләйһең, йәшлек, хаталанғанмын. Б. Бикбай. Елкәне тырнау нимәнелер хәл итә алмай аптыраныу йәки ялҡауланыу. □ Быть в замешательстве; не находить выхода из затруднительного положения; лениться, букв. Чесать, почесать затылок. ■ Әллә инде .. — Тимер елкәһен тырнап, уйланып алды.— Ҡайһылай булыр икән һуң, башта саҡырғас уҡ бармағас? Уңайһыҙ бит әле. Б. Бикбай. Күсәр хан, был хәбәргә ни тип әйтергә белмәй, елкәһен тырнап ултыра ине. Әкиәттән. Елкәнән төшөү ниндәйҙер бер ауыр хәл, бурыс, яуаплылыҡтан ҡотолоу. □ Свалиться с плеч. Елкә сейләнеү ауыр эш менән ныҡ йонсоу, ыҙалау. □ Измучиться, устать от тяжёлой работы или от несения
514