Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 515 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕЛКӘЛЕК
тяжести. ■ Елкәһе сейләнгән халык белмәй ҡысҡырмай ул. Б. Хәсән. Елкә тартышыу берәй эш, йомош һ. б. ҡушҡанда ризаһыҙлыҡ белдереү, нисек тә эшләмәҫкә тырышыу. □ Быть недовольным поручением, выказывать недовольство порученным; лениться. Ул малай ялҡау, эш ҡушһаң, елкәһе тартыша башлай. Елкәһе йоҡа ауыр эшкә яраҡһыҙ булған, эш яратмаған кешегә әйтелә. □ Лентяй. букв. Затылок тонкий у кого. Эш эшләгеһе килмәй, елкәһе йоҡа. Елкәһе ҡалын йәки ҡалын елкә мал-мөлкәтле; бай. □ Состоятельный, богатый, букв. Затылок толстый у кого. Елкәһендә йәшәү {йәки ултырыу) үҙең эшләмәй, кемдеңдер, нимәнеңдер иҫәбенә йәшәү. □ Сидеть на шее чьей. Хөкүмәт елкәһендә йәшәү. Елкәһендә татыу ниндәйҙер ауыр хәлде үҙең кисереп белеү; башыңдан үткәреү. □ Испытать на себе, испытать на своем горбу. ■ Баланы дөрөҫ юлға төшөрөү, уға дөрөҫ йүнәлеш биреү — энә менән ҡойо ҡаҙыу ул. Беҙ, оло уҡытыусылар, быны үҙ елкәбеҙҙә татып беләбеҙ. М. Тажи. Елкәһенә һалыныу кемдеңдер, нимәнеңдер иҫәбенә йәшәү, барлыҡ ауырлыҡ, яуаплылыҡты уға һалыу. □ Полагаться, надеяться на кого', возложить ответственность, тяжести на плечи чьи; выезжать на других {в работе). Кеше елкәһенә һалыныу. Елкәһе соҡор {йәки соҡор елкә) ялҡау. □ Лентяй. ■ [Батырйән — Килдебайға:] Эш һөймәйһең, елкәң соҡор, ә нәфсе тигәнең убыр өңөләй. Ә. Мирзаһитов. Эх, һин, Хәбрәй, соҡор елкә! Эш юҡ ерҙә, ҡустым, аш та юҡ. Ш. Бикҡол. <Кеше> елкәһен кимереү {йәки ашау) үҙең эшләмәй, кемдеңдер иҫәбендә йәшәү. □ Жить за чужой счёт, сидеть на шее чьей, тунеядствовать. ■ [Ямал:] Һин бит алағанат, летун, бисәңдең елкәһен ашап ятаһың. М. Тажи.
ЕЛКӘ СОҠОРО (Р.: ямка затылочной кости; И.: condylar pit; T: ense kökü) и. анат.
Елкә (соңҡа) һөйәгенең уйылып эскә инеп торған өлөшө. □ Ямка затылочной кости, мыщелковая ямка. • Елкә соҡороңдо күрмәйһең, күрмәһәң дә, үлмәйһең. Әйтем.
ЕЛКӘ СОҢҠАҺЫ (Р.: бугорок затылочной кости; И.: external occipital protuberance; T: artkafa) и. анат.
Елкә һөйәгенең арт яҡтан тупайып ҡалҡып торған өлөшө. □ Бугорок затылочной кости, наружный затылочный выступ.
ЕЛКӘ ТАМЫРЫ (Р: сонная артерия; И.: carotid (artery); T: şahdamar) и. анат.
Муйындың ике яғынан баш мейеһенә үткән йыуан ҡан тамыры; барлау тамыры, йоҡо тамыры. □ Сонная артерия. Елкә тамыры беленеп һуға.
ЕЛКӘ ҺӨЙӘГЕ (Р: затылочная кость; И.: occipital bone; T: oksipital kemik) и. анат.
Баш һөйәгенең арттан аҫҡы өлөшө, соңҡа һөйәге. □ Затылочная кость.
ЕЛКӘҘӘК (Р: наивный; И.: naive; T.: saf) с. диал.
Бер ҡатлы, хәйләһеҙ. □ Наивный. Елкәҙәк булыу.
ЕЛКӘ ҠАПҠАСЫ и. диал. ҡар. соңҡа.
ЕЛКӘЛЕ (Р: работящий; И.: hardworking; T.: çalışkan) с.
1. Хеҙмәт һөйөүсән; тырыш, эшсән.
□ Работящий, трудолюбивый. Елкәле егет. Елкәле кешенең хужалығы ла ныҡлы.
2. Етеш, бай; муллыҡта йәшәүсе. □ Зажиточный, богатый. Елкәлерәк кешеләрҙән һабантуйға бүләккә аҡса йыялар.
3. Түҙемле, сыҙам, сабыр. □ Терпеливый, выносливый. Елкәле булып сыҡты, бирешмәне.
ЕЛКӘЛЕК I (елкәлеге) (Р: завязка; И.: kind of string; T: bağ) и.
1. Ҡамыт ағастарын тоттороп тороу өсөн юғары осонан ҡушып бәйләнгән бау. □ Завязка, скрепляющая концы клешней {деревянного остова) хомута. Елкәлекте ыскындырыу.
2. Ҡамыттың елкәһендәге ышлыя бәйләй торған ҡайыш {ышлыяны тотоп тороу һәм кәрәгенсә ҙурайтыу, кесерәйтеү өсөн хеҙмәт итә). □ Ремень для шлеи в верхней части хомута.
3. Ҡамыттың эске яғындағы кейеҙ ҡатламы. □ Войлочная подкладка у хомута.
17*
515