Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 516 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕЛКӘЛЕК
4. Кейем елкәһенә тағылған элгес; элмә.
□ Петля, вешалка (на одежде). Елкэлек тағыу. Тундың елкәлеге өҙөлгән. Кейемдең елкәлеге.
ЕЛКӘЛЕК II (елкәлеге) (Р.: женское украшение в виде широкой ленты с монетами и бахромой; И.: kind of national female decoration; T.: kadınların süs eşyası) и. этн.
Елкәгә сәс толомо өҫтөнән таға торған тәңкә, мәрйен баҫып һәм тәңкә, мәрйен менән суҡлап яһалған ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе.
□ Женское украшение в виде широкой ленты с монетами и бахромой, прикрепляемое на затылке поверх кос. Елкэлек бәйләү. ■ [Катын-ҡыҙҙың] түшендә муйынса әмәйлек. Артында — арҡалыҡ, ҡайһы берҙәрендә — елкәлеҡ. Беләгендә — беләҙек, ҡулында — ҡашлы йөҙөҡ. К. Мәргән.
ЕЛКӘЛӘҮ (елкәлә-) (Р.: положить на плечо; И.: shoulder; load oneself up (with); T.: omuzlamak) ҡ.
1. Елкәгә һалыу; күтәреү. □ Положить на плечо, поднять на плечо; навьючиваться. Елкәләп тоҡтар ташыу. ■ Уҡырға тип атаһынан ҡасып китеп, ҡалала татар харчевняларында туҡмала-әрләнә сәй ташып, иҙән һепереп, емеш-еләк магазиндарында алма йәшниктәре елкәләп йөрөгән Салих. Б. Ишемғол. Исмаһам, бер атыбыҙ ҙа юҡ бит. Гел генә елкәләп донъя көтөп буламы ни? — тип һөйләнеп киләләр ине. Д. Юлтый.
2. кусм. һөйл. Елкәгә тондороу, һуғыу, туҡмау. □ Дать подзатыльник, прогнать взашей. ■ [Зәйнулла:] Мөхәббәттең төп хужаһы ҡайтты. Ә ул уҫал, ҡылығы ҡырҡыу уның. Елкәләп тә сығарыуы мөмкин. М. Кәрим.
ЕЛКӘМЕС и. диал. ҡар. елкэлек I, II.
ЕЛКӘН (Р: парус; И.: sail; T.: yelken) и.
Карапты, кәмәне ел менән йөрөтөү өсөн махсус кирелгән туҡыма. □ Парус, ветрило. Аҡ елкән. Алыҫта ағарып елкән күренә.
ЕЛКӘН БАУЫ (Р: галс; И.: tack; T.: yelken bağı) и.
Аҫҡы һәм ҡыя елкәндәрҙең ел яҡлап мөйөшөн тарттыра торған бау. □ Галс. Елкән бауын нығытыу.
ЕЛКӘН БАУЫН ТАРТЫУ (елкән бауын тарт-) (Р.: брать рифы; И.: diminish sail tackle; T.: yelken bağını çekmek) ҡ. диңг.
Көслө ел ваҡытында өҫкө елкәндәрҙе кәметеү, тартып йыйырыу. □ Брать рифы (убавлять поверхность паруса при сильном ветре).
ЕЛКӘНДЕ КИРЕҮ (елкәнде кир) (Р: развернуть паруса; И.: set sail; T.: yelken dikmek) ҡ.
Елкәнде йәйеп күтәреп ҡуйыу, нығытыу. □ Развернуть паруса. ■ Ағиҙелкәйемдән йөҙөп китһәм, елкәнемде киреп гиҙеп йөрөһәм, биш диңгеҙгә барып етә алам. Картотека фондынан. [Сәйҙел көлә:] һеҙҙең кулде һис бер елкәнһеҙ ике тапҡыр йөҙөп сығам, Зәйнәп. Ҡара бына нисек ишкәнде. Ғ. Сәләм. • Ялан ерҙән ел иҫер, елкән төбөн ҡом киҫер. Мәҡәл.
ЕЛКӘНЛЕ (Р: парусный; И.: sailing; T.: yelkenli) с.
Елкән ҡуйылған, елкән менән йөрөй торған. □ Парусный. Елкәнле кәмә. ■ Елкәнле осҡор кәмә, ҡош кеуек талпынып, алға ынтыла. Ә. Хәкимов. Аҡ елкәнле карабым йөҙә икән ҡайҙарҙа? X. Зарипов. Причалдарҙа арҡыс-торҡос елкәнле кәмәләр сайҡала, ҡабырғаларына бәүелсәктәр беркетелгән. Картотека фондынан.
ЕЛКӘНЛЕК (елкәнлеге) (Р.: парусина; И.: canvas, sail cloth; T.: yelkenbezi) и.
Елкән тегеү өсөн, ғәҙәттә, етендән һуғылған ҡалын беше туҡыма. □ Парусина. Елкән-лек алыу. Елкәнлек киҫеү.
ЕЛКӘНСЕ (Р: парусник; И.: sailer; T.: yelkenci) и.
Елкән менән эш (идара) итеүсе. □ Моряк, который управляет парусами; парусник. Тәжрибәле елкәнсе.
ЕЛКӘСУҠ (елкәсуғы) (Р: женское украшение в виде кисти с бахромой; И.: kind of national females’ decoration; T.: kadınların süs eşyası) и. этн.
516