Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 517 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕЛЛЕК
Ҡатын-ҡыҙ еләненең елкәһенә ҡуйылған уҡа суҡ. □ Женское украшение в виде кисти с бахромой. Елкәсуҡ тегеү. Елкәсуҡ бүләк итеу.
ЕЛКӘ СҮМЕСЕ (Р.: бугорок затылочной кости; И.: external occipital protuberance; T.: artkafa) и. анат. диал.
Соңҡа, елкә соңҡаһы. □ Бугор затылочной кости.
ЕЛКӘТ с. диал. ҡар. екәт.
ЕЛКӘТӨП и. диал. ҡар. елкә 1. Елкәтөпкә ултыртыу.
ЕЛКӘҺЕҘ (Р.: ленивый; И.: lazy; T.: tembel) с. һөйл.
Эш яратмаған; ялҡау. □ Ленивый, лентяй, бездельник. Елкәһеҙ кеше. Елкәһеҙ булып сығыу.
ЕЛ ҠАҒЫЛЫУ (ел ҡағыл-) (Р: заболеть; И.: fall ill; T.: hastalanmak) ҡ.
Ышаныуҙар буйынса, насар шауҡым тейеп ауырыу. □ Заболеть, букв. Касание плохого ветра. Балаға ел ҡағылған. Ел ҡағылыуҙан өшкөртөү.
ЕЛ ҠАПҠА (Р: лёгкие ворота; И.: (garden) gate; wicket gate; T: küçük kapı) и.
Ат, машина менән үтеү өсөн эшләнгән ҙур ҡапҡанан айырмалы йәйәү кешегә еңел генә асылмалы-ябылмалы бәләкәй кәртә ҡапҡа. □ Лёгкие ворота (обычно из жердей), калитка. Ел ҡапҡаны ел аса. Ел ҡапҡаһы елгә шығырлай. Ел ҡапҡаны асып инеү.
ЕЛҠУҘ (Р: дух болезней; И.: spirit of maladies; T.: hastalıkların cini) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, елдән һәм уттан яралып, ҡыҙыл эңер мәлендә осоп йөрөй торған кире зат. □ Злой демон, дух болезней (по народному поверью, особенно опасен во время заката). ■ Ҡыҙыл эңерҙә елҡуҙ йөрөй. Елҡуҙ ҡағылһа, кеше ауырый. Экспедиция материалдарынан.
ЕЛҠУЛТЫҠ (ҡултығы) (Р: пустомеля; И.: twaddler; T.: geveze) и.
1. һөйл. Буш һүҙ һөйләп шапырыныусы, маҡтансыҡ кеше. □ Пустомеля.
2. ҡар. ҡыуыш ҡултыҡ.
ЕЛҠЫЙЫҠ (елҡыйығы) (Р: крыша без фронтонов; И.: roof without pediments; T.: çatı) и. диал.
Ике башы ла кәпләнмәгән ҡыйыҡ.
□ Крыша без фронтонов. Елҡыйыҡлы аҙбар.
ЕЛЛЕ I (Р: ветреный; И.: windy; T: yelli) с.
1. Еле көслө булған, ел иҫеп торған.
□ Ветреный. Елле көн. Елле урын. ■ Ялан яҡтарында ғына була торған ҡырҡыу елле, епшек март бурандары башланып китте. Б. Бикбай. Таштуғайҡай елле туғай икән, сәскәләре ҡойола ел менән. Халыҡ йырынан.
2. Ел менән бер үк ваҡытта булған.
□ С ветром. Елле ямғыр.
ЕЛЛЕ II (Р: хороший; И.: fine; T: çok iyi) с.
1. Яҡшы, һәйбәт, шәп. □ Хороший, замечательный, прекрасный. Елле фатир. Елле ҡарағас. Елле иптәш. Елле китап. Елле етәксе. Елле саҡ. Елле булыу. ■ [Хисаметдин:] Анауында бик елле шишмә бар. Р. Солтангәрәев. Елле килеп сығасаҡ бит! Ауылда бер кем бармағында ла юҡ ундай йөҙөк. Н. Мусин. Нурбикә костюмдың еллеһен алып биргән. Д. Бүләков.
2. Ҙур, көслө, шәп, ныҡлы. □ Удалой, залихватский, молодецкий; ретивый. Елле am. Елле егет. Елле кеше. Елле йоҙроҡ. ■ Һыуҙа ятҡан бәрҙене мин дә күрҙем, елле генә ине. Н. Мусин. Эстә башҡа балыҡ күҙгә салынманы, тик ҡойроҡ тирәһе ағарып күренгән елле генә яңғыҙ алабуға йөҙә. Р. Ҡол-Дәүләт.
ЕЛ Л ЕГЕҮ (еллек-) (Р: получить осложнение; И.: get a complication; T.: hastalanmak) ҡ. диал.
Өҙлөгөү. □ Получить осложнение (после болезни). Ауырыуҙан һуң еллегеү. Еллегеүҙән һаҡлау. Еллегеүҙән ҡурҡыу.
ЕЛЛЕК (еллеге) (Р: прикрытие; И.: cover from wind; T.: örtme) и.
1. Нимәнелер елдән ышыҡлау өсөн ҡуйыла торған кәртә (ел һуғып төтөндө кире индермәһен өсөн мөрйәгә, юл һ. б. ҡар баҫмаһын өсөн юл буйына ҡуйыла). □ Прикрытие (от ветра), укрытие. Мөрйә еллеге. Еллек тотоу. Еллек ҡуйыу.
517