ЕЛМӘ
елгәрәһең, тағы бөртөкләп таҙартаһың. Г. Яҡупова.
4. эйһ. ф. ҡар. елләү. Көн елләтеп тора. Кискә ҡарай елләтә. ■ Яҙғы ҡояш һирәк куренә. Кар яуа. Елләтә. Иртәле-кисле һыуыта. Я. Хамматов.
ЕЛЛӘТКЕС (Р.: вентилятор; И.: ventilator; fan T: vantilatör) и. һөйл.
Ел өрҙөрөп, һауаны елләтә торған ҡорамал. □ Вентилятор. / Вентиляционный.
ЕЛЛӘТТЕРЕҮ (елләттер-) ҡ. йөкм. ҡар. елләтеү 1,2. понуд. от елләтеү 1, 2.
ЕЛЛӘҮ (еллә-) (Р.: становиться ветреным; И.: become windy; T.: yellemek) ҡ.
1. Ел булыу, ел сығыу (көнгә, һауаға ҡарата). □ Становиться ветреным, ветренеть (о погоде). ■ Көн елләһә, уны йә аяҙға, йә ямғырға, тиҙәр кешеләр. Н. Нәжми. Көнө буран, елләп тора, өҫкә ҡарҙар һылаша. Бәйеттән. Ел елләмәй томан асылмай, йыр йырламай йөрәк баҫылмай. Халыҡ йырынан.
2. Ел өрөү. □ Дуть, веять (о ветре). Елләп ебәрҙе. ■ Елләп яуған ҡар Нияздың битенә, ирендәренә, куҙ-керпегенә ҡунып, ҡарарға ҡамасаулай. С. Ильясов.
3. Саф һауала булыу, елдең тәьҫирен кисереү. □ Быть на открытом воздухе. Елдә елләу. ■ Иртә яҙҙан тау битләуе асыла. ..Беҙҙең һыйырҙар шунда .. елләп, ҡаулан ашап ҡайталар. И. Ғиззәтуллин.
4. Ел үткәреп, һауа яңыртыу. □ Проветриваться; выветриваться; освежиться, вентилироваться. Булмә елләгән, тын алыуға иркен булып ҡалған.
5. Елдә ҡағынып, сафланыу. □ Проветриваться. Кейем елләп, кук еҫе бөтөп ҡалған.
6. Дымы бөтөү, кибеү. □ Высыхать, подсыхать (на ветру). Елгә елләу. ■ [Бригадир:] Кара уны, ашлыҡ елләп етмәгән, кутәрем-дәрҙе вағыраҡ итеп ташла. Б. Бикбай.
7. Ел тәьҫире арҡаһында ҡарайыу. □ Обветриться; чернеть от ветра (о коже лица, рук). ■ Елдә елләп, ҡояшта ҡаҡланып бөткән Фазыл дуҫ мине баштан-аяҡ куҙҙән уткәрҙе. А. Ғирфанов.
8. Елгә елберләү. □ Колыхаться, развеваться, качаться на ветру. Елгә елләп тороусы байраҡтар.
9. кусм. Көс менән ырғытыу; бәреү. □ Бросать, швырять кого-что. Елләп ебәреу. ■ Бикйән [егетте] кутәреп алып зыр әйләндерҙе лә .. ситкә елләне, егет биш-алтыға тәгәрләп барып аяҡҡа баҫты. «Бикйән Мәргән».
10. кусм. Көс менән һуғыу. □ Сильно ударить. Яңаҡҡа елләп ебәреу.
ЕЛЛӘҮЕК (елләүеге) и. ҡар. еллек 1.
ЕЛ М АУ ЫҘ (Р.: мифическое существо, злой дух в облике женщины; И.: hobgoblin in female form; T.: cadi) и. миф.
Ҡатын ҡиәфәтендәге ҡан эсә торған мифик зат. □ Елмауз (мифическое существо в женском образе), вампир. ■ Елмауыҙ — ҡан эсә торған вампир ҡатын. Экспедиция материалдарынан.
ЕЛМАЯҠ I (елмаяғы) [< елмә аяҡ] (Р: подвижный человек; И.: swift-footed; T.: serseri) и. диал.
Йөрөргә яратҡан, ултырып түҙмәгән, тиктормаҫ кеше. □ Живой, подвижный человек. ■ Кыҙыҡай куренмәгәс, ул уны әрләй башланы: — Һис тә генә өйҙә тормай инде, һис тә генә! Куҙ асып куҙ йомғансы юҡ була. Елмаяҡ! Ә туғаны сәңгелдәктә илап ята! Ж. Кейекбаев. Елмаяҡтың эше нисек барһын — иртәнән кискә тиклем ауыл араһында! С. Агиш.
ЕЛМАЯҠ II (Р: праздношатающийся; И.: rambler; T.: civelek) с.
1. Төрлө ергә һуғылып, ҡыҙырып йөрөүсе; ваҡытын йөрөп үткәреүсе. □ Праздношатающийся (человек). Елмаяҡҡа әйләнеу. Елмаяҡ булыу.
2. Йөрөргә яратҡан, ултырып түҙмәгән, тиктормаҫ. □ Живой, подвижный. Елмаяҡ малай. Елмаяҡ балыҡсы. Елмаяҡ аусы.
ЕЛМӘ (Р: быстрый; И.: fast; T: hızlı) с. иҫк.
Етеҙ йөрөшлө, елеп йөрөгән. □ Быстрый, летучий. Елмә отряд.
519