ЕЛПЕҮЕС
нечистой силы. букв. Заболевание от прикасания плохого ветра. Бала елпенеп ҡуймаһын.
6. кусм. ҡар. елкенеү 3.
7. диал. ҡар. сабыныу.
8. диал. ҡар. елһенеү 1.
ЕЛПЕНЕШЕҮ (елпенеш-) к. урт. кар. елпенеү 1,2. взаимн. от елпенеү 1, 2.
ЕЛПЕТЕҮ (елпет-) (Р.: махать; И.: flap; T.: çırpmak) ҡ.
1. Талпынып ҡағыу (ҡанатты). □ Махать, взмахивать (крыльями). ■ Тау битендә торған бер һәйкәлгә, ҡанаттарын йәйеп, елпетеп, .. килеп ҡунды Урал бөркөтө. М. Иҙелбаев.
2. Ел ҡағылып һелкенеү; елберләү. □ Развевать; колебать, колыхать. ■ Ел-ел итә, ел итә, аттың ялын елпетә. X. Ғиләжев.
3. Ел ҡуҙғатып берәй нәмә менән үҙеңә һелкеү. □ Обмахивать, овевать. ■ Бай кул-дәген елпетеп, тир һыуыта ине. Картотека фондынан.
4. Ел, саң ҡуҙғатып берәй нәмәне ҡапыл үҙеңдән ситкә һелкеү. □ Трясти, стряхивать.
5. диал. ҡар. айыртыу 3. Бал елпетеу.
ЕЛПЕҮ I (елпе-) (Р: махать; И.: flap; T: çırpmak) ҡ.
1. Талпынып ҡағыу (ҡанатты); һелкеү. □ Махать, взмахивать (крыльями). Ҡанат елпеп ҡағыныу. ■ Баш осонан ҡанаттарын елпеп, кугәрсендәр осоп утте. Ш. Шәһәр. Аҫыл ҡоштар ҡанат елпеп, ярышып моңдар һуҙғанда, йырлай-йырлай .. еләк тирҙем урманда. А. Игебаев. Рәйестең өҫкә кутәрелгәнен, уның аяҡ аҫтынан тубәнгә таш тәгәрәгәнен, ниндәйҙер ҙур ҡоштоң ҡанаттарын елпегәнен ишетә ине Ғәбит. Ә. Әминев.
2. Һауа алыу өсөн ел ҡуҙғатып, бер нәмәне һелкеү. □ Обмахивать, овеять. ■ Кулдәгемде елпей-елпей тир ҡатырып, сәй эсеп ултырғанда, бер малай килеп инде. Ф. Иҫәнғолов.
3. һөйл. Ҡапыл-ҡапыл яулыҡ һелкеү; болғау. □ Махать (платком). Беҙҙе яулыҡ елпеп оҙатып ҡалдылар.
4. Елгә ҡағылыу, елбер-елбер итеү; елберләү. □ Развеваться, колыхаться; колебаться. ■ Елпей урамдарҙа Ҡыҙыл байраҡ, бөгөн байрам, бөгөн ҙур шатлыҡ. Д. Юлтый.
5. Ҡапыл һелтәп күтәреү; сорғотоу.
□ Легко бросать, кидать (вверх). Елпеп алыу. ■ Ҡарап торғанығыҙ бармы һеҙҙең бесәнсенең кәбән ҡойоуын?Бер кубәне тотош сәнсеп алып, ғәйрәт менән уны елпеп һалып, наҙлап ҡына ҡағып ҡуйыуын. Р. Сафин.
6. кусм. Хискә, дәрткә тулышып ярһыу; ашҡыныу, елкенеү. □ Быть охваченным сильным чувством; волноваться. // Волнение. ■ Ҡыҫҡа төнлө йәйге айҙарҙа куңел елпей, .. аяҡтарым тарта тауҙарға. С. Кулибай.
7. диал. ҡар. елгәреү 1. Ашлыҡ елпеу.
ЕЛПЕҮ II (Р: воздушная волна; И.: air wave; T: dalga) и.
1. Һауаны тулҡынландырған етеҙ хәрәкәт. □ Воздушная волна, движение воздуха, взмах (возникающие от какого-л. резкого движения). Елпеу еле. Ҡул елпеуе.
■ Турҙән тубәнгә, тубәндән тургә уҙған һәр бер кешенең аяҡ елпеуенән саң кутәрелә. Т. Хәйбуллин.
2. миф. Боронғо ышаныуҙар буйынса, елдән һуғыла торған яман ауырыу. □ По народным поверьям, болезнь, возникающая от прикосновения ветра, нечистой силы.
■ Елпеу бигерәк тә йәш бала, имеҙгән йәки ауырлы ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡурҡыныслы. Экспедиция материалдарынан.
ЕЛПЕҮ III (Р: колыхающийся; И.: waving, swaying; T.: dalgalı) с.
Елберләп осоп тирбәлеп торған; еңел.
□ Колыхающийся, развевающийся на ветру; лёгкий. Елпеу байраҡ. Елпеу япраҡ.
■ Тәненә һылашып торған елпеу ҡара кулдәк кейгән.. ҡыҙ Сағыл моронона.. ҡарай йунәлде. X. Ғиләжев. Ел тирмәне елпеу елдәргә ҡанаттарын болғап әйләнә. Ғ. Амантай.
ЕЛПЕҮЕС I (Р: веер; И.: fan; T.: yelpaze) и.
1. Еләҫ алыу өсөн биткә ел елпетә торған нәмә. □ Веер, опахало. Ҡауырһын елпеуес. Елпеуес менән елпеу.
521