Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 522 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕЛПЕҮЕС
2. Елгәргес машинаның елпей торған ҡанаты. □ Ветрогон (часть веялки). ■ Елгәргес машина зырлай, елпеуесе дырылдай. Б. Вәлид.
3. кусм. Ҡоштоң йәйенке ҡойроҡ осо.
□ Плоская часть хвоста (у птиц). Тумыртҡаның ҡойроҡ һабағы ныҡ була, ә елпеуесе ослайып тора.
ЕЛПЕҮЕС II и. диал. ҡар. һуҡыр шәм.
ЕЛПЕҮЕС III и. диал. ҡар. һелкәүес.
ЕЛПӘҘӘ и. диал.
1. ҡар. елпеүес I.
2. ҡар. төнлөк 1.
ЕЛПӘНЛӘҮ (елпәнлә-) (Р.: легко и быстро двигаться; И.: move fast and lightly; T.: hızlı yürümek) ҡ.
Еңел хәрәкәт итеү, елпелдәү. □ Легко и быстро двигаться. Елпәнләп атлау. ■ Балам, Сәхибә! — тип [ҡарт] талған ҡулдарын болғап ҡысҡырҙы, ат юлына елпәнләп сыҡты ла тағы тауыш бирҙе. Ғ. Хәйри.
ЕЛПӘҢЛӘҮ (елпәңлә-) ҡ. ҡар. елпәнләү.
Елпәңләп йөрөу. Елпәңләп килеп инеу.
ЕЛПӘҪ (Р.: лёгкий; И.: light, fluttering; T.: hafif, yeğni) c.
Елгә елберләп торған; еңел; елпеү.
□ Лёгкий, развевающийся на ветру. ■ Елпәҫ ҡанаттарын елпеп елкән елә. А. Игебаев.
ЕЛСӘ и. диал. ҡар. ҡылауыр 1,2.
ЕЛТ (Р: подражание быстрому лёгкому движению; И.: move fast and lightly; T: viz) оҡш.
Ҡапыл булған еңел хәрәкәтте белдергән һүҙ; йылт. □ Подражание быстрому лёгкому движению. Елт-елт итеу.
ЕЛ ТЕЙЕҮ (ел тей-) ҡ. ҡар. ел ҡағылыу.
ЕЛТЕЛДӘТЕҮ (елтелдәт-) (Р: быстро и легко двигаться; И.: move fast and lightly; T.: çabuk hareket etmek) ҡ.
Аяҡ, кәүҙәне тиҙ-тиҙ генә еңел ҡуҙғатыу.
□ Быстро и легко двигаться. Елтелдәтә баҫыу. ■ Хасбулат олатай .. ҡапыл боролдо ла, елтелдәтә баҫып, ҡаршы стена яғына китте. 3. Биишева.
ЕЛТЕЛДӘҮ (елтелдә-) (Р: быстро и легко двигаться; И.: move fast and lightly; T.: çabuk hareket etmek) ҡ.
Өтәләнеп, тиҙ-тиҙ генә еңел ҡуҙғалыу.
□ Быстро и легко двигаться. Елтелдәп атлау. ■ Яланбикә елтелдәп килеп инде. Һ. Дәүләтшина.
ЕЛТ-ЕЛТ оҡш. ҡар. елт. Елт-елт итеу.
ЕЛТ-ЕЛТ ИТЕҮ (елт-елт ит-) ҡ. ҡар. елтелдәү.
ЕЛТЕРЛӘҮ (елтерлә-) ҡ. ҡар. елтелдәү.
ЕЛТЕРӘКЛӘТЕҮ (елтерәкләт-) (Р: трясти; И.: shake; T.: silkelemek) ҡ.
һелкетә-һелкетә атлатыу; елтерәтеү.
□ Трясти, дёргать, толкать; стремительно привести, приволочь. Елтерәкләтеп кил-тереу. ■ [Егет ҡартты] елтерәкләтеп алып сығып, һаҡалы менән оҙон бер ағасҡа бәйләп ҡуйған. Әкиәттән.
ЕЛТЕРӘКЛӘҮ (елтерәклә-) (Р: торопливо двигаться; И.: move hurriedly and lightly; T: acele acele hareket etmek) ҡ.
Еңелсә, елп-елп итеп өтәләнеү, ҡуҙғалыу (ғәҙәттә, йоҡа кәуҙәле оло кеше тураһында).
□ Торопливо, легко двигаться (о худощавом старом человеке). ■ Ул [Юлдаш эбей] елтерәкләп йөрөп, алдағы өйҙөң урындыҡ аҫтын йыйыштыра башланы. Хикәйәттән.
ЕЛТЕРӘТЕҮ (елтерәт-) (Р: трясти;
И.: shake; T: silkelemek) ҡ.
1. Тиҙ-тиҙ генә, ҡабалан һөйрәкләп атлатыу. □ Трясти, толкать, дёргать, тормошить, теребить. Елтерәтеп алып килеу. Елтерәтеп сығарыу. Елкәһенән елтерәтеу. ■ Офицер ҡарсыҡты ҡулынан тотоп, елтерәтеп .. сығарып ебәрҙе. Картотека фондынан. Унан, елтерәтеп тигәндәй, Сәлимәне мотоциклдың артҡы ултырғысына ултыртты, уҙе лә йәһәт кенә ултырып алды. Ә. Әминев.
2. Тиҙ-тиҙ генә, ҡабалан ҡуҙғатыу, алыу.
□ Быстро и легко передвигать что. ■ Йәнеш ҡайнап ташып киткән еҙ самауырҙы елтерәтеп йөҙлөк буйына алып килеп ултыртты.
3. Биишева.
ЕЛТЕРӘТӘ АТЛАУ (елтерәтә атла-) ҡ. ҡар. елтерәтә баҫыу.
522