ЕЛФРУЗ
ЕЛТЕРӘТӘ БАҪЫУ (елтерәтә баҫ-) (Р.: трясти; И.: shake; T.: silkelemek) ҡ.
Етеҙ һәм ышаныслы, ныҡ баҫыу йәки атлау. □ Шагать, идти уверенно. ■ [Мәҙинә:] Һеҙ әле бер ҙә бирешмәйһегеҙ, Ҡәҙерғол олатай: етеҙ егеттәр кеуек елтерәтә баҫып йөрөйһөгөҙ. Н. Иҙелбай. Абдулла тракторынан төштө лә елтерәтә баҫып Фәйзулла эргәһенә килде. Р. Ғабдрахманов.
ЕЛТЕРӘҮ (елтерә-) ҡ. ҡар. елтелдәү. Елтерәп атлау. Елтерәп сығып китеу.
■ Ниязғол эсенә һыймаған асыуы ыңғайына елтерәп атлап бара торғас, уйына килгән бер яңылыҡтан .. ҡылт туҡтаны. Һ. Дәүләтшина.
ЕЛ ТИРМӘНЕ (Р: ветряная мельница; И.: windmill; T.: yel değirmeni) и.
Ел ярҙамында эшләгән махсус тирмән. □ Ветряная мельница. Ел тирмәненең зыңлаған тауышы. Ел тирмәнендә он тарттырыу.
ЕЛ ТОҠСАЙЫ и. бот. диал. ҡар. екән.
ЕЛТӘКӘЙ (Р: вертопрах; И.: light-minded; T.: yeleme) и.
Еңел холоҡло кеше. □ Вертопрах. / Ветреный, легкомысленный, несерьёзный.
■ Шуның менән генә әурәтә шул Сәкинә беҙҙең ише елтәкәйҙәрҙе. В. Нафиҡов.
ЕЛТӘН-ЕЛТӘН (Р: подражание быстрому лёгкому движению; И.: sound imitative word; T.: acele acele) оҡш.
Тиҙ-тиҙ генә, еңел ҡуҙғалғанды белдергән һүҙ. □ Подражание быстрому лёгкому движению. Елтән-елтән атлау. Елтән-елтән итеу. ■ Турғай төштө әпсән-әпсән осоп, .. елтән-елтән, бахыр, ем эҙләй. К. Кинйәбулатова.
ЕЛТӘНЛӘҮ (елтәнлә-) (Р: быстро и легко двигаться; И.: move fast and lightly; T.: çabuk hareketlenmek) ҡ.
Өтәләнеп ҡапыл-ҡапыл баҫыу; елтән-елтән итеү. □ Быстро и легко двигаться. Елтәнләп атлап китеу. Елтәнләп сығып китеу. ■ [Әсәйем] мин аяҡты сискәнде лә көтмәй, елтәнләп яныма килеп тә етә. К. Кинйәбулатова.
ЕЛ УЙНАУ (ел уйна-) (Р: играть; И.: gambol, play (about wind); T: rüzgâr oynamak) ҡ.
1. haya ағымының йүнәлешен төрлө яҡҡа үҙгәртеп өйрөлтөп иҫеүе. □ Играть, резвиться (о ветре, вихре). Баҡсала көҙгө япраҡтарҙы өйрөлтөп ел уйнай. Урамда ел уйнай .
2. кусм. Зыр килеп геүләү (эш эшләгәндә).
□ О быстрой коллективной работе, букв. Ветер играет, кружится. Эш ҡыҙыу бара, ел уйнап тора.
3. Бер нәмәһе юҡ, буш, ташландыҡ хәлдә булыу. □ Ветер гуляет (о заброшенном, пустом помещении). Бушап ҡалған ихатала елдәр генә уйнай. ■ Мейесе емерелгән, тәҙрәләре юҡ, өй эсендә ел уйнап тора. Б. Бикбай.
♦ Башында ел уйнай уйламай, еңел ҡарау. □ соотв. Ветер в голове.
ЕЛ ҮЛСӘГЕС (Р: ветромер; И.: anemometer; T.: yelölçer) и. метеор.
Елдең тиҙлеген үлсәү приборы, анемометр. □ Ветромер, анемометр. Ел улсәгес әйләнеше. Ел улсәгестең уғы.
ЕЛ ҮТЕҮ (ел үт-) (Р: просквозить; И.: catch cold; T.: üşütmek) ҡ.
һыуыҡ тейеү. □ Просквозить; простужаться. Эскә ел утеу. Ел утеп ауырыу. Ел утеуҙән тән сабыртыу.
ЕЛФАЙ (Р: вертопрах; И.: frivolous; T.: yeleme) и. диал.
Елғыуар. □ Вертопрах. / Ветреный, легкомысленный, несерьёзный.
ЕЛФЕРСӘК (елферсәге) (Р: мочка уха; И.: lobe of the ear; T.: kulak yumuşağı) и. анат. диал.
Ҡолаҡ йомшағы, йәрпесәк. □ Мочка уха.
ЕЛФРУЗ [фарс. “Л] (P: шалунья; И.: playful / frolicsome girl; T.: fingirdek kız) с. һөйл.
Осоп-төшөп торған еңел холоҡло, остоҡай (йәштәргә ҡарата әйтелә). □ Шалунья, проказница, игрунья. Елфруз ҡыҙ. Елфруз булып yçey. ■ Өйләнеу куптәрҙе дөрөҫ юлға баҫтыра, ә был кесе ваҡыттан иркә уҫкән ике
523