ЕЛҺЕҘ
елфрузды дөрөҫ юлға баҫтырыу бигерәк тә кәрәк ине. М. Кәрим.
ЕЛҺЕҘ (Р.: безветренный; И.: windless; T.: yeisiz) с.
Ел булмаған, тыныс. □ Безветренный, тихий. Елһеҙ көн.
ЕЛ ҺЕҘ Л ЕК (елһеҙлеге) (Р.: безветрие; И.: calm, lull; T.: rüzgârsızlık) и.
Ел булмаған торош, тыныслыҡ. □ Безветрие, затишье, штиль, безветренность.
ЕЛҺЕНДЕРЕҮ (елһендер-) к. йөкм. ҡар. елһенеү, понуд. от елһенеү.
ЕЛҺЕНЕҮ (елһен-) (Р: обветриваться; И.: be / become weather-beaten; T.: kötü havadan etkilenmek) к.
1. һыуыҡ, ел тәьҫиренә ҡыҙарыу, ярылыу (бит, ҡул тиреһе тураһында). □ Обветриваться, обветрить (о коже лица, рук ит.д). Кулдар елһенгән. Бите елһенгән. Ирен елһенгән.
2. Шешенеү. □ Опухать; отекать, воспаляться. // Опухание; отёк, воспаление. Аяғы елһенгән. Куҙ ҡабағы елһенгән. Үпкә елһенеуе. Елһенеу билдәләре. ■ Йоҡлауҙан уның [Әҡсәндең] куҙҙәре елһенгәйне. И. Абдуллин. Ул [Билалов] ныҡ арыны, өҫтө-башы керләнде, ял курмәгәнлектән куҙ ҡабаҡтары елһенде. Д. Исламов.
ЕЛҺЕТЕҮ (елһет-) (Р: обветривать; И.: expose to the wind; T.: kötü havadan etkilenmek) ҡ.
1. Ҡояшҡа, елгә әҙ генә киптереү; елләтеү. □ Обветривать, подсушить. Игенде елһетеу.
2. һыуыҡ, ел тәьҫире тейеп шешенеү.
□ Подвергать обветриванию (кожу, лицо и т. п.); вызывать отёчность, делать отёчным; приводить к воспалению (в результате обветривания). Битте елһетеу.
ЕЛҺЕҮ (елһе-) (Р: проветриваться; И.: take / have an airing; T.: havalanmak) ҡ.
1. Ҡояшҡа, елгә әҙ генә кибеү; елләү.
□ Проветриваться, обветриваться, сушиться. Комбайнёр игендең елһегәнен көтә.
2. Һыуыҡҡа, елгә елһенеү, шешенеү.
□ Обветриваться, опухать, воспаляться
(о коже, лице и т. п.). ■ [Мәғфурәнең] ике тамсы йәш бөртөгө яҙғы елгә елһеп, ҡояшҡа тутлаған бите буйлап эйәгенә тәгәрләп төштө. Һ. Дәүләтшина.
3. Ел үтеп һыуыу. □ Настыть (о помещении при сквозняках или после проветривания). ■ Кырҡ ҡораулы тәҙрәләр көслө елдең өрөуенә туҙмәй көйөҫ-көйөҫ сылтырап китә. Өй эсе елһеп, ел уйнап тора. Ғ. Дәүләтшин.
ЕЛ ҺУҒЫУ (ел һуҡ-) ҡ.
1. ҡар. ел үтеү.
2. миф. ҡар. ел ҡағыу.
ЕЛӘГӘЙ (Р: прохладный; И.: cool, fresh; T.: serin) с.
1. Әҙ генә елле; еләҫ. □ Прохладный, слегка ветреный. Еләгәй урын. Еләгәй булыу.
2. диал. Өлгөр, етеҙ, сос. □ Проворный. Еләгәй егет. Еләгәй булыу.
ЕЛӘҘ с. ҡар. еләҫ. Еләҙ ел. Еләҙ ер. Еләҙ көн. Киске еләҙ. ■ Айбулат .. саҡ ҡына [иҫкән] еләҙгә битен ҡуйып, тәрән тын алды. һ. Дәүләтшина.
ЕЛӘҘЕТЕҮ (еләҙет-) ҡ. эйһ. ҡар. еләҙеү. Талғын ғына ел иҫеп, еләҙетеп ебәрҙе. Кискә табан еләҙетте. Ямғыр туҡтап, бер аҙ еләҙетте.
ЕЛӘҘЕҮ (еләҙе-) (Р: свежеть; И.: become cool(er); T.: serinlemek) ҡ.
Еләҙгә әйләнеү, еләҙ булыу. □ Свежеть, посвежеть. Көн еләҙене. Тәҙрәне асҡас, өй эсе еләҙеп китте.
ЕЛӘК (еләге) [дөйөм ҡыпсаҡ йэләк\ (Р: ягода; И.: berry; T.: çilek) и. бот.
1. Роза сәскәләре ғаиләһенә ҡараған, тамырынан сыҡҡан мыйыҡтары ярҙамында үрсей торған аҡ сәскәле, һутлы, тәмле ҡыҙыл емешле үҫемлек. □ Ягода. / Ягодный. Еләк ултыртыу. Еләк сәскә атҡан.
2. Шул үҫемлектең емеше. □ Ягода. / Ягодный. Еләк йыйыу. Еләк ваҡыты. Еләк ҡағы. Еләк бәлеше. Ер еләге ҡайнатмаһы. ■ Кыҙ, еләгенә алмаштырған икмәген ҡултығы аҫтына ҡыҫтырып, ҡайтырға сыҡҡас, Хажисолтан уны ҡапҡа эргәһендә ҡыуып етте. Я. Хамматов. Еләк ваҡыты утеп бара, куп итеп йыйығыҙ. Кышҡылыҡҡа ҡаҡ ҡойоп
524