ЕЛӘ-СҮГӘ
ҡуйырға кәрәк. Ш. Шәһәр. Һылыу ҡыҙҙар еләк йыя, тырыздарын элеп беләккә. Халыҡ йырынан.
♦ Еләк кеүек (йәки еләктәй) үҫеп буйға еткән таҙа, матур йәш ҡыҙҙарға ҡарата әйтелә. □ Как ягодка (о молодой красивой девушке). Еләк кеуек ҡыҙ. Еләктәй сағы.
■ [Байрамбикә:] Һинең [Ниса] еләк кеуек йәшлегең бар. Һинең тормош юлың яңы башлана әле. М. Хәйҙәров. Бибигөлдөң еләк кеуек сағы. Б. Бикбай.
ЕЛӘК-ЕМЕШ (Р.: ягоды и плоды; И.: fruits and berries; T.: yemiş) и. йыйн.
Һәр төрлө еләк һәм емештәр. □ Ягоды и плоды; фрукты. / Плодово-ягодный; фруктовый. Еләк-емеш бөйөрөгө. Еләк-емеш баҡсаһы. Еләк-емеш магазины. Еләк-емеш һатыусы. Еләк-емеш эсемлектәре. ■ Беҙҙең Ирәндек буйында нәҡ бесән ваҡытында куп еләк-емеш өлгөрә. С. Кулибай.
ЕЛӘКЛЕ (Р.: ягодный; И.: baccate; rich in berries; T.: çilekli) с.
Еләк күп үҫә торған, еләге булған. □ Ягодный, изобилующий ягодами. Еләкле ер. Еләкле тау. Еләкле йыл. Эре еләкле.
■ Кәкукле май, еләкле июнь, муйыллы июль артынан оҙатырбыҙ һине, август. Й. Гәрәй.
ЕЛӘКЛЕК (еләклеге) (Р: ягодник; И.: berry field; T.: çileklik) и.
Еләк күп үҫкән урын. □ Ягодник (место, где растут ягоды). Еләклеккә барыу. Еләклеккә тап булыу. ■ [Был егет] ҡыҙыл балаҫ кеуек булып ятҡан еләклектә аунай-аунай еләк ашаған. Ғ. Ғүмәр.
ЕЛӘКЛӘНЕҮ (еләклән-) (Р: завязываться; И.: set (of berries); T.: çilek oluşumu) ҡ.
Еләктәрҙең сәскәһе ҡойолоп, еләге барлыҡҡа килеү, еләккә тумалыу. □ Завязываться (о ягоде), образование ягод. Еләкләнеу ваҡыты.
ЕЛӘКСЕ (Р: ягодник; И.: berry picker; T.: çilekçi) и.
Еләк йыйыусы, еләк йыйыу менән шөғөлләнеүсе. □ Ягодник, собиратель ягод.
ЕЛӘКСЕЛЕК (еләкселеге) (Р: разведение ягод; И.: berry cultivation; T.: çilekçilik) и.
Еләк үҫтереү эше. □ Разведение ягод. / Ягодно-плодоводческий. Еләкселек бригадаһы. Еләкселек менән шөғөлләнеу.
ЕЛӘН I (Р: зилян; И.: Bashkir national sleeveless jacket; T.: yeldirme) и. этн.
Ҡатын-ҡыҙҙарға билләп, ситенә уҡа, түш-яурыны, бөйөрҙәренә тәңкә-мәрйен, уҡа-суҡтар баҫып, ҡашлы ҡаптырма ҡуйып, ә ирҙәргә ҡара тауарҙан киң, билһеҙ итеп тегелә торған эсе мамыҡһыҙ, оҙон өҫ кейеме. □ Зилян (верхняя лёгкая одежда на подкладе и без застёжки в виде халата без воротника; женская шьётся в талию, иногда украшается монетами и вышивками; мужская — без сложных украшений). Атлас елән. Бәрхәт елән. Ебәк елән. Елән бөркәнеу. Елән кейеу. Елән ябыныу. 1 Шәһит ҡарт, эңер баулы ап-аҡ кулдәк-ыштан өҫтөнә ҡара елән кейеп, .. урамға, уләнгә сығып ултырҙы. 3. Биишева. Еңгәләре Фатимаға яңы кулдәген, .. салғыйы икешәр ҡат тәңкә менән уратылған уҡалы елән кейҙерҙеләр. Ж. Кейекбаев. Ҡара ҡытат елән, ай, иңемдә, ҡара ебәк билбау билемдә. Халыҡ йырынан. Ерәнсәй ҙә менгән ул [батыр], елбәгәй елән кейгән ул, елә лә сабып килә ул. Ҡобайырҙан. • Ҡыш көнө ете елән кейгәнсе, бер ҡат тун кей. Әйтем.
ЕЛӘН II (Р: быстрый; И.: fast, swift; T.: hızlı) с. диал.
Елгер. □ Быстрый, быстроногий. Елән ат.
ЕЛӘНЛЕК (еләнлеге) (Р: материал на зилян; И. cloth for Bashkir national sleeveless jacket; T.: yeldirmelik) u.
Еләнгә тәғәйенләнгән туҡыма. □ Ткань на зилян. Еләнлек буҫтау.
ЕЛӘ-САБА (Р: спешно; И. at a gallop; T.: ivedilikle) p.
Бик етеҙ, шәп сабып. □ Спешно, торопливо; вскачь, галопом (нестись, мчаться). Елә-саба китеу. Елә-саба утеу. ■ Зөлҡәрнәй Зөлхизәнең йыр тауышын ишеткәндәй, бурыл толпарын аяңдатып елә-саба килеп тә еткән. Н. Иҙелбай. Елә-саба бара кук юрға. Халыҡ йырынан.
ЕЛӘ-СҮГӘ р. ҡар. елә-сүкә.
525