Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 526 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕЛӘ-СҮКӘ
ЕЛӘ-СҮКӘ (Р.: убыстряя шаг; И.: stumbling and tripping; T.: alel acele) p.
Бер шәбәйеп, бер яйлап. □ То спотыкаясь (от усталости), то ускоряя, убыстряя шаг. ■ Янбайҙың аты .. тауҙы елә-сукә саҡ барып сыҡҡан. «Ҡуңыр буға».
ЕЛӘҪ I (Р: прохладный; И.: fresh; cool; T.: serin) с.
1. Һалҡынса ғына еле булған, бөркөү, тынсыу булмаған (һауа, көн торошона ҡарата). □ Прохладный, ветреный; продуваемый. Еләҫ ел. Еләҫ көн. Еләҫ урын. Еләҫ йәйге кис. ■ Яҙҙың йомшаҡ еләҫ еле Емештең сәстәренән, керпектәренән һылап-һыйпап һөйә. 3. Биишева. Киске еләҫ, рәхәт саф һауала йыр йырлайбыҙ. Картотека фондынан.
2. кусм. Йәшлек тойғоһо менән тулышҡан, елкенеп торған. □ Переменчивый, лёгкий, чувственный. Еләҫ куңелле. ■ Илдә батыр куп булыр. Барсынһылыуҙың еләҫ куңеле ниндәй батырҙы хуп курер? «Алпамыша».
ЕЛӘҪ II (Р: прохлада; И.: cool; T.: serinlik) и.
Һалҡынса ғына еле булған, бөркөү, тынсыу булмаған һауа, көн торошо. □ Прохлада. Еләҫтә ял итеу.
ЕЛӘҪ III (Р: прохладно; И.: fresh; cool; T.: serin) р.
Һалҡынса ғына еле булған, бөркөү, тынсыу булмаған һауа, көн торошо. □ Прохладно, свежо. Бында еләҫ.
ЕЛӘҪ АЛЫУ (еләҫ ал-) (Р: прохладиться; И.: cool off; T.: serinlemek) ҡ.
Еләҫ елдә, еләҫ урында елләнеү; һалҡын алыу. □ Прохладиться, получить охлаждение. Тынсыу булмәнән балконға сығып еләҫ алыу. ■ Мырҙаш Юлай ауылы урамынан тарантаста бик эре генә утеп барғанда, асыҡ тәҙрә төбөндә еләҫ алып ултырған Хәйбрахман .. ҡул болға[ны]. Д. Юлтый.
ЕЛӘҪЛЕК (еләҫлеге) (Р: свежесть; И.: freshness, coolness; T.: ciyadet) и.
Еләҫ булған хәл. □ Свежесть, прохлада. Иртәнге еләҫлек. Киске еләҫлек. ■ Ағиҙелдең киске еләҫлеге, урман, яландарҙың хуш еҫтә
ре .. уларҙың [ҡыҙҙарҙың] кулдәктәрен елберләтә, сәстәре менән уйнай. X. Мохтар. Ер өҫтөнә эңерге еләҫлек төшкәс, эштән туҡтанылар. Ш. Янбаев.
ЕЛӘҪЛӘНЕҮ (еләҫлән-) (Р: становиться ветреным; И.: become cool(er); T.: serinlemek) ҡ.
1. Еләҫ, һалҡынса булып китеү. □ Становиться ветреным, ветренеть (о погоде). Кискә табан көн еләҫләнеп китте. Иртәнсәктән еләҫләнеп тора. ■ Ҡояш тубәнләне. Юлдарға урман куләгәләре төштөләр, һауа һулпәнәйҙе. Еләҫләнде. Д. Юлтый.
2. Һауа тулҡындары таралып, тынсыу-лыҡ бөтөү, сафланыу. □ Свежеть, посвежеть. Булмә еләҫләнде. Асыҡҡа сыҡҡас, томра һауа еләҫләнгәндәй була.
ЕЛӘҪЛӘТЕҮ (еләҫләт-) ҡ.
1. эйһ. ф. ҡар. еләҫләнеү. ■ Хәҙер инде эңер ваҡыты етеп килә, арыу ғына еләҫләткән дә ине. Ә. Вәли. Еләҫләткән саҡта унан иң яҡшы хушбуй еҫтәре тарала, йәйеләләр. Д. Юлтый.
2. ҡар. елләтеү. Булмәне еләҫләтеу.
ЕЛӘТЕҮ (еләт-) (Р: надоедать; И.: pester; T.: bıktırmak) ҡ.
Ныҡ биҙҙереү, ялҡытыу. □ Надоедать, докучать, досаждать, утомлять. // Надоедание. ■ Кәбировтың уҙенә ныҡ ышанған бер тонда һөйләшеуе уны [Исҡужинды] бик тиҙ еләтте. Ә. Вәли. Яратҡан эш, зауыҡ эш — ирекле ил емеше. Ул арытмай ҙа, еләтмәй ҙә. Ә. Байрамов.
ЕЛӘТКЕС (Р.: нудный; И.: tedious; Т.: сап sıkıcı) с.
Ялҡыта, йонсота торған, теңкәгә тей-гес. □ Нудный, надоедливый, докучливый, утомительный, изнурительный. Еләткес көн. Еләткес кеше. Еләткес ямғыр. Еләткес һуҙҙәр. ■ Бурун уҙенән-уҙе йәшереп йөрөгән уйҙарына бирелә һәм шунда уҡ еләткес фекерҙәр баҫыуынан ҡасырға теләй. Ә. Ча-ныш.
ЕЛӘҮ I (елә-) (Р: утомляться; И.: grow weary; T.: yorulmak) ҡ.
526