Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 528 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕМЕЛДӘШЕҮ
офоҡта, шыйыҡ ҡына аҡһын томан булып монар емелдәй. Ф. Иҫәнғолов. Сәскәләрҙә иртәнге ысыҡ емелдәй. Б. Рафиҡов. Һуңғы ике көндә яуған ҡырпаҡ ҡарҙың өҫтө емелдәп ята. Ә. Әминев.
ЕМЕЛДӘШЕҮ (емелдәш-) ҡ. урт. ҡар. емелдәү, взаимн. от емелдәү. Куктә йондоҙҙар емелдәшә. Шыршы уйынсыҡтары куңелле емелдәшә.
ЕМ-ЕМ (Р.: подражание мерцанию чего-л:, И.: sound imitative word; T: ışıl ışıl) оҡш.
Бер баҙлап, ныҡ янып, бер һүнеп торған бәләкәй яҡтылыҡты йәки ай, ҡояш һ. б нурында йылтырауҙы белдергән һүҙ. □ Подражание мерцанию чего-л. при свете луны, солнца, сверканию далёких звёзд, миганию свечи и т. п.
ЕМ-ЕМ ИТЕҮ (ем-ем ит-) (Р: поблёскивать; И.: twinkle, gleam; T.: ışıldamak) ҡ.
Яҡтылыҡ, ай, ҡояш һ. б. нурында йылтырау; йылт-йылт итеп янып-һүнеп тороу.
□ Поблёскивать, мерцать. Йондоҙҙар ем-ем итә. Ай нурында һыу өҫтө ем-ем итә. ■ Емем итеп, ниҙер куҙләп, йондоҙҙар ергә ҡарай. С. Ғәбиҙуллин.
ЕМЕРГЕС (Р: сокрушительный; И.: shattering; destructive; T.: ezici) с.
Емереү, тар-мар итеү ҡеүәтенә эйә булған; ҡыйратҡыс. □ Сокрушительный, разрушительный, губительный. Емергес һөжум. Емергес көс.
ЕМЕРЕК (Р: разрушенный; И.: demolished; T.: yıkık) с.
1. Емерелеп, ҡыйрап төшкән. □ Разрушенный, развалившийся. // Руина, развалина, отвал, брешь. Ярым емерек дауахана. Емерек йорт. Емерек мейес. Диуар емереге. ■ Емерек өйҙәр араһында төркөм-төркөм йөрөгән балалар өҫтөнә аэропландан бомба ташлайҙар. Д. Юлтый. [Әхмәт:] Мин уйланым, таяу табырмын тип, һөйрәтергә емерек өйөмдө. Ғ. Сәләм.
2. кусм. Ҡараңғы сырайлы, асыулы.
□ Насупленный, сердитый, хмурый. Емерек ҡараш. ■ Һалдаттарҙың йөҙө емерек. Уларҙың бар теләге — тиҙерәк тамаҡ туй
ҙырып, бер-ике сәғәт куҙ йомоп алыу ҙа [шунан ] ысҡыныу. Ф. Иҫәнғолов.
3. кусм. Юҡҡа сыҡҡан, ҡыйралған, боҙолған. □ Разрушенный, испорченный, разбитый. Емерек тормоштар. ■ Төҙөк урамдарҙа емерек яҙмыштар. Теләнселәр, хәйерселәр, хәсрәт-һағыштар. Р. Бикбаев.
ЕМЕРЕКЛЕК (емереклеге) (Р: развалины; И.: ruins; T.: yıkıntılar) и.
1. Емерелгән, ҡыйралған нәмәләр; хараба. □ Развалины, руины, разрушения. ■ Тыңлаусылар алдынан .. Граждандар һуғышы ваҡытында татылған аҙаптар ҙа, бирелгән ҡорбандар, илгә яһалған емереклектәр ҙә.. бер-бер артлы уттеләр. Б. Бикбай.
2. Хужалыҡтың, иҡтисади тормоштоң тулыһынса тарҡалған хәле. □ Разруха. Иҡтисади емереклек. Емереклекте еңеп сығыу.
ЕМЕРЕЛЕП ҮҪЕҮ (емерелеп үҫ ) (Р: уродиться в изобилии; И.: be good (about crops); T.: bolca yetişmek) ҡ.
Уңыу, бик ныҡ уңыу (иген, емеш-йәшелсәгә ҡарата). □ Уродиться в изобилии. Еләк емерелеп уҫкән.
ЕМЕРЕЛЕП ЯТЫУ (емерелеп ят-) (Р: быть в состоянии сильного беспорядка; И.: be in havoc; T: darmadağın olmak) ҡ.
1. Тәртипһеҙ, бола хәлдә булыу; ҡырылып ятыу. □ Быть в состоянии сильного беспорядка. Өй эсе бола, бөтә нәмә туҙып, емерелеп ята.
2. кусм. Эшләнмәгән көйө, күп килеш тороу (эшкә ҡарата). □ Быть в нетронутом состоянии (о работе). ■ [Муйылбикә:] Эш ҡалай емерелеп ята: иген тапалмаған, бесән ташылмаған, тиҙәк өйөлмәгән. Ҡуй инде! һ. Дәүләтшина.
ЕМЕРЕЛЕҮ (емерел-) ҡ.
1. төш. ҡар. емереү 1—4. страд, от емереү 1—4. ■ Мейес емерелгән, тәҙрәләр юҡ, өй эсендә елдәр уйнай. Б. Бикбай. Сәмреғоштоң ҡанат осо әҙ генә ҡағылып киттеме — ҡая таштар емерелеп төшә икән, ти. Әкиәттән.
2. Емерек хәлгә әйләнеү, боҙолоп, ватылып ҡыйралыу, ватыҡ хәлгә килеү. □ Раз-
528