Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 529 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

EMET
валиваться, разрушаться, рушиться, ломаться. // Разрушение, обрушивание, крушение, ломка. Емерелгән хужалыҡ. Ҡалалар емерелгән. ■ Беҙ һуғышҡан ерҙәрҙә емерелә ҡалалар. Бәйеттән.
3. Убылып, ишелеп аҫҡа төшөү, аҫтағы бушлыҡҡа ауыу. □ Проваливаться, обрушиваться; оползать, эродировать, эродироваться. // Провал, обрушение, оползень, эрозия. Ер емерелеп төшөу. Емерелеу куренеше. Яр емерелеуе. ■ Урал тауҙарының өҫкә емерелерҙәй булып торған ҡая таштары, .. куҙ менән генә самалай алмаҫлыҡ тәрән-тәрән соҡорҙары, ҡурҡыныслы төпкөлдәре .. — барыһы ла, барыһы ла миңә таныш. Б. Ишемғол.
4. кусм. Бөтөү, юҡҡа сығыу, тормошҡа ашмау (уй, хыял һ. б. ҡарата). □ Рушиться, ломаться; расстраиваться. // Развал, разваливание, разрушение, ломка, крушение. Өмөттәр емерелде. ■ Аһ! тиһең, шундуҡ бөтә сабырың, ҡарарың емерелә. Ш. Бабич. Тормоштоң бер мөйөшө емерелгән. Б. Бикбай.
♦ Ер емерелгәндәй ҡар. ер. Өҫкә емерелерҙәй булыу бик текә, бейек булыу (тау-ташҡа ҡарата). □ Быть очень высоким, крутым (о горах, скалах).
ЕМЕРЕЛМӘҪ с. ҡар. ҡаҡшамаҫ.
ЕМЕРЕҮ (емер-) [боронғо төрки йе-мир-} (Р: ломать; И.: break; ruin; T.: kırmak) ҡ.
1. Боҙоп, ватып, ауҙарыу; ҡыйратыу. □ Ломать, разрушать, разваливать, рушить, крушить, сокрушать. // Ломка, разрушение, разваливание, крушение, сокрушение. Ҡойманы емереу. Өйҙө емереу. ■ Эй, емерҙек, яндырҙыҡ һарайҙарҙы, диуарҙар шәфҡәтһеҙ ауҙылар. Б. Ишемғол. Дала ҡаплап килгән Болауҫа яуы Олобәшнәктәрҙең нығытмаһы-ҡапҡаһын емереп, баҫып алып, ыңғайға бик куп Балабәшнәктәрҙе лә ҡырған икән. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — Балабәшнәк ярсығы». • Себен, тулап, тәҙрә ватмаҫ, турғай, тулап, кәртә емермәҫ. Мәҡәл.
2. Өҫтән ҡыйратып, ишелдереү. □ Обваливать, разрушать. Тубә таҡтаһын емереу. ■ Барсынһылыуҙың әйткәне: «Батыр булһа,
тос булыр, .. ултырһа, уба емерер, таянһа, тау емерер». «Алпамыша».
3. кусм. Йәнсеү, иҙеү. □ Раздавить, разбить, набить, выбить. Ауыҙ-моронон емереу. Тешен емереу. Емерә һуғыу. ■ [Әхмәҙи:] Тағы ҡабатлай торған булһаң, мороноңдо емерермен. Ә. Бикчәнтәев.
4. кусм. Юҡҡа сығарыу; боҙоу. □ Разрушить, уничтожить, расстроить. Дуҫлыҡты емереу. Ышанысты емереу. ■ Ҡәйефте емерерлек шул ундағы хәлдәр, йөрәктә дауыл ҡуптарырлыҡ. Картотека фондынан. Һыҙғанып ныҡ йәш беләкте иҫке тормошто емер! Т. Йәнәби.
5. Хәл ҡылымдың -п формаһында килеп, эш-хәрәкәттең юғары дәрәжәһен белдерә. □ В форме деепричастия на -п выступает в роли вспомогательного глагола и обозначает высшую степень проявления действия. Емереп ашау. Емереп эшләу. Аҡсаны емереп алыу. Емереп донъя көтөу.
♦ Донъя емерерҙәй булыу бик ныҡ ярһыу. □ Сильно разъяриться. ■ Председатель донъя емерерҙәй булып: «Ҡем газетаға яҙҙы, әйтегеҙ! Ҡарттар, аҙағы яҡшы булмаҫ!» — тип ҡысҡырҙы. Б. Ишемғол. Емереп алып барыу эш һ. б. ҡыҙыу дәрт менән тотоноу, ҡыҙыу алып барыу. □ Работать с жаром, на славу. ■ Студенттар эшкә бик әрһеҙ, емереп алып баралар. Ф. Иҫәнғолов.
ЕМЕРЕШЕҮ (емереш-) ҡ. урт. ҡар. емереү 1, 2. взаимн. от емереү 1, 2.
ЕМЕРТЕЛЕҮ (емертел-) ҡ. төш. ҡар. емереү 1. страд, от емереү 1. Емертелгән ҡала.
ЕМЕРТЕҮ (емерт-) ҡ. йөкм. ҡар. емереү 1—3. понуд. от емереү 1—3. Өйҙө емертеу.
♦ Ни емертеп ятаһың? һөйл. хәл һорашҡанда әйтелә. □ Какие дела вершите? ■ [Еәлимов:] һаумыһығыҙ, иптәштәр! Ни емертеп ятаһығыҙ? К. Мәргән.
ЕМЕРӘ-ВАТАр. ҡар. вата-емерә.
ЕМЕТ (Р.: пища; И.: victuals; T.: yemek) и. иҫк.
529