ЕМЕШ
Аҙыҡ, ашамлыҡ. □ Пища, еда. • Еметенә ҡарама, егетенә ҡара. Мәҡәл.
ЕМЕШ [дөйөм төрки йемиш} (Р.: плод; И.: fruit; T.: yemiş) и.
1. Үҫемлектең сәскә емшәненән үҫкән, эсендә орлоғо булған өлөшө. □ Плод, фрукт. / Плодовый, фруктовый. Йөҙөм емеше. Осҡаттың емеше. Эт муйылының емеше. Ҡыр емеше. Емеш ағасы. Емеш баҡсаһы. Емеш ваҡыты. Емеш биреу. Емеш йыйыу. Емеш тиреу. Емешкә йөрөу. Емешкә тумалыу. ■ Тәбиғәттең тағы яҙы бөрөләнде, сәскә атты, емешкә уҙҙы, ә йәйе, шул емешкә ем бирәм тип, бар йылыһын, наҙын, һутын бирҙе лә төҫ ташланы, көҙгә юл ҡуйҙы. Г. Яҡупова. Ә емештәрҙән ни теләһәң, шул бар: ҡарағат, бөрлөгән, сейә, муйыл, балан — бөтәһе лә, бөтәһе лә бар. Н. Ҡәрип. Айыуҙан көс йыйырға, солоҡ балын табырға, шифалы емеш ҡабырға өйрәнгән, ти. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — Балабәшнәк ярсығы».
2. Ҡайһы бер ағас, ҡыуаҡтың һутлы, ашарға яраған, эсендә орлоғо булған нәмәһе.
□ Плод.
3. кусм. Берәй эш, хәлдең һөҙөмтәһе.
□ Плод, продукт, результат. Үҙ хеҙмәтеңдең емешен куреу.
ЕМЕШ БИРЕҮ (емеш бир-) ҡ. ҡар. емешләнеү.
ЕМЕШ-ЕЛӘК (емеш-еләге-) (Р: фрукты и ягоды; И.: fruits and berries; T.: yemiş) и. йыйн.
Төрлө емеш һәм еләктәр. □ Фрукты и ягоды. / Фруктово-ягодный. Емеш-еләк баҡсаһы. Емеш-еләк магазины. ■ Йәйен бабай балыҡ тотҡан, әбей емеш-еләк йыйған. Әкиәттән.
ЕМЕШ-ЙӘШЕЛСӘ (Р: фрукты и овощи; И.: fruits and vegetables; T: yemiş) и. йыйн.
Емеш, еләк һәм төрлө йәшелсә. □ Плоды; фрукты и овощи. Емеш-йәшелсә магазины. Емеш-йәшелсә етештереу.
ЕМЕШЛЕ I (Р: имеющий какой-н. плод; И.: having fruit; T.: yemişli) с.
1. Емеше, орлоғо булған. □ Имеющий какой-н. плод; плодный. Ваҡ емешле ағас. • Емешле ағастың башы тубән. Мәҡәл.
2. Емешкә бай, күп емеш бирә торған.
□ Плодоносный, плодовитый; изобилующий ягодами, ягодный. Емешле урын. Емешле алмағас.
3. кусм. Уңышлы, яҡшы һөҙөмтәле.
□ Продуктивный, плодотворный. Емешле хеҙмәт.
ЕМЕШЛЕ II (Р: продуктивно; И.: productively; fruitfully; T.: verimli) р.
Уңышлы, яҡшы һөҙөмтәле. □ Продуктивно, плодотворно. Емешле эшләу.
ЕМЕШЛЕК I (емешлеге) (Р: местность, где растут ягоды и фрукты; И.: place rich in berries; T: yemişlik) и.
Емеш-еләк күп үҫә торған урын. □ Местность, где растут ягоды и фрукты. Ҡырҡты буйы емешлек. Емешлеккә килеп етеу.
ЕМЕШЛЕК II (емешлеге) (Р: пестик; И.: pistil; T.: karpel) и. бот.
Сәскәнең инәлек ағзаһы {ауыҙ, еңсә һәм емшәндән тора). □ Пестик; завязь, плодник, маточник.
ЕМЕШЛЕК АРАҺЫ (Р: межплодник; И.: mesocarp; T.: mesocarpium) и. бот.
Емешлекте эстән бүлеп торған яры.
□ Межплодник.
ЕМЕШЛЕК АУЫҘЫ (Р: рыльце; И.: snout; T.: burun) и. бот.
Үҫемлектең орлоҡ еме урынлашҡан емешлегенең һеркәләнеү өсөн асыҡ ҡалған урыны. □ Рыльце. Емешлек ауыҙына һырыған саң.
ЕМЕШЛЕК ЭРГӘЛЕГЕ (Р: околоплодник; И.: pericarp; T.: meyve örtüsü) и. бот.
Үҫемлектең орлоҡ емешлегенең эске ҡаты; шекәрәһе. □ Околоплодник. Яры һымаҡ емешлек эргәлеге. Аҡ төҫтәге емешлек эр-гәлеге. Емешлек эргәлеген һыҙырып алыу.
ЕМЕШЛЕК ЯПРАҒЫ (Р: плодолистик; И.: carpel, T.: meyve yaprağı) и. бот.
Үҫемлектең инәлек ағзаһы, емешлек ауыҙынан торған һеркәләнеү, үрсеү өсөн яраҡ
530