ЕМҺӘК
лашҡан өлөшө. □ Плодолистик. Ҡушылып үҫкән емешлек япрағы.
ЕМЕШЛӘНЕҮ (емешлән-) (Р.: завязываться; И.: set; T.: bağlamak) ҡ. бот.
Еләк-емештең сәскәһе ҡойолоп, емеше барлыҡҡа килеүе, емешкә тумалыу. □ Завязываться (о плодах), плодиться. // Образование плодов. Сейәләр емешләнә башлаған. Емешләнеү мәле.
ЕМЕШСЕ (Р.: собиратель ягод; И.: berry gatherer; picker; T.: yemişçi) и.
Емеш-еләк үҫтереү, йыйыу менән шөғөлләнеүсе. □ Собиратель ягод, фруктов; фрук-товщик; тот, кто разводит ягоды.
ЕМЕШСЕЛЕК (Р: разведение фруктов; И.: cultivation of berries and fruits; T.: yemiş-çilik) и.
Емеш үҫтереү эше. □ Разведение фруктов, ягод. / Ягодно-плодоводческий. Емеш-селекте үҫтереү. Емешселек менән шөғөлләнеү.
ЕМ ЙЫЙЫУ (ем йый-) ҡ. ҡар. ем алыу.
ЕМЛЕ (Р: налитой; И.: juicy, ripe; T: dolu) с.
Еме булған, туҡ (ҡыяҡлы, башаҡлы үҫемлектәр тураһында). □ Налитой, полный (о злаках). Тос емешле башаҡ.
ЕМЛӘНЕҮ (емлән-) (Р: образовывать зерно; И.: form (of cereal crops); T.: bağlamak) ҡ.
Емлегә, орлоҡлоға әйләнеү; емгә тумаланыу. □ Образовывать зерно (о злаковых). ■ Яуһын ҡырҙарыма буйлап-иңләп, ашлыҡтарым үҫһен емләнеп. Д. Юлтый.
ЕМЛӘҮ (емлә-) (Р: наживлять; И.: bait; T.: yemlemek) ҡ.
1. балҡ. Ем ҡатыу, ем эләктереү (ҡармаҡҡа). □ Наживлять. Селәүсен менән емләү. ■ Зәкирйән ҡармаҡтарын емләп, һыуға ташланы. Р. Низамов.
2. умарт. Ем һалыу, ем ҡуйыу (бал ҡорттарына ). □ Давать корм, кормить, прикармливать, ставить прикорм. Умартаны емләү.
3. Бал-шәкәр өҫтәү (әсе балға). □ Добавлять сахар или мёд (в брагу), подслащивать (брагу). ■ Ғариф ҡатынына .. көрәгә менән әсеп ултырған балды емләп, яңыртып ҡуйырға ҡушты. Ж. Кейекбаев.
4. һөйл. Сәтләүек һ. б. орлоҡло емештәрҙең емен ярыу. □ Лузгать, грызть. Өрөк емләү.
ЕМ СҮПЛӘҮ (ем сүплә-) (Р: клевать корм; И.: search for food (of animals and birds); T.: gagalamak) ҡ.
Бөртөкләп (берәмләп) суҡып ашау (ҡоштарға ҡарата). □ Клевать корм. Ишек алдында тауыҡтар ем сүпләй.
ЕМТЕК (емтеге) и. ҡар. емдек 1,1. ■ Емтек эргәһенә килеп төшөп, уға яҡын барырға ҡурҡынҡырап торған ҡарға кеүек, тирә-яҡты һырып алған бандиттарҙан тамағына йоҙроҡ ҙурлыҡ оро сыҡҡан береһе: — Никахтан баш тарта!— тип ҡыҙ баланың башына ҡамсыһы менән һуҡты ла уны күтәреп торғоҙоп, Ибраһимбәккә ҡарай этеп ебәрҙе. Б. Хәсән.
ЕМ ТИБЕҮ (ем тип-) (Р: искать корм; И.: search for food (of animals and birds); T.: yem aramak) ҡ.
Аяҡ менән сапсып, тырнап, ем эҙләү (ҡоштарға ҡарата). □ Рыться (копаться) в земле, разворошить навоз в поисках корма (о курах).
ЕМҺЕНЕҮ (емһен-) (Р: искать пищу; И.: seek food (of animals and birds); T.: yem aramak) ҡ.
1. Ем, аҙыҡ эҙләү. □ Искать пищу, корм (о животных, птицах). ■ Таш араһында емһенеп йөрөгән ҡыҙылғанаттар, алабуғалар уның [Юлдаштың] аяғы тирәһенә йыйылды.
3. Биишева.
2. күсм. Төрлө ергә төртөнөү, еҫкәнеү; һемтәнләү. □ Рыскать, засуетиться туда-сюда. ■ Уттай эш ваҡытында, емһенгән мал шикелле, ары һуғылып, бире һуғылып йөрө инде! Р. Низамов.
ЕМ ҺИБЕҮ (ем һип-) (Р: сыпать корм; И.: give fodder; T.: yem kestirmek) ҡ.
Бөртөклө аҙыҡты һирпеп таратыу. □ Сыпать корм. ■ Тауыҡтарға ем һибеү.
ЕМҺӘК (Р: прожорливый; И.: gluttonous; voracious (of cattle); T.: obur) с.
Күп ашарға яратҡан, ашауға әүәҫ; ашамһаҡ (малға, ҡош-ҡортҡа ҡарата). □ Про-
531