ЕНЛЕ
ЕНЕ ҠЫҘЫУ (ене ҡыҙ-) ҡ. ҡар. ене ҡотороу.
ЕНЕН ӨҘӨҮ (енен өҙ-) (Р.: сильно ругать; И.: reprimand; T: azarlamak) ҡ.
1. Бик ныҡ әрләү; өҙгәләп, йолҡҡолап ташлау. □ Сильно ругать, наказать как следует. Енен өҙөп әрләу.
2. Бик ныҡ ҡыҙыулатыу; дыу килтереү. □ Усиленно торопить кого, ускорять что. Эштең енен өҙөп алып барыу. Эшләһә, енен өҙөп эшләй торған кеше.
ЕНЕН СӘСЕҮ (енен сәс-) (Р: сильно разъяриться; И.: become furious; T.: kizmak) ҡ.
Яман ярһыу. □ Сильно разъяриться. ■ Был өйҙә енен сәсеп торған бер Мәскәй әбей тора икән. Әкиәттән.
ЕНЕН ТАРЫТЫУ (енен тарыт-) ҡ. ҡар. енен өҙөү.
ЕНЕН ТУҘҘЫРЫУ (енен туҙҙыр-) ҡ. ҡар. енен өҙөү.
ЕНЕС [ғәр. (Р: пол; И.: sex; T.: cins) и.
1. биол. Организмдың үрсеү өсөн хеҙмәт иткән һәм шуның буйынса ата һәм инә затына айырып булған билдәләр йыйылмаһы, аталыҡ-инәлек сифаты. □ Пол. / Половой. Енес билдәләре. Ике енесле уҫемлек. ■ Кешенең енесен билдәләгән төп ағза ирҙәрҙә — орлоҡлоҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙа — йомортҡалыҡ. В. Ғүмәров.
2. Шул билдәләрҙең береһенә эйә булған зат, кеше. □ Пол, род. Ир енесе. Ҡатын-ҡыҙ енесе. ■ Ҡатылыҡ, тотанаҡлылыҡ, ауыр туләклек, ғәҙәттә, ирҙәр енесен ҡылыҡһырлаһа, хислелек куберәк ҡатын-ҡыҙ енесенә хас нәмә. «Шоңҡар», № 10, 2010. Борон баланың енесе ер булгәндә лә иҫәпкә алынған. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2006. ■ «Аҫыл ҡоштоң балаһы алдына ҡуймай аш еймәҫ» тигән ифрат нәзәкәтле мәҡәл ике енескә лә ҡағыла, аш-һыу ҡабул итеу тәртибен, этикетты ла билдәләй. Г. Ситдиҡова.
3. Уртаҡ ҡан; тоҡом, нәҫел, нәсәп. □ Род, порода, племя, национальность. Ят енес. Башҡорт енесе.
ЕНЕСЛЕ (Р: половой; И.: sexual; T: cinsi) с.
Енесе булған, енескә мөнәсәбәтле. □ Половой, ... полый (размножение, однополое растение). Бер енесле сәскә. Енесле булыу. Енесле урсеу.
ЕНЕСҺЕҘ (Р: бесполый; И.: asexual; T.: cinsliksiz) с. бот.
Енесе юҡ, енескә мөнәсәбәтһеҙ. □ Бесполый. Енесһеҙ сәскә. Енесһеҙ урсеш. Енесһеҙ уҫемлек. Енесһеҙ булыу.
ЕНЕ ТОТОУ (ене тот-) ҡ. ҡар. ене ҡотороу.
ЕНЕ ҺӨЙМӘҮ (ене һөймә-) ҡ. ҡар. ене кеүек күреү. Тик тороуҙы ене һөймәй. Буш хәбәр һөйләп ултырыуҙы ене һөймәй.
ЕН КҮСЕ (Р: толпа бесов; И.: devil; T.: cinler) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, күсеп йөрөгән ен өйөрө. □ Толпа бесов, чертей (по суеверным представлениям башкир, бесы кочуют толпами).
ЕН ҠАҒЫЛЫУ (ен ҡағыл-) (Р: подвергаться болезни, бесовским наваждениям; И.: struck by an evil spirit; T: cin çarpmak) ҡ. миф.
1. Ышаныуҙар буйынса, төрлө насар тәьҫир, шауҡым тейеп ауырыуға әйләнеү; зәхмәт ҡағылыу. □ Подвергаться болезни, бесовским наваждениям.
2. кусм. Ниҙеңдер тәьҫире, шауҡымы тейеү, нимәгәлер көслө дәрәжәлә бирелеү. □ Страстно увлекаться кем-чем.
ЕН ҠАСЫРЫУ (ен ҡасыр-) (Р: изгонять беса; И.: lay a ghost; T: şeytan kovma) ҡ. миф.
Кешене (куберәк йәш ҡатын-ҡыҙҙы) ен ҡағылыуҙан төрлө ырым, өшкөрөүҙәр ярҙамында дауалау. □ Изгонять беса. ■ Мылтыҡ атып, тимер һуғып әуәле ен ҡасыра торғайнылар. Башҡорт мифологияһынан. Фәхри, .. тон уртаһында тороп, ишек алдына сыға ла һауаға ҡарап һунар мылтығынан ата. .. Быны бер ғәҙәт, ен ҡасырыу өсөн эшләнә, тип аңлаталар ине. Б. Бикбай.
ЕНЛЕ (Р: бесовский, чертовский; И.: abode of devils; T: cinli) c.
533